Эстәлеккә күсергә

Ыласын тотҡан башҡорттар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған
М. А. Зичи. Ыласын тотҡан башҡорттар

Ыласын тотҡан башҡорттар (рус. Башкиры с соколами) — мадьяр рәссамы Михаил Александрович Зичиның (Михай Зичи; 1827—1906) әҫәре.

Ҡош сөйөү — башҡорттарҙың боронғо шөғөлө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ыласын ҡош тотҡан

Башҡорттар быуаттар дауамында ҡош менән һунар итеү, ҡош сөйөү менән шөғөлләнгән, ҡырағай ҡоштарҙы тотоуҙа һәм өйрәтеүҙә ҙур тәжрибә туплаған. Шул уҡ ваҡытта ҡоштарҙы бик аяп ҡына оянан алған: бер оянан бөтә балаларын да түгел, берәүҙе генә алалар.

Ҡырағай ҡошто ҡулға эйәләштереү, уны һунарға өйрәтеү башҡорттар ғына шөғөлләнмәгән. Ләкин башҡорттарҙың ҡош балаһын оянан бик һаҡсыл алыуҙары иғтибарға лайыҡ, улар инәләре ояһын ташлауҙан бик һаҡланғандар.

Башҡорттар ҡош сөйөүҙән бигерәк, уларҙы һунарға өйрәтеп, Ҡаҙағстан, Урта Азия далаларына сауҙа итергә йөрөй. Ғөмүмән, өйрәтелгән Урал аусы ҡоштары Ҡаҙағстан менән Урта Азиянан тыш, Көнбайыш һәм Көньяҡ Себер халыҡтарында, Ҡытайҙа, Монголияла, Үҙәк Азияла ла «һунар итә».

Ҡош менән сауҙа итеү кәсебе арҡаһында башҡа тармаҡтар ҙа үҫешә. Бигерәк тә боронғо кәсептәр тергеҙелә, бигерәк тә ауыл кешеләренә ярҙам була был. Ләкин төрлөсәбәптәр арҡаһында аусы ҡоштар һаны ла кәмей башлай, уларҙың хаҡы арта. Шулай итеп, ҡош сөйөү тарихта ғына тороп ҡала.

Ҡош сөйөү — башҡорттарҙың боронғо шөғөлө. Ҡайһы бер башҡорт ырыуҙарында — кәләш алырға тейешле егет, өйләнер алдынан, ҡырағай ҡошто эйәләштереп, уны һунарға өйрәтергә тейеш булған. Башҡорт халҡында ҡош, бигерәк тә бөркөт культы, башҡорт телендә ҡош сөйөүгә һәм ҡырағай ҡоштарға бәйле терминдарҙың, шулай уҡ топонимик исемдәрҙең күп кенә булыуы халыҡтың айырылығыһыҙ бер шөғөлө икәнен раҫлай.

Рәсәйҙә лә ҡоштар менән һунар итеү киң таралған була. Йышыраҡ был маҡсатта ыласын ҡош файҙаланылған. Әммә Х1Х быуат урталарына был шөғөл популярлығын юғалта бара, бигерәк тә батша Алексей Михайловия вафатынан һуң ыласын өйрәтеүселәр ҙә кәмей, етмәһә, ваҡ малға тейә тип, йыртҡыс ҡоштарҙы күпләп ҡырыу башлана.

Бик һирәк төбәктәрҙә генә, шул иҫәптән, Ырымбур губернаһында ҡош менән һунарға йөрөү һаҡлана.

Һуңғы тапҡыр рәсми рәүештә батшаның ыласын менән һунарға сығыуы 1856 йылда теркәлгән[1]. Был Мәскәүҙә император Александр II коронацияһына — таж кейҙереүгә бәйле тантаналар ваҡытында булған. 1856 йылдың сентябрендә Ырымбур генерал-губернаторы граф Перовский Василий Алексеевич император коронацияһына аусы ҡоштары менән башҡорттарҙы ебәрә[2]. Башҡорттарҙан был тантанаға Фәхретдин Өмөтбаев делегация алып бара. Таж кейҙереү тантаналарына бәйле саралар ваҡытында ыласын менән һунар итеүҙе ойоштора Шуның өсөн император Александр II Фәхретдин Өмөтбаевҡа гәүһәр йөҙөк бүләк итә[3].

Рәссам Франц Рубо ошо ваҡиға айҡанлы «Башҡорттарҙың император Александр II ҡатнаш­лығында ыласындар менән һунар итеүе» исемле картинаһын яҙа. Ул 1911 йылда Н. И. Кутеповтың «Великокняжеская, царская и императорская охота на Руси» тигән 4 томлыҡ очерктарында баҫылып сыға[4]

Михай Зичи гимназияны һәм университеттыв Будапештта тамамлай, шунда уҡ башта итальян рәссам Маростониҙан рәсем төшөрөү һабаҡтары ала, артабан Вена Рәсем сәнғәте академияһында уҡый. Санкт-Петербургҡа 1847 йылда килә. Бөйөк кенәзбикә Елена Павловнаның ҡыҙын рәсем төшөрөргә өйрәтә.

1856 йыл да ул, батша һарайы рәссамы булараҡ, Александр II императорға таж кейҙереү күренештәрен һүрәткә төшөрөп ала. Бының өсөн Санкт-Петербург Рәсем сәнғәте академияһы уға академик дәрәжәһе бирә. Был һүрәттәр араһында «Ыласын тотҡан башҡорттар» тигәне лә була.

Билдәле булыуынса шул йылы Александр II императорға таж кейҙереү тантанаһына Ырымбур генерал-губернаторы Перовский ҡош сөйөүсе башҡорттарҙы ыласындары менән ебәрә. Делегацияға атаҡлы Өмөтбаевтарҙан Фәхретдин Өмөтбаев етәкселек итә. Башҡорт делегацияһы императорға ҡош сөйөп, һунар итеү тамашаһы күрһәтә һәм уның бүләктәренә лайыҡ була. Фәхретдин Өмөтбаевҡа бриллиант ҡашлы йөҙөк бүләк ителә. Тап ошо делегация ағзаларын М. Зичи һүрәтләгән дә инде.

  • Ҡош сөйөп һунар итеү. — «Киске Өфө», 29.07.14 [3]
  • Слюнькова И. Н. Проекты оформления коронационных торжеств в России XIX века. — М.: БуксМарт, 2013. — С. 35,44,83,120,121,133,134,266,353,356-359. — 438 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-906190-9.
  1. [1]
  2. [2]
  3. Апасова Гөлсәсәк. Ыласын Һунары оҫтаһы. Башҡортостан : гәзит (15 август 2014). Дата обращения: 28 май 2018. 2017 йыл 26 август архивланған.
  4. Последняя царская охота.