Эстәлеккә күсергә

Тотманов Рәдис Нурислам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәдис Нурислам улы Тотманов битенән йүнәлтелде)
Тотманов Рәдис Нурислам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 август 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Ишмырҙа, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр

Тотманов Рәдис Нурислам улы (5 август 1953 йыл) — бейеүсе, педагог-хореограф һәм балетмейстер. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).

Рәдис Нурислам улы Тотманов 1953 йылдың 5 авгусында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында тыуған.

1974 йылда Стәрлетамаҡта Башҡорт мәҙәни-ағартыу училищеһын, 1998 йылда — Рәсәй театр сәнғәте университетын (педагогы Е. П. Валукин) тамамлай.

Эш урыны: 1975 йылдан 1995 йылға тиклем Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй, 1992—1993 йылдарҙа Өфө хореография училищеһында хореография уҡыта, 1996—2000 йылдарҙа — Башҡорт филармонияһы балетмейстеры, 2002—2004 йылдарҙа — Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы педагог-балетмейстеры.

Хореограф булараҡ, ансамблдә «Башҡорт егеттәре бейеүе» («Джигитовка»), «Рус бейеүе» һ. б. бейеүҙәрҙе ҡуйған.

Тотманов Рәдис Нурислам улы Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут (1978), Татар (1989) АССР-ҙарында үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә һәм Сыуаш АССР-ындағы БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981) ҡатнаша.

СССР һәм донъя буйлап яҡынса 20 илдә гастролдәрҙә була.

  • «Бөркөткә һунар уйыны» («Игра-охота на беркута»)
  • «Бүләк» («Подарок»)
  • «Гөлнәзирә»
  • «Дуҫлыҡ» («Дружба»)
  • «Еҙ үксә» («Медный каблук»)
  • «Тимербайҙың улдары» («Сыновья Тимербая»)
  • «Өс туған» («Три брата») һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1988).
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2013).