Эстәлеккә күсергә

Рәсәй стратегик тикшеренеүҙәр институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй стратегик тикшеренеүҙәр институты
(РИСИ)
Файл:Российский институт стратегических исследований.jpeg
Исеме

рус. Федераль дәүләт фәнни бюджет учреждение «Рәсәй стратегик тикшеренеүҙәр институты»

Халыҡ-ара исеме

Russia's Institute for Strategic Studies

Нигеҙләнгән

1992

Директор

Фрадков Михаил Ефимович (2017 йылдың 4 ғинуарынан)

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Мәскәү

Юридический адрес

125413, Мәскәү ҡалаһы, Флотская урамы, йорт 15Б

Сайт

www.riss.ru

Рәсәй стратегик тикшеренеүҙәр институты (РИСИ) — федераль дәүләт фәнни бюджет учреждениеһы. Рәсәй Федерацияһы Президентының 1992 йылдың 29 февралендәге 202-се һанлы «Рәсәй стратегик тикшеренеүҙәр институтын булдырыу тураһында»[1] Указына ярашлы ойошторола.

Эшмәкәрлек формалары һәм йүнәлештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ғилми-тикшеренеү эше;
  • мәғлүмәти-аналитик материалдар, тәҡдимдәр, кәңәштәр, Рәсәй дәүләт структуралары өсөн эксперт баһалау әҙерләү
  • Рәсәйҙең милли именлек һәм стратегик мәнфәғәттәренә ҡағылышлы проблемалар тураһында сәйәси һәм фәнни даирә вәкилдәренә, йәмәғәтселеккә хәбәр итеү;
  • фәнни-ғәмәли конференциялар, семинарҙар, өҫтөнлөклө проблемалар буйынса ситуацион анализдар ойоштороу һәм үткәреү;
  • мәғлүмәти-консалтинг хеҙмәттәр күрһәтеү

Директорҙар

Директор урынбаҫарҙары Т. С. Гузенкова, И. В. Прокофьев, Г. Г. Тищенко, А. В. Глазова.

Баш кәңәшсеһе Т. А. Кокарев.

  • Рәсәй стратегик тикшеренеүҙәр институты директор урынбаҫары, тарих фәндәре докторы Т. С. Гузенкова; Рәсәй стратегик тикшеренеүҙәр институтының яҡын сит ил проблемаларын тикшеренеүҙәр Үҙәге башлығы урынбаҫары, тарих фәндәре докторы, көньяҡ һәм көнбайыш славяндар тарихы буйынса белгес О . В. Петровская һәм Рәсәй стратегик тикшеренеүҙәр институтының демография, миграция һәм этник, дини проблемалар секторы башлығы, социология фәндәре кандидаты И. И. Белобородов үҙҙәренең Мәскәү ҡала думаһына докладында, Спид эпидемияһы тураһында белдереүҙәр (СПИД-ҡа ҡаршы көрәш буйынса Федераль үҙәк башлығы Вадим Покровский ҙә был турала белдереү яһағайны) Көнбайыштың Рәсәйгә ҡаршы мәғлүмәти һуғышының бер өлөшө тип атанылар. («ВИЧ/Спид проблемаһы Рәсәйгә ҡаршы мәғлүмәт һуғышы элементы сифатында ҡулланыла»). ВИЧ менән көрәштең ике төрө барлығы күрһәтелә: көнбайыш («неолибераль идеологик контент, милли үҙенсәлектәргә битарафлыҡ һәм хәүеф төркөмөнә кергән — наркомандар, ЛГБТ хоҡуҡтарын абсолютлаштырыуҙы үҙ эсенә ала») һәм Мәскәүҙеке («Рәсәй халҡының мәҙәни, тарихи һәм психологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә ала, традицион ҡиммәттәргә һәм консерватив идеологияға таяна»). Билдәләп үтелгәнсә, донъя берләшмәһе Рәсәйгә ауырыу менән көрәштең беренсе ысулын тәҡдим итә һәм шуның менән эпидемия темаһын «үҙ аллы эске һәм тышҡы сәйәсәт алып барырға йөрьәт иткән ил булараҡ, Рәсәйҙең ҡаршы тороу сәйәси проблеманына»[3] әйләндерә.
  • Strategic Institute Studies