Рәхмәт (фильм)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Нәфис фильм
Режисёр Әнүәр Райбаев
Оператор Илсур Ишаев
Рәссам Руслан Мәғәлимов
Композитор Урал Иҙелбаев
Сценарий Таңсулпан Бураҡаева

Зөһрә Бураҡаева

Киностудия Башкортостан

Рәхмәт — «Башҡортостан» киностудияһы 2007 йылда төшөргән әҙ сығымлы, ғаилә менән ҡарау өсөн тәғәйенләнгән мажаралы музыкаль комедия. Уның премьераһы апрель айында була, ә декабрҙә ул Өфөнөң «Родина» кинотеатрында күрһәтелә[1].

Фильм 2008 йылда 16—22 октябрендә Ҡазанда «Алтын Минбар» мосолман киноһы фестивалендә конкурстан тыш күрһәтелә[2], ә бер нисә көндән Төркиәнең Анталия ҡалаһында «Алтын апельсин» кинофестивале сиктәрендә IV Халыҡ-ара евразия кино фестивалендә шулай уҡ конкурстан тыш программала ҡатнаша. Видеотаҫмаға төшөрөлөүе арҡаһында ғына ул конкурс программаһына үткәрелмәй[3].

Ҡатнашалар: Илфат Йомағолов (төп ролдә), Морат Амантаев, Азат Йыһаншин, Сәйҙә Ильясова, Гөлназ Имамова, Руслан Ғәлиев, Сулпан Асҡарова, Урал Иҙелбаев, Илнур Лоҡманов, Гүзәл Багаева, Айназа Йомағолова, Руслан Шәйхетдинов, Гүзәл Сәғитова, Сәғиҙулла Байегет, Азамат Ғафаров, Хәким Мортазин, Зилә Сәғәҙиева, Салауат Вәхитов, Маурисио Соарес.

Фильмдан өҙөктө Башклип сайтында ҡарарға була.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Прокат: художественный фильм "Рахмат" (рус.)
  2. Башкирский фильм "Рахмат" будет представлен на фестивале мусульманского кино "Золотой Минбар" вне конкурсного показа (рус.)
  3. [Башкирский фильм "Рахмат" примет участие в Международном евразийском фестивале кино] (рус.)