Сабаҡты
Озеро | |
Сабаҡты | |
---|---|
башҡ. Сабаҡты | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 167 м |
Үлсәме | 2,12 × 1,53 км |
Майҙаны | 2,4 км² |
Күләме | 5,1 км³ |
Яр һыҙаты | 5,8 км |
Иң тәрән урыны | 6 м |
Уртаса тәрәнләк | 2,8 м |
Гидрология | |
Тоҙлолоғо | сөсө ‰ |
Урынлашыуы | |
53°36′54″ с. ш. 58°39′24″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Идентификаторы | |
Код в ГВР: 12010000311112200000537 | |
Регистрационный номер в ГКГН: 0525840 | |
Сабаҡты— Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районында урынлашҡан күл. Географик координаталары: 53°36'55
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл өҫтө майҙаны — 2,4 квадрат ки; оҙонлоғо — 2.3 км; Уртаса киңлеге — 1,0 км; уртаса тәрәнлеге — 2,8 м (макс. — 6,0 м); һыу күләме — 5,1 млн кубометр; һыу йыйыу майҙаны — 9,0 квадрат км.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сабаҡты күле Йәнгел йылғаһы үҙәнендә, Күсем руднигы аша төньяҡ-көнбайышҡа табан урынлашҡан.
Ҡырҡтытау һыртының көнсығыш итәгендә, Яҡтыкүл менән Ҡарабалыҡты күлдәре араһында ята.
Яҡтыкүл менән 560 м һаҙлы муйын аша тоташҡан. Ҡарабалыҡты менән Сабаҡты күлдәрен бейек булмаған убалар айырып тора.
Тектоник күл. Ҡарамалы таш свитаһы базальттарында, кремнийлы һәүерташтарында, ирәндек свитаһы андезибазальттарының туфтарында һәм лаваларында барлыҡҡа килгән.
Соҡоро табаҡ һымаҡ. Тымыҡ күл. Ҡатнаш, башлыса ер өҫтө һыуҙары менән туйына. Күлдең һыуы тиҙ йылына.
Һыуы сөсө, натрий-магний-содалы. Күл эвтрофлы, йәғни биоген элементтарға бай. Ярҙары һөҙәк, көньяҡ-көнсығышта — текә.
Үҫемлектәр донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яғындағы ландшафы ҡайынлыҡтарҙан, һирәгәйгән ҡарағай һәм ҡарағас урмандарынан тора.
Күл буйы урман һәм болон үҫемлектәре менән ҡапланған, асыҡ урындарҙа күбеһенсә Йондоҙҡай (ҡан үлән) һәм ҡуян кәбеҫтәһе осрай.
Ташлы урындарҙа альп астраһы, сәнскәкле ҡуян кәбеҫтәһе һ.б. үҫә. Көнсығышта һирәгәйгән ҡайынлыҡтар Урал арьяғы далаларына күсә.
Фауна
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлдә ҡарабалыҡ, табан балыҡ, сабаҡ, суртан, алабуға һәм башҡа балыҡтар күп. Яр буйында һуна өйрәк, бүрекле мәрйенгүҙ, сумғыс өйрәк, күл аҡсарлағы, көйөлдө һәм башҡалар йәшәй.
Топонимика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлдең исеме балыҡ атамаһынан, сабаҡ (плотва) һүҙенән алынған. Күл төбө ҡомло, ләм менән ҡапланған, ылымыҡтар бик ныҡ ҡуйырған. Йөҙә белмәгән тәжрибәһеҙ кешеләр өсөн күлгә төшөү бик хәүефле.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]