Эстәлеккә күсергә

Рәсәйҙә социаль туризм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Рәсәйҙә социаль туризм — сығымдары бюджет, дәүләттең бюджеттан тыш фондтары һәм эш биреүселәрҙең аҡсалары иҫәбенә тулыһынса йәки өлөшләтә ҡапланған туризм[1].

Рәсәйҙә социаль туризм һәм уның төшөнсәһе «Рәсәй Федерацияһында туризмк эшмәкәрлеге нигеҙҙәре тураһында»ғы (рус. «Об основах туристской деятельности в Российской Федерации») федераль закон менән көйләнә һәм билдәләнә. Уға ярашлы, социаль туризм туристик эшмәкәрлекте дәүләт көйләүе йәһәтенән өҫтөнлөккә эйә. Әммә 2010 йылға тиклем был йүнәлештә бер норматив акт та ҡабул ителмәгәнлектән, белгестәр ҡанун нормаларының декларатив булыуын билдәләй[1]. Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер субъекттары, атап әйткәндә Краснодар крайы һәм Санкт-Петербург, социаль туризмды үҫтереү шарттарын үҙаллы билдәләргә ынтыла: финанс ярҙам нормаларын нигеҙләй, сығымдарын өлөшләтә ҡайтарыуға дәғүә итә алыусыларҙы асыҡлай[2].

Рәсәйҙән айырмалы, Европа илдәрендә туризмдың был йүнәлеше социаль яҡтан тәьмин итеүгә нигеҙләнмәгән, ә хеҙмәткәрҙәргә ҙур ташлама менән һатылған «отпуск чектары» системаһына ҡоролған[3]. Был чектар, махсус органдар тарафынан сығарылып, эш биреүселәр һәм йәмғиәт ойошмалары аша таратыла. Рәсәйҙә иһә, шул уҡ Европанан айырмалы рәүештә, дәүләттең роле ғәмәлдә үҙ сығымдарын ҡаплаған социаль туризм системаһына кәрәкле шарттар тыуҙырыуҙа түгел, башлыса уны финанслауҙа тора[4].

Рәсәйҙәге социаль туризм шифаханаларҙа дауаланыу менән тығыҙ бәйләнгән[5]. Хеҙмәт менән ҡулланыусы һәм тәҡдим итеүсе араһында килешеү мөнәсәбәттәре һәм уларға тейешле турист хоҡуҡтары барлыҡҡа килмәй[6], шуға күрә шифахана хеҙмәттәре һәм уға түләү ысылдары туризм продукты тип ҡабул ителмәй. Башлыса социаль туризмды финанслау бюджет (быға граждандарҙы социаль яҡлау тураһындағы ҡануниәте шарт булып тора)[5] һәм тағы ла бюджеттан тыш фондтар аҡсалары иҫәбенә эшләнә[7]. Финанслауҙың өсөнсө сығанағы — эш биреүселәрҙең аҡсалары[8].

Социаль туризмда эшҡыуарлыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт һәм фондтарҙан башҡа социаль туризмға социаль эшҡыуарҙары йоғонтоло финанс ярҙам күрһәтәләр. Улар туризм хеҙмәттәре менән ҡулланыуҙы бизнес-йүнәлеш һәм инновацион сиселеш иҫәбенә еңеләйтәләр, һәм бер үк ваҡытта льготалы займдар һәм гранттар алыуға тендерҙарҙа ҡатнашалар[9].

Социаль туризм өлкәһендә эшҡыуарлыҡты тормошҡа ашырыуҙың миҫалдарының береһе булып «Росомаха» Камчатка йәштәр туризмы үҙәге булып тора. Үҙәк үҙенең эшендә 50/50 стратегияһы менән файҙалана: һәр туристик төркөмдөң яртыһын социаль («льготалы») туристар, ә икенсе өлөшөн ябай («льготаһыҙ») туристар тәшкил итә[9].

  • Соколова Н. А. Социальный туризм как особый объект правового регулирования // Туризм в Российской Федерации: правовое регулирование: учебное пособие. — Wolters Kluwer Russia, 2010. — С. 16—27.