Эстәлеккә күсергә

Хисамова Рәмзиә Ислам ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәмзиә Хисамова битенән йүнәлтелде)
Рәмзиә Хисамова
Тыуған ваҡыты:

18 август 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (77 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылы

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1966—2013

Театр:

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры

Наградалары:
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Хисамова Рәмзиә Ислам ҡыҙы (18 август 1947 йыл) — башҡорт СССР һәм Рәсәй театр актёры. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).

Рәмзиә Ислам ҡыҙы Хисамова 1947 йылдың 18 авгусында Башҡорт АССР-ының Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында тыуған.

1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (педагогы Илшат Йомағолов), ә 1999 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогтары Ф. К. Ҡасимова, А. К. Лощенков) тамамлай.

1966 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай, 1971—1975 йылдарҙа Ҡазан ҡалаһында Гәлиәскәр Камал исемендәге татар академия театрында эшләп ала һәм, кире Өфөгә ҡайтып, үҙ сәхнәһендә ижадын дауам итә.

Амплуаһы — драматик геройҙар, әбейҙәр ролдәре. Шиғырҙар яҙа. Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында Марат Әбүзәровтың «Ыҙан» («Межа»; 1996), Башҡорт драма театрында Илшат Йомағоловтың «Сәсәндәр»; автор менән берлектә, 2005) спектаклдәрен сәхнәгә ҡуя.

Ғаиләһе: ире Илшат Йомағолов — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы, улы Айсыуаҡ Йомағолов[1] — Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, режиссёр; 2010 йылда Башҡортостан Республикаһының кинематографистар Союзы етәксеһе итеп һайлана.

Нәркәс («Нәркәс» пьесаһы, Илшат Йомағолов; 1967), Зөбәржәт һәм Тәңкәбикә («Ай тотолған төндә»), Агазия («Ташлама утты, Прометей!» — «Не бросай огонь, Прометей!»; икеһе лә — Мостай Кәримдеке), Хәҙисә («Ҡыҙыл паша» — «Красный паша» Нәжиб Асанбаев), Һәҙиә («Һәҙиә», Ғәзим Шафиҡов), Юлбикә («Башҡорт туйы»), Әнисә («Гармунсы дуҫ» — «Друг мой, гармонист», Назар Нәжми), Саша («Ивановтың фажиғәһе» — «Иванов», А. П. Чехов), Дадун («Борсолма, әсәй!» шул уҡ исемдәге роман буйынса, Н. В. Думбадзе), Сәсәк («Ҡол Ғәли», Н. Фәттәх), Артыҡбикә («Ағиҙел» шул уҡ исемдәге повесть буйынса, Мирсәй Әмир) һәм башҡалар.

Кино һәм телефильмдәрҙә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Зөлхизә («Халҡым һағышы» — «Песни моего народа», «Баштелефильм», 1969)
  • Аҫылбикә («Кинйә» — «Кинзя», «Баштелефильм», 1988).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1980)
  1. Айсыуак Юмагулов хочет поймать свой ветер МедиаКорСеть. Дата обращения: декабрь 2013. 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (рус.)