Эстәлеккә күсергә

Рәсәй дәүләт профессиональ-педагогия университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй дәүләт профессиональ-педагогия университеты
Нигеҙләү датаһы 1 сентябрь 1979
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Орджоникидзевский район[d]
Урынлашҡан урамы улица Машиностроителей[d]
Уҡыусылар һаны 12 000
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Екатеринбург, Рәсәй
Рәсми сайт rsvpu.ru[2]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Рәсәй дәүләт профессиональ-педагогика университеты уҡытыусылары
Карта
 Рәсәй дәүләт профессиональ-педагогия университеты Викимилектә

Рәсәй дәүләт профессиональ-педагогия университеты — Екатеринбург ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто. Тулы исеме — Юғары белем биреү федераль дәүләт автономиялы учреждениеһы «Рәсәй дәүләт профессиональ-педагогия университеты» (ФГАОУ ВО «РГППУ»).

1979 йылдың 1 сентябрендә Свердловск инженер-педагогия институты (СИПИ) булараҡ нигеҙ һалынған. 19932001 йылдарҙа — Урал дәүләт профессиональ-педагогия университеты (УГППУ). 2001 йылдан — РГППУ. Университеттың төп корпусы Уралмаш районында урынлашҡан.

Университет составында 5 институт, 1 колледж, докторантура, аспирантура, Свердловск өлкәһҡалаларында һәм унан ситтә 4 филиалы бар.

Университет ректоры — Евгений Михайлович Дорожкин, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, педагогия фәндәре докторы, профессор.

Свердловск инженер-педагогия институты СССР Министрҙар Советының 1978 йылдың 2 июнь ҡарары нигеҙендә ойошторола һәм илдә беренсе инженер-педагогия институты була. Машина төҙөлөшө һәм электр энергетикаһы факультеттарына нигеҙ һалына, улар составына 12 кафедра инә. Беренсе ректоры Василий Васильевич Блюхер, В. К. Блюхерҙың улы була.

Педагогия институтында кадрҙар әҙерләү системаһының төп бурысы булып тора башланғыс, урта һәм юғары профессиональ белем биреү.

Беренсе белгестәр 1984 йылда сығарыла. 1985 йылда СИПИ ректоры итеп ғалим-химик һәм педагог Евгений Викторович Ткаченко, буласаҡ Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры, тәғәйенләнә. Яңы ректор институтты үҫтереүгә һәм илдең инженер-педагогия белеме системаһында уның төп ролен арттырыуға йүнәлеш ала. Ткаченко осоронда институт янында аспирантура һәм диссертацион совет ойошторола, уҡыу процесын компьютерлаштырыу үткәрелә.

1987 йылда СССР Мәғариф минстрлығы һәм Дәүләт һөнәри белем биреү коллегияларының берлектәге ултырышында Свердловск инженер-педагогия институты инженер-педагогия белем биреү өлкәһендә илдең алдынғы юғары уҡыу йорто тип раҫлана.

1992 йыл Ткаченко министрҙың беренсе урынбаҫары, ә унан һуң Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры була. Ректор вазифаһын башҡарыусы Геннадий Михайлович Романцев тәғәйенләнә, һәм киләһе йылдың май айында конкурс нигеҙендә биш кандидат араһынан ректор итеп һайлана.

1993 йылдың декабрендә мәғариф министры бойороғо менән Свердловск инженер-педагогия институты (СИПИ) Урал дәүләт профессиональ-педагогия университеты (УГППУ) итеп үҙгәртелә.

2001 йылдың 27 ноябрендә Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының бойороғона ярашлы, Урал дәүләт профессиональ-педагогия университеты (УГППУ) Рәсәй дәүләт профессиональ-педагогия университеты (РГППУ) тип атала башлай .

2013 йылдың 22 мартында конкурс нигеҙендә өс кандидат араһынан Евгений Михайлович Дорожкин һайлана. 2013 йылдың 22 апреленән ул вазифа башҡара. Г. М. Романцев университеттың ғилми етәксеһе вазифаһына күсә. РГППУ президенты вазифаһына индереү буйынса процедуралар башлана[3].

РДППУ структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыу подразделениелары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
    • Инженер-педагогия белем биреү институты (ИПО)
    • Психология-педагогия белем биреү институты (ППО)
    • Гуманитар һәм социаль-иҡтисади белем биреү институты (ГСЭО)
    • Профессиональ-педагогия белем биреү территориялар системаһы үҫеше институты (ИРТС ППО)
    • Өҙлөкһөҙ белем биреү институты (ИНО)

Ғилми подразделениелары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Белем биреүҙә инновациялар ғилми-тикшеренеү институты
  • Һөнәрселекте үҫтереү институты
  • Үҫеш психологияһы ғилми-тикшеренеү институты
  • Рәсәй белем биреү академияһы урал бүлексәһенең Урал фәнни-мәғариф үҙәге
  • Белгестәр әҙерләү сифаты мәсьәләләрен тикшереү үҙәге филиалы
  • Конденсацияланған материалдарҙың юғары температуралы йылыфизик тикшеренеүҙәр тармаҡ-ара үҙәге
  • Мәғлүмәти технологиялар үҙәге
  • Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге
  • «Конфуций мәктәбе» халыҡ-ара проектын тормошҡа ашырыу буйынса белем биреү үҙәге
  • Ғилми-уҡытыу үҙәге
  • Шәхестең һөнәри үҫеүе факультет-ара тикшеренеү лабораторияһы
  • Һөнәри белем биреүҙә компьютер технологиялары кафедра-ара ғилми-тикшеренеү лабораторияһы
  • Магнит-гидродинамик (МГД) үҙгәртеп тороусыларҙың (преобразователь) вуз-академия лабораторияһы (РГППУ һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлексәһе йылылыҡ физикаһы Институты тарафынан булдырылған).
  • Наркомания мониторингы һәм иҫкәртеү тикшеренеүҙәре лабораторияһы
  • Биҙәү һынлы сәнғәте һәм боронғо икона яҙыу ғилми-тикшеренеү лабораторияһы
  • Уҡыусы йәштәр, үҫмерҙәр һәм балаларҙың функциональ торошо диагностикаһы, коррекцияһы һәм мониторингы ғилми-тикшеренеү лабораторияһы
  • РГППУ-на Түбәнге Тагил ҡалаһындағы «Түбәнге Тагил дәүләт социаль-педагогия институты» буйһона[4]
  1. Directory of Open Access Journals — 2003.
  2. Google Knowledge Graph — 2012.
  3. ный
  4. йт у