Өмөтбаевтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Өмөтбаевтар


Нәҫел китабы теркәлгән губерна:

Өфө губернаһы

Башлап ебәреүсе:

Өмөтбай Мырҙашев

Барлыҡҡа килгән урыны:

Нуғай даруғаһы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы) Йомран Табын улусының Ибраһим ауылы


Подданлығы:

Өмөтбаевтар — башҡорт дворяндары нәҫеле. Нуғай даруғаһының Йомран Табын улусы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) Ибраһим ауылы башҡорттарынан.

Өмөтбаевтар башҡорт нәҫеле XIX быуаттың икенсе яртыһында Өфө губернаһы дворян нәҫел китабына яҙылған.

Дөйөм характеристика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт нәҫеле Өмөтбаевтарҙың нәҫеленә нигеҙ һалыусыһы — Өмөтбай Мырҙашев. 1683 йылда ул батшанан Йомран Табын улусы ерҙәренә «владельный грамота» ала. Үҙенең улусының аманаты була.

Өмөтбаевтарҙан иң билдәлеләре:

  • Күҫәпҡол Ғәббәс улы Өмөтбаев (1789—?) зауряд-яҫауыл званиеһында хеҙмәт итә, ә 1816 йылда — йорт старшинаһы ярҙамсыһы. Күҫәпҡол Ғәббәс улдарынан Дәүләтбай Өмөтбаев (1823—?) — зауряд-хорунжий, 1859 йылда — йорт старшинаһы билдәле.
  • Ниғмәтулла Ғәббәс улы Өмөтбаев (1799—?) — урядник.
  • Ишмөхәмәт Ишеғол улы Өмөтбаев (1803—1861) — яҫауыл. 1817 йылдан VIII Башҡорт кантонында хеҙмәт итә. 1818 һәм 1821 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығында Орск һәм Таналыҡ нығытмаларында хеҙмәт итә. 1826 йылдан йорт старшинаһы писары була, ә 1836 йылдан — VIII Башҡорт кантонының башлығы. 1831—1832 йылдарҙа хеҙмәт иткән 5-се Башҡорт полкы составында Могилев һәм Чембарск ҡалаларында хеҙмәт итә. Ҡаҙаныштары өсөн III дәрәжәле Изге Станислав ордены менән наградлана. Уның тәүге ҡатыны — Әлифбикә Борханитдинова, икенсе ҡатыны — Бәлхиза Балапанова. Ҡыҙҙары — Бәҙигөлъямал, Ғәдимә, Хәнифә, Зөһрә, улдары — Шәмсетдин, Фәхритдин, Ғәйнитдин, Мөхәмәтсәлим, Ғабдулла[1].
  • Динмөхәммәт Ишеғол улы Өмөтбаев (1805—1853) — хорунжий.
  • Ҡаһарман Ишеғол улы Өмөтбаев (1808—1857) — зауряд-хорунжий.

Ишмөхәмәт Өмөтбаев улдары араһынан иң билдәлеләре:

Фәхретдин Ишмөхәммәт улы Өмөтбаев (1831—?)
  • Фәхретдин Өмөтбаев (1831—?) — зауряд-сотник. 1848 йылдан ХХ Башҡорт кантонында, ә 1849 йылдан Башҡорт ғәскәре командующийы янында хеҙмәт итә. 1850 йылдан йәмәғәт башҡорт ғәскәри заводында, 1851 йылдан — Башҡорт ғәскәре командующийы канцелярияһында хеҙмәт итә. 1856 йылда Мәскәүҙә Александр II коронацияһында башҡорт делегацияһын етәкләй. Коронация ваҡытында ау ҡоштары менән һунар ойошторғаны өсөн император уға гәүһәр йөҙөк бүләк итә. Ҡош һунары күренеше сағылдырылған «Башҡорттарҙың император Александр II ҡатнаш­лығында ыласындар менән һунар итеүе» исеме аҫтындағы һүрәт император Александр II коронация альбомына индерелгән[2]. 1856 йылда кантон башлығы итеп тәғәйенләнә.
  • Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев (1841—1907) — башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, тәржемәсе, филолог, этнограф, йәмәғәт эшмәкәре, публицист. Уның шәжәрәһе ошо рәүештә: Әмир Ҡурған → Фирузшах → Хан → Туҡтар-бей → Айҡымбирҙе → Йомран → Ишембәт → Мырҙаш → Өмөтбай → Үтәғол → Собханғол → Ғәббәс → Ишемгул → Ишмөхәммәт → Мөхәммәтсәлим[3].
  • Сөләймән Өмөтбаев (1850—?) — улус старшинаһы.

Мөхәммәтсәлим Ишмөхәммәт улының улдары араһында Ибраһим ауылындағы указлы мулла Баязит Өмөтбаев билдәле. Мосолмандарҙың изге урындарына хаж ҡылған.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ф. Рубо. Башҡорттарҙың император Александр II ҡатнаш­лығында ыласындар менән һунар итеүе.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башкирские родословные. Уфа, 2002.
  • Гайсин Г. Башкирские тарханы и дворяне // «Ватандаш». 1999. № 10. С. 154—159.
  • Гумеров Ф. Х. Законы Российской империи о башкирах, мишарях, тептярах и бобылях. Уфа, 1999.
  • Ильясова А. Я. Особенности формирования дворянского сословия из башкир. // Вестник Челябинского государственного университета. 2009. № 38 (176). История. Вып. 37. С. 26—32 История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — С.-Пб.: Наука, 2011. — Т. IV. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
  • Ҡунафин Ғ. С. Мәғрифәтсе, ғалим һәм әҙип Өмөтбаев. Өфө, 1991. — 256 с. (башк.)
  • Родословная башкир Юмран-Табынской волости со сведениями титулярного советника и кавалера Мухаметсалима Уметбаева, дополненная относящимися к ней документами /Перевод на башк. яз. М. Х. Надергулова, перевод на рус.яз., подготовка к изд. Р. М. Булгакова. — Уфа: Нур-Полиграфиздат, 1997. — 88 с., 24 л. прил.
  • Сайфуллина Л. Ф. Правящая элита Башкирии конца XVI — первой половины XIX вв.: Основные этапы формирования.// Вестник БИСТ. № 3 (7), 2010. С.132—139.
  • Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө: Китап, 2005. — С. 79—84. — 376 с. — ISBN 5-295-02098-3. (башк.)
  • Хөсәйенов Ғ. Б. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев: тарихи-биографик китап: Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 288 бит. (башк.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — Б. 175. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  2. Апасова Гөлсәсәк. Ыласын Һунары оҫтаһы. Башҡортостан : гәзит (2014-08-15). 28 май 2018 тикшерелгән.
  3. Кузеев Р. Г. Башкирское шежере. Уфа: Башкнижиздат, 1960. — С.215—216.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]