Эстәлеккә күсергә

Ғүмәров Рәмил Ғәтүф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәмил Ғәтүф улы Ғүмәров битенән йүнәлтелде)
Ғүмәров Рәмил Ғәтүф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 апрель 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Краснокама районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 8 апрель 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө төҙөлөш
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почётный строитель России

Ғүмәров Рәмил Ғәтүф улы (25 апрель 1953 йыл — 8 апрель 2018 йыл ) — төҙөүсе, 1995—2018 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Башнефтепромстрой» тресының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, «Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе» һәм «Нефтекама ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2013)[1] маҡтау билдәләре эйәһе.

Рәмил Ғәтүф улы Ғүмәров 1953 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Иҫке Нуғай ауылында (хәҙер күсерелгән) тыуған.

Совет Армияһында хәрби хеҙмәттә була.

Свердловск ҡалаһындағы Урал политехник институтының төҙөлөш факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай.

1995 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Башнефтепромстрой» тресының генераль директоры итеп тәғәйенләнә һәм ғүмеренең һуңғы көндәренәсә шул вазифаны башҡара.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Нефтекама ҡала Советы депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе
  • «Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе» маҡтау билдәһе
  • «Нефтекама ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» маҡтау билдәһе (2013)[1]
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
«Башҡортостан» гәзитендә мәҡәлә
  • А. Тагиров. Эпохи строитель: Рамил Гумеров более 20 лет руководил трестом БНПС. Сайт издания «Красное знамя», 05.04.2019[2]
  • Ансар Нуретдинов. Еренә ереккән — эшенә береккән. «Башҡортостан» гәзите, 2013, 20 апрель[3].
  1. 1,0 1,1 http://sovetneftekamsk.ru/article/a-806.html Официальный сайт Совета городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан. Почетный знак «За заслуги перед Нефтекамском». Награжденные Почетным знаком «За заслуги перед Нефтекамском». 4. Гумеров Рамиль Гатуфович, генеральный директор общества с ограниченной ответственностью трест «Башнефтепромстрой» (постановление Президиума Совета от 21.08.2013 № 26-01)
  2. Эпохи строитель: Рамил Гумеров более 20 лет руководил трестом БНПС. Сайт издания «Красное знамя», 05.04.2019 2020 йыл 25 февраль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2020)
  3. «Башҡортостан» гәзите, 2013, 20 апрель 2013 йыл 30 май архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 апрель 2018)