Рәсәйҙең нефть сәнәғәте
Рәсәйҙең нефть сәнәғәте | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Рәсәйҙең нефть сәнәғәте Викимилектә |
Рәсәйҙең нефть сәнәғәте — Рәсәй сәнәғәтенең төп тармағы, нефть сығарыу, эшкәртеү, ташыу һәм һатыуҙы, шулай уҡ нефть продукттарын етештереү, ташыу һәм һатыуҙы үҙ эсенә ала.
Нефть Рәсәй экспортының төп статьяһы булып тора, 2009 йыл мәғлүмәттәре буйынса, аҡсаға әйләндереп һанағанда экспорттың 33 процентын (нефть продукттары менән бергә — 49 процентын) биләгән. Нефть һәм нефть продукттары хаҡы кимәленә шулай уҡ экспорт компоненты булып торған тәбиғи газдың хаҡы бәйле.
2016 йылда Рәсәйҙә газ конденсатлы 547,497 миллион тонна нефть сығарыла (2015 йылға ҡарата +2,5 %), нефтте беренсел эшкәртеү йылына 279,365 млн тонна (2015 йылға ҡарата − 1,2 %). 2016 йылда Рәсәй нефть сығарыу күләме буйынса, Сәғүд Ғәрәбстанын һәм АҠШ-ты үтеп, беренсе урынды ала.
Шыйыҡ углеводородтар запастары 2007 йылға 9,5 млрд т күләмендә баһалана. Иң эре нефть ятҡылыҡтары — Самотлор, Обь буйы, Рус, Ромашка ятҡылыҡтары.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1684 йылда Иркутск письменный головаһы Леонтий Кислянский Иркутск бастругы тирәһендә нефть таба. Рәсәйҙә нефть табыуҙың икенсе осрағы тураһында 1703 йылдың 2 ғинуарында «Ведомости» гәзитендә хәбәр баҫыла. 1745 йылда Архангельск ҡалаһынан Фёдор Савельевич Прядунов Ухта төбөнән нефть сығара башлай һәм донъяла иң тәүге нефть ҡыуҙырыу заводтарының береһен төҙөй[1]. Ләкин XVIII быуатта нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү продукттың аҙ ҡулланылыуы арҡаһында табышһыҙ була.
Баҡы төбәгендәге территориялар ҡулға төшөрөлгәндән һуң XIX быуат башында Кавказ Рәсәйҙең төп нефть сығарыу районына әүерелә. 1853 йылда кәрәсин лампаһы уйлап табылғас, нефткә ихтыяж күп тапҡырға арта.
Беренсе нефть разведкалау скважинаһы сәнәғәт ысулы менән Апшерон ярымутрауында 1847 йылда, беренсе эксплуатациялау скважинаһы Кубандәге Кудако йылғаһында 1864 йылда быраулана.
Нефть эшкәртеүсе тәүге ябай завод 1863 йылда Баҡыла инженер Джавад Мәликов тарафынан төҙөлә, унда кәрәсин етештерелә[2]. Бер нисә йылдан Мәликов Грозныйҙағы нефть эшкәртеү заводына нигеҙ һала.
1879 йылда төҙөлгән «Бер туған Нобелдәрҙең нефть етештереү ширҡәте» Баҡыла нефть сығара һәм эшкәртә, ташыу һәм һатыу селтәрен булдыра, был селтәргә нефть үткәргестәр, танкерҙар, цистерналы вагондар һәм причалдары менән тимер юл тармаҡтары булған нефть базалары инә.
XIX быуат аҙағында нефть сығарыу тармағына сит ил кешеләре, атап әйткәндә, Ротшильдтар һәм Рокфеллер индерелә. 1886 йылда Ротшильдтар "Батум нефть сәнәғәте һәм сауҙа ойошмаһы"н (Батум ҡалаһы — 1936 йылдан Батуми) ойоштора, һуңғараҡ ул БНИТО тигән ҡыҫҡартмаһы менән билдәле була. Батумда нефть һаҡлағыстар төҙөлә һәм һатыу нөктәләре ойошторола[3].
1913 йылда Рәсәйҙә 9,093 млн тонна нефть сығарыла[4].
Революциянан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштар һәм революция Рәсәйҙә нефть сығарыу тармағында кризис тыуҙыра. 1920-се йылдарҙа ғына тармаҡты тергеҙеү тураһында уйларға мөмкинлыҡ барлыҡҡа килә.
1960 йылдан башлап СССР-ҙа Волга буйындағы, Тиман-Печоралағы һәм Көнбайыш Себерҙәге бик ҙур ятҡылыҡтар үҙләштерелә.
Хәҙерге хәл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990-сы йылдарҙа, Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, Рәсәйҙең нефть секторы башлыса акциялаштырыла, секторҙың айырыуса отошло активтары, төрлө нигеҙҙәргә таянып, шәхси ҡулдарға тапшырыла.
1992—1999 йылда 0,3 миллион тонна нефть сығарыу һәм эшкәртеү буйынса ҡеүәттәр файҙаланыға индерелә[5].
1998 йылда 298 млн тонна нефть сығарыла.
2003 йылда ил етәкселеге иң эре нефть компанияларының береһе булған «ЮКОС»-ты банкротландырыу һәм уның активтарын һатыу буйынса саралар үткәрә, был активтар башлыса «Роснефть» дәүләт компанияһына эләгә. «Газпром» дәүләт компанияһы тарафынан «Сибнефть» хосуси активының бер өлөшө һатып алына.
2000—2008 йылдарҙа 20,7 миллион тонна сығарыу һәм эшкәртеү буйынса ҡеүәттәр файҙаланыуға тапшырыла.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса[6], 2007 йылда 491 миллион тонна нефть сығарылған, был 2006 йылғынан (480 миллион тонна) 2,1 процентҡа күберәк булған[7], һөҙөмтәлә Рәсәйҙә нефть сығарыу тиҙлеге донъяла нефткә ихтыяж тиҙлеге үҫешен бер ярым тапҡырға уҙып киткән[8].
АҠШ-тың статистика агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 2007 йылда сығарылған нефттең 28,9 проценты ил эсендә ҡулланыла — көнөнә 2,8 млн баррель. Нефттең һәм нефть продукттарының саф экспорты сығарылған нефттең 71,1 процентын — көнөнә 6,9 млн баррель — тәшкил итә[9].
2011 йылда РФ-та 511,432 миллион тонна нефть сығарыла (шельфта нефть сығарыу күләме — 13 млн т, ә газ — 57 млрд м³ тәшкил итә[10]), был 2010 йылғынан 1,23 процентҡа күберәк була[11]. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, нефть экспортлау 2,4 процентҡа, йәки ФТС мәғлүмәттәре буйынса, 6,4 апрцентҡа ҡыҫҡара[12], әммә экспорттан алынған табыш 129 миллиард долларҙан 171,7 миллиард долларғаса арта.
2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса, нефть сеймалы сығарыу күләме 2011 йылғынан 6,6 миллион тоннаға арты (+1,3 %) һәм абсолют күләмдә 518 миллион тоннаға етә, шулай итеп, СССР тарҡалғандан һуң яңы максималь кимәлгә өлгәшелә.
2013 йылда Рәсәйҙә нефть сығарыу 523,3 миллион тоннаға етә һәм совет осоронан һуңғы сираттағы рекордты ҡуя, әммә экспорт кәмей, сөнки ил эсендә эшкәртеү күләме арта.
2014 йылда Рәсәйҙә нефть сығарыу үткән йылғынан 0,6 процентҡа арта һәм 526,8 миллион тоннаға етә (1-се һүрәт). Үткән йылдың һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй нефть сығарыуҙа, АҠШ менән Сәғүд Ғәрәбстанынан ғына ҡалышып, өсөнсө урынды ала.
Нефть ятҡылыҡтарын разведкалауға ҡағылышлы фараздар кире булһа ла[13], Рәсәй Хөкүмәте 2009 йылда 2030 йылға нефть сығарыу күләмен йылына 530 миллион тоннаға еткерерүҙе планлаштыра[14], был 2011 йыл менән сағыштырғанда 5,47 процентҡа артыҡ.
Нефть сығарыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нефть сығарыу менән бер нисә нефть компанияһы шөғөлләнә, улар араһында 2007 йыл йомғаҡтары буйынса айырыуса эреләре — «Роснефть», «Лукойл» һәм «ТНК-BP»[15] асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре.
Предприятиелар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нефть компанияһы | Саф табыш, миллиард АҠШ доллары | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2006 | 2007 | 2007 й. 4 кв. −2008 й. 3 кв. |
2009 | 2010 | 2011 | 2012 | 2013 | 2014 | 2015 | |
Роснефть[16] | 3,5 | 12,9 | 13,3 | 6,5 | 10,4 | 4,16 | 3,11 | 7,17 | 4,6 | |
Лукойл[17] | 7,5 | 9,5 | 13,0 | 7,0 | 9,0 | 10,3 | 11,0 | 7,8 | 4,7 | |
ТНК-BP[18] | 6,4 | 5,7 | 8,3 | 5,2 | 5,8 | 9 | 1,9 | 9,0 | 3,78 | |
Сургутнефтегаз[19] | 2,8 | 3,5 | 6,3 | 3,7 | 0,62 | 3,06 | 2,37 | 3,37 | 11,64 | |
Газпром нефть[20] | 3,7 | 4,1 | 5,9 | 3,0 | 3,1 | 2,6 | 0,13 | 0,08 | ||
Татнефть[21] | 1,1 | 1,7 | 1,9 | 1,7 | 1,5 | 0,8 | 0,88 | 0,93 | 1,21 | |
Славнефть[22] | 1,2 | 0,7 | 0,5 | 0,1 | 0,846 | |||||
Башнефть[23] | 0,3 | 0,4 | 0,5 | 0,5 | 0,9 | 1,69 | 0,91 | 0,2 | ||
TOP-8 өсөн йомғаҡтар | 26,5 | 38,5 | 49,7 | 27,7 |
Төбәктәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төбәк | Млн т | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
2011[24] | 2012 | 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | |
Ханты-Манси АО | 261 | 239[25] | ||||
Ямал-Ненец АО | 35,9 | 26,9[26] | ||||
Татарстан Республикаһы |
32,5 | 35,5 | ||||
Ырымбур өлкәһе | 22,8 | |||||
Сахалин өлкәһе | 15,2 | 18,3[27] | ||||
Красноярск крайы | 15,1 | 22[28] | ||||
Башҡортостан Республикаһы | 14,4 | 16 | ||||
Һамар өлкәһе | 14,2 | 16,7[29] | ||||
Ненец АО | 13,8 | 15,7[30] | ||||
Коми Республикаһы | 13,4 | 15,1[31] | ||||
Пермь крайы |
13,2 | 15,6[32] | ||||
Томск өлкәһе | 12 | 10,6[33] | ||||
Удмуртия Республикаһы | 10,7 | 11[34] | ||||
Төмән өлкәһе | 7,1 | 12,4[35] | ||||
Иркутск өлкәһе | 6,6 | |||||
Яҡутия Республикаһы | 5,6 | 10,1[36] | ||||
Әстерхан өлкәһе | 4,6 | |||||
Волгоград өлкәһе | 3,4 |
Эшкәртеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә нефть эшкәртеү менән 30-ҙан ашыу нефть эшкәртеү заводы шөғөлләнә, уларҙа йыл һайын тиҫтәләрсә миллион тонна бензин, дизель яғыулығы һәм мазут етештерелә.
Нефть һәм нефть продукттарын экспортлау күрһәткестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Банкы мәғлүмәттәре буйынса, нефть һәм нефть продукттары экспорты күрһәткестәре һәм уларҙың Рәсәйҙең түләү балансындағы урыны:
Йыл | Сей нефть экспорты | Нефть продукттары экспорты | Экспорт бөтәһе | Сауҙа балансы сальдоһы | Ағымдағы операциялар иҫәбе сальдоһы | ||
---|---|---|---|---|---|---|---|
млрд. АҠШ долл. |
% | млрд. АҠШ долл. |
% | млрд. АҠШ долл. |
млрд. АҠШ долл. |
млрд. АҠШ долл. | |
1992[37] | 10,2 | 19,8 | 5,0 | 9,7 | 51,7 | 3,7 | -0,1 |
1993 | 10,3 | 17,5 | 4,1 | 7,0 | 58,6 | 12,6 | 9,0 |
1994[38] | 10,5 | 15,5 | 4,1 | 6,1 | 67,4 | 16,9 | 7,8 |
1995[39] | 13,3 | 16,2 | 5,0 | 6,1 | 82,4 | 19,8 | 7,0 |
1996[40] | 15,9 | 17,7 | 7,5 | 8,4 | 89,7 | 21,6 | 10,8 |
1997[41] | 14,8 | 17,0 | 7,3 | 8,3 | 86,9 | 14,9 | -0,1 |
1998[42] | 10,3 | 13,8 | 4,3 | 5,7 | 74,4 | 16,4 | 0,2 |
1999[43] | 14,2 | 18,7 | 5,4 | 7,2 | 75,6 | 36,0 | 24,6 |
2000[44] | 25,3 | 24,1 | 10,9 | 10,4 | 105,0 | 60,2 | 46,8 |
2001[45] | 25,0 | 24,5 | 9,4 | 9,2 | 101,9 | 48,1 | 33,9 |
2002[46] | 29,1 | 27,1 | 11,3 | 10,5 | 107,3 | 46,3 | 29,1 |
2003[47] | 39,7 | 29,2 | 14,1 | 10,3 | 135,9 | 59,9 | 35,4 |
2004[48] | 59,0 | 32,2 | 19,3 | 10,5 | 183,2 | 85,8 | 59,5 |
2005[49] | 83,4 | 34,8 | 33,8 | 14,1 | 240,0 | 116,2 | 84,4 |
2006[50] | 102,3 | 34,4 | 44,7 | 15,0 | 297,5 | 134,3 | 92,3 |
2007[51] | 121,5 | 35,1 | 52,2 | 15,1 | 346,5 | 123,4 | 72,2 |
2008[52] | 161,1 | 34,6 | 79,9 | 17,1 | 466,3 | 177,6 | 103,9 |
2009[53] | 100,6 | 33,9 | 48,1 | 16,2 | 297,2 | 113,2 | 50,4 |
2010[54] | 135,8 | 34,6 | 70,5 | 17,9 | 392,7 | 147,0 | 67,5 |
2011[55] | 181,8 | 35,3 | 95,7 | 18,6 | 515,4 | 196,9 | 97,3 |
2012[56] | 180,9 | 34,3 | 103,6 | 19,6 | 527,4 | 191,7 | 71,3 |
2013[57] | 173,7 | 33,2 | 109,3 | 20,9 | 523,3 | 181,9 | 34,1 |
2014 (ғинуар-сентябрь)[58] | 121,4 | 31,8 | 89,9 | 23,6 | 381,3 | 148,2 | 46,1 |
Федераль таможня хеҙмәте күрһәткестәре буйынса нефть һәм нефть продукттары экспорты күрһәткестәре һәм уларҙың Рәсәй сауҙа балансындағы урыны:
Йыл | Сей нефть экспорты | Нефть продукттары экспорты | Экспорт бөтәһы сальдоһы | |||
---|---|---|---|---|---|---|
млрд. АҠШ долл. |
% | млрд. АҠШ. долл. |
% | млрд. АҠШ долл. |
млрд. АҠШ долл. | |
2005[59][60][61] | 79,2 | 34,3 | 33,7 | 14,6 | 231,3 | 138,5 |
2006[62][63][64] | 96,7 | 33,5 | 44,2 | 15,3 | 288,9 | 158,2 |
2007[65][66][67] | 114,1 | 34,0 | 51,5 | 15,4 | 335,3 | 144,5 |
2008[68][69][70] | 151,7 | 34,1 | 78,3 | 17,6 | 444,5 | 188,1 |
2009[71][72][73] | 93,5 | 32,8 | 46,8 | 16,4 | 284,9 | 124,3 |
2010[74][75][76] | 129,0 | 34,6 | 69,4 | 18,6 | 372,9 | 155,5 |
2011[77][78][79] | 171,7 | 35,9 | 91,3 | 19,1 | 478,2 | 193,4 |
2012[80][81][82] | 180,9 | 34,5 | 103,4 | 19,7 | 524,7 | 212,2 |
2013[83][84][85] | 173,7 | 33,0 | 109,2 | 20,7 | 526,4 | 208,6 |
2014 (ғинуар-ноябрь)[86][87][88] | 144,6 | 31,5 | 108,1 | 23,5 | 459,4 | 195,9 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Рождение нефтяной отрасли в России
- ↑ Статья М. Ф. Мир-Бабабабаева «Баку нефтяной»
- ↑ Ергин, 2011, с. 7070
- ↑ http://library.fentu.ru/book/inig/Istoria_neft_gas/23_____.html 2011 йыл 24 ноябрь архивланған. Нефть в России
- ↑ Социально-экономические показатели Российской Федерации в 1992—2008 гг. 2013 йыл 25 сентябрь архивланған. // Росстат
- ↑ О промышленном производстве в 2007 году, Госкомстат РФ (ссылка проверена 02.03.2008) 2008 йыл 16 июнь архивланған.
- ↑ О состоянии рынка нефти в 2006 году Госкомстат РФ, 23.02.2007 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
- ↑ Отчёт по мировому рынку нефти . Международное энергетическое агентство (13 май 2008). Дата обращения: 28 декабрь 2008. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 12 декабрь архивланған.
- ↑ Russia Energy Profile (18 ноябрь 2008). Архивировано 10 ноябрь 2007 года. 2007 йыл 10 ноябрь архивланған.
- ↑ Медведев посоветовал готовиться к энергетической революции — Рамблер-Новости . Дата обращения: 16 апрель 2013. Архивировано 18 апрель 2013 года.
- ↑ В 2011 году сократился экспорт нефти из России 2012 йыл 22 апрель архивланған.
- ↑ Доходы РФ от экспорта нефти и газа выросли в 2011 г. на треть 2013 йыл 1 июнь архивланған.
- ↑ Прогноз прироста запасов и ассигнования на ВМСБ 2016 йыл 4 июнь архивланған.
- ↑ Добыча нефти в РФ к 2030 году вырастет до 530—535 млн тонн
- ↑ Своеобразная стабильность (Сергей Жаворонков, старший научный сотрудник Института экономики переходного периода). Частный Корреспондент. chaskor.ru (24 ноября 2008). 22 августа 2011 года.Своеобразная стабильность (Сергей Жаворонков, старший научный сотрудник Института экономики переходного периода) . Частный Корреспондент. chaskor.ru (24 ноябрь 2008). Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Карточка эмитента "Роснефть" . РБК. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 18 сентябрь архивланған.
- ↑ Карточка эмитента "Лукойл" . РБК. Архивировано 22 август 2011 года. 2009 йыл 27 июнь архивланған.
- ↑ Карточка эмитента "ТНК-BP" . РБК. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 28 август архивланған.
- ↑ Карточка эмитента "Сургутнефтегаз" . РБК. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 18 сентябрь архивланған.
- ↑ Карточка эмитента "Газпромнефть" . РБК. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 25 ноябрь архивланған.
- ↑ Карточка эмитента "Татнефть" . РБК. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 27 июль архивланған.
- ↑ Карточка эмитента "Славнефть" . РБК. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 13 октябрь архивланған.
- ↑ Карточка эмитента "Башнефть" . РБК. Архивировано 22 август 2011 года. 2009 йыл 2 октябрь архивланған.
- ↑ Где в России добывают нефть – рейтинг регионов, http://riarating.ru. 9 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ Все по плану. В 2016 г в Ханты-Мансийском автономном округе добыто почти 240 млн т нефти (рус.). 9 апрель 2017 тикшерелгән.(рус.). 9 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ В 2016 г в Ямало-Ненецком автономном округе было добыто более 509 млрд м³ газа и более 26 млн т нефти (рус.). 9 апрель 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 9 апрель архивланған.(рус.). 9 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ В 2016 г добыча нефти в Сахалинской области выросла на 7,2%, газа - на 3,2% (рус.). 9 апрель 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 9 апрель архивланған.(рус.). 9 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ Главное - стабильность. Красноярский край в 2016 г сохранил добычу нефти на уровне 22 млн т (рус.). 9 апрель 2017 тикшерелгән.(рус.). 9 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ В Самарской области в 2016 г добыто 16,7 млн т нефти, а уровень рационального использования ПНГ достиг 81% (рус.). 9 апрель 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 9 апрель архивланған.(рус.). 9 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ Ненецкий автономный округ | Новости Администрации НАО . adm-nao.ru. Дата обращения: 14 май 2017.
- ↑ В 2016 г добыча нефти в республике Коми выросла, а по другим полезным ископаемым показатели хуже (рус.). 14 май 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 9 май архивланған.(рус.). 14 май 2017 тикшерелгән.
- ↑ В Пермском крае замедляются темпы роста добычи нефти - в 2016 г в регионе было добыто 15,633 млн т нефти (рус.). 9 апрель 2017 тикшерелгән.(рус.). 9 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ Добыча нефти в Томской области в 2016г осталась на прежнем уровне, РИА Томск (10 ғинуар 2017). 14 май 2017 тикшерелгән.
- ↑ В 2016 г. нефтяники Удмуртии увеличили добычу на 2% (рус.). 14 май 2017 тикшерелгән.(рус.). 14 май 2017 тикшерелгән.
- ↑ Добыча нефти в Тюменской области в 2016 г выросла на 5%, а инвестиции в геологоразведку - почти на 60% (рус.). 9 апрель 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 10 апрель архивланған.(рус.). 9 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ В 2016 г в республике Саха (Якутия) было добыто более 10 млн т, в 2017 г ожидается 11 млн т (рус.). 9 апрель 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 10 апрель архивланған.(рус.). 9 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 1992-1993 годы (аналитическое представление) . Центральный банк РФ (9 июль 2008). Дата обращения: 3 июнь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 1994 год (аналитическое представление) . Центральный банк РФ (9 июль 2008). Дата обращения: 3 июнь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 1995 год (аналитическое представление) . Центральный банк РФ (9 июль 2008). Дата обращения: 3 июнь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 1996 год (аналитическое представление) . Центральный банк РФ (9 июль 2008). Дата обращения: 3 июнь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 1997 год (аналитическое представление) . Центральный банк РФ (9 июль 2008). Дата обращения: 3 июнь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 1998 год (аналитическое представление) . Центральный банк РФ (9 июль 2008). Дата обращения: 3 июнь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 1999 год (аналитическое представление) . Центральный банк РФ (9 июль 2008). Дата обращения: 3 июнь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 2000 год (аналитическое представление) . Центральный банк РФ (9 июль 2008). Дата обращения: 3 июнь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 2001 год (аналитическое представление) . Центральный банк РФ (9 июль 2008). Дата обращения: 3 июнь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 2002 год (аналитическое представление) . Центральный банк РФ (9 июль 2008). Дата обращения: 3 июнь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 2003 год (аналитическое представление) . Центральный банк РФ (9 июль 2008). Дата обращения: 3 июнь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 2004 год (аналитическое представление) . Центральный банк РФ (9 июль 2008). Дата обращения: 3 июнь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 2005 год (по РПБ6). Аналитическое представление . Центральный банк РФ (11 апрель 2013). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 2006 год (по РПБ6). Аналитическое представление . Центральный банк РФ (4 июль 2013). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 2007 год (по РПБ6). Аналитическое представление . Центральный банк РФ (4 июль 2013). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 2008 год (по РПБ6). Аналитическое представление . Центральный банк РФ (10 апрель 2013). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 2009 год (по РПБ6). Аналитическое представление . Центральный банк РФ (10 апрель 2013). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 2010 год (по РПБ6). Аналитическое представление . Центральный банк РФ (9 апрель 2013). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 2011 год (по РПБ6). Аналитическое представление . Центральный банк РФ (2 октябрь 2013). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 2012 год (по РПБ6). Аналитическое представление . Центральный банк РФ (3 апрель 2014). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за 2013 год (по РПБ6). Аналитическое представление . Центральный банк РФ (1 июль 2014). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.
- ↑ Платежный баланс Российской Федерации за январь-сентябрь 2014 года (по РПБ6). Аналитическое представление . Центральный банк РФ (12 ғинуар 2015). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.
- ↑ Экспорт России важнейших товаров за январь-декабрь 2005 года . Федеральная таможенная служба РФ (14 февраль 2006). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Товарная структура экспорта Российской Федерации со всеми странами за январь-декабрь 2005 года . Федеральная таможенная служба РФ (14 февраль 2006). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Товарная структура импорта Российской Федерации со всеми странами за январь-декабрь 2005 год . Федеральная таможенная служба РФ (14 февраль 2006). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Экспорт России важнейших товаров за 2006 г. Федеральная таможенная служба РФ (13 февраль 2007). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Товарная структура экспорта Российской Федерации со всеми странами за 2006 г. Федеральная таможенная служба РФ (13 февраль 2007). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Товарная структура импорта Российской Федерации со всеми странами за 2006 г. Федеральная таможенная служба РФ (13 февраль 2007). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Экспорт России важнейших товаров за январь-декабрь 2007 г. Федеральная таможенная служба РФ (8 февраль 2008). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Товарная структура экспорта Российской Федерации со всеми странами за январь-декабрь 2007 г. Федеральная таможенная служба РФ (8 февраль 2008). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Товарная структура импорта Российской Федерации со всеми странами за январь-декабрь 2007 г. Федеральная таможенная служба РФ (8 февраль 2008). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Экспорт России важнейших товаров в 2008 году . Федеральная таможенная служба РФ (4 февраль 2009). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Товарная структура экспорта Российской Федерации со всеми странами за 2008 год . Федеральная таможенная служба РФ (4 февраль 2009). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Товарная структура импорта Российской Федерации со всеми странами за 2008 год . Федеральная таможенная служба РФ (4 февраль 2009). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Экспорт России важнейших товаров в 2009 году . Федеральная таможенная служба РФ (8 февраль 2010). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Товарная структура экспорта Российской Федерации со всеми странами за 2009 год . Федеральная таможенная служба РФ (8 февраль 2010). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Товарная структура импорта Российской Федерации со всеми странами за 2009 год . Федеральная таможенная служба РФ (8 февраль 2010). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Экспорт России важнейших товаров в январе-декабре 2010 г. Федеральная таможенная служба РФ (8 февраль 2011). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Товарная структура экспорта Российской Федерации со всеми странами за январь-декабрь 2010 г. Федеральная таможенная служба РФ (8 февраль 2011). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Товарная структура импорта Российской Федерации со всеми странами за январь-декабрь 2010 г. Федеральная таможенная служба РФ (8 февраль 2011). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Экспорт России важнейших товаров в январе-декабре 2011 г. Федеральная таможенная служба РФ (8 февраль 2012). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Товарная структура ЭКСПОРТА Российской Федерации со всеми странами январь-декабрь 2011 г. Федеральная таможенная служба РФ (8 февраль 2012). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Товарная структура ИМПОРТА Российской Федерации со всеми странами январь-декабрь 2011 г. Федеральная таможенная служба РФ (8 февраль 2012). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Экспорт России важнейших товаров в январе-декабре 2012 г. Федеральная таможенная служба РФ (13 февраль 2013). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Товарная структура ЭКСПОРТА Российской Федерации со всеми странами январь-декабрь 2012 г. Федеральная таможенная служба РФ (13 февраль 2013). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Товарная структура ИМПОРТА Российской Федерации со всеми странами январь-декабрь 2012 г. Федеральная таможенная служба РФ (13 февраль 2013). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Экспорт России важнейших товаров в январе-декабре 2013 г. Федеральная таможенная служба РФ (12 февраль 2014). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Товарная структура ЭКСПОРТА Российской Федерации со всеми странами январь-декабрь 2013 г. Федеральная таможенная служба РФ (12 февраль 2014). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Товарная структура ИМПОРТА Российской Федерации со всеми странами январь-декабрь 2013 г. Федеральная таможенная служба РФ (12 февраль 2014). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Экспорт России важнейших товаров в январе-ноябре 2014 г. Федеральная таможенная служба РФ (14 ғинуар 2015). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Товарная структура ЭКСПОРТА Российской Федерации со всеми странами январь-ноябрь 2014 г. Федеральная таможенная служба РФ (14 ғинуар 2015). Дата обращения: 16 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Товарная структура ИМПОРТА Российской Федерации со всеми странами январь-ноябрь 2014 г. Федеральная таможенная служба РФ (14 ғинуар 2015). Дата обращения: 16 ғинуар 2015.(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дэниел Ергин. Добыча: Всемирная история борьбы за нефть, деньги и власть = The Prize: The Epic Quest for Oil, Money, and Power. — М.: «Альпина Паблишер», 2011. — 960 с. — ISBN 978-5-9614-1252-9.
- Шепелёв Л. Е. Проблемы организации нефтяного производства в дореволюционной России. Научные доклады, № 5 (R)–2009. — СПб.: ВШМ СПбГУ, 2009. — 38 с.
- Шевелева А. В. История создания и современное состояние вертикально-интегрированных нефтяных компаний в России // Журнал Вестник МГИМО-университета. — Выпуск № 5. — 2009.
- Шулятиков В. И. В Империи экспорт нефти был запрещен. Газета «Морские вести России». 2016 г. № 1 (428) с.16-18 [1]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Раздел о нефтяной промышленности на сайте журнала «Эксперт» (2006)
- НЕФТЯНАЯ ОТРАСЛЬ РОССИИ ’2014: ОСНОВНЫЕ ИТОГИ И ВОЗМОЖНЫЕ ПУТИ РАЗВИТИЯ 2016 йыл 4 март архивланған. / E&Y, Нефтегазовая вертикаль, № 6 2015 с. 34-39
- Нефтяная промышленность России: итоги 2009 г / Минеральные ресурсы России. Экономика и Управление, № 3 2010 стр 48-57