Эстәлеккә күсергә

Рәсәй (кинотеатр, Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кинотеатр
Кинотеатр «Россия»
Кинотеатр фасады һүтеү барышында
Кинотеатр фасады һүтеү барышында
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Ҡала Дондағы Ростов
Проект авторы Эберг Лев Леонидович
Нигеҙләнгән 1959 йыл
Дата упразднения 2015 йыл
Статус Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы 4 /6130155000
Бөгөнгө хәле һүтелгән

«Россия» — Дондағы Ростов ҡалаһының уртаһында, Максим Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркына ингән ерҙә урынлашҡан тарихи кмнотеатр. 1990-сы йылдар аҙағында файҙа килтермәй торған булыуы арҡаһында бина кинотеатр булараҡ эшләүҙән туҡтай, ә 2000-се йылдарҙа Назаретов Ким Аведикович исемендәге муниципаль джаз үҙәгенә бирелә. 2008 йылда кинотеатр авария хәлендә тип таныла һәм 2016 йылда ул тулыһынса һүтелә.

1930-сы йылдар аҙағында М. Горький исемендәге паркка Пушкин урамы яғынан ингән ерҙә ҡала властәре эстрада театры төҙөргә планлаштыра. Уны 1941 йылдың аҙағында асырға ниәтләйҙәр. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башланып китеүе арҡаһында төҙөлөш тамамланмай ҡала. 1942 йылдың йәйендә бина бер нисә авиабомбаның тура тейеүе сәбәпле ныҡ зыян күрә. Төҙөлөп бөтмәгән эстрада театры емереклектәре Пушкин урамында 1950-се йылдар аҙағына тиклем тиерлек ята. 1950 йылда был урында илдең көньяғында иң ҙур кинотеатр төҙөргә ҡарар ителә. Бинаның проектын Ростов архитекторы Лев Леонидович Эберг эшләй[1].

Бина үҙендә эклектика, неоклассицизм һәм конструктивизм элементтарын берләштерә: фасадта вертикаль тәҙрә рәшәткәһе стилләштерелгән колонналар менән берләшеп, кинотеатрға ҡабатланмаҫ, таныулы тышҡы күренеш бирә.

«Россия» кинотеатры 1959 йылдың 5 ноябрендә тантаналы асыла. Дондағы Ростов СССР-ҙа панорамалы кинотеатр барлыҡҡа килгән дүртенсе (Мәскәү, Ленинград һәм Киевтан ҡала) ҡала була. Тамашасылар залы 960 кешене һыйҙыра һәм махсус тауыш үткәрмәүсе маиериал менән эшкәртелгән була. Ҙур бөгөлгән киноэкрандың (32×10 м) солғап алыу мөйөшө 170° тәшкил итә. «Россия» ул осорҙағы иң яңы кинопроекция аппаратураһы менән тәьмин ителгән була[2].

Совет осоронда «Россия» кинотеатры

Төҫлө тулы метражлы «Киң минең тыуған илем» документаль фильмы «Россия» кинотеатрында күрһәтелгән беренсе кинотаҫма була. Унан һуң беренсе панорамалы төҫлө нәфис фильм «Аға Волга» күрһәтелә, аҙаҡ «Утлы йылдар повесы» панорамалы нәфис фильм күрһәтелә. Был фильмдар «Россия» кинотеатрында бер нисәшәр ай буйы туп-тулы залда бара. Икенсе ҡатта Балаев Георгий Михайлович етәкселегендәге эстрада оркестры урынлаша.

1990-сы йылдарҙа кино күрһәтеүҙән килем кәмей башлай. Кинотеатрҙың зыянлылығы уны 1990-сы йылдар аҙағында ябырға мәжбүр итә. Күпмелер ваҡыт администрация ҙур залды бүтән маҡсатҡа яраҡлаштырырға маташа. Бында артистарҙың гастролдәре, йәмәғәт лекциялары, тренингтар, тундарҙы күргәҙмә-һатыуҙар һәм хатта һуғышсан тоҡомоло эттәрҙең алышы үткәрелә. 2000-се йылдар уртаһында бина Назаретов Ким Аведикович исемендәге муниципаль джаз үҙәгенә бирелә.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа төҙөлөш материалы ныҡ етешмәү сәбәпле бина бөтөнләй тиерлек фундаментһыҙ төҙөлә, сифатһың цемент һәм ватылған кирбес ҡулланыла. 2007 йылда элекке кинотеатрға капиталь ремонт талап ителә, ул план буйынса бер йылдан тамамланырға тейеш була. Ләкин яңыртыу ваҡытында бинаның авария хәлендә булыуы һәм һүтергә кәрәклеге асыҡлана. Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы ведомстволары менән мәҙәни мираҫ объектын емертеүгә ҡағылышлы төрлө килешеүҙәр төҙөү, инвестор эҙләү 8 йыл ваҡытты ала. Тик 2016 йылдың йәйендә кинотеатр бинаһын тулыһынса һүтәләр.

Уның урынына 2018 йылда архитектор Светлана Бегалова проекты буйынса тарихи фасадты тергеҙеп мәҙәни-күңел аса торған комплекс төҙөләсәк[3].

  1. Из кинотеатра «Россия» в Ростове могут сделать 9-уровневый комплекс. Аргументы и факты. Дата обращения: 26 февраль 2017.
  2. В Ростове демонтировали кинотеатр ‘Россия’. Дон-ТР. Дата обращения: 26 февраль 2017.
  3. Судьба "России" решается в Ростове (прошлое, настоящее и будущее кинотеатра "Россия"). Ростовское отделение ВООПИК.