Сабирова Ләлә Нәғим ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сабирова Ләлә Нәғим ҡыҙы
Тыуған көнө 1947
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], Бейек тау районы
Һөнәр төрө мөхәррир

Сабирова Ләлә Нәғим ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Ғимаҙиева, 1 март 1947 йыл, РСФСР, ТАССР, Дөбъяҙ районы, Мәмдәл ауылы) — балалар яҙыусыһы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Татарстан Журналистар (1988) һәм яҙыусылар (1995) союзы ағзаһы. Сажидә Сөләймәнова премияһы лауреаты (2013).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Л.Н.Сабирова 1.png
«Бер уч борчак» китабы (ТКН, 2016)

Сабирова Ләлә Нәғим ҡыҙы 1947 йылдың 1 мартында Татарстан Республикаһы Дөбъяҙ (1963 йылдан Йәшел Үҙән районы, 1965 йылдан Бейек тау районы)[1] районының Мәмдәл ауылында ете балалы уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Мәмдәл урта мәктәбен (1964)[2], Ҡазан дәүләт университетының тарих-филология факультетын (1969) тамамлаған.

19691971 йылдарҙа «Татарстан яшьләре» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр.

19711988 йылдарҙа Бейек тау районы Оло Битаман ауылы мәктәбендә уҡытыусы, директор урынбаҫары булып эшләй.

1988 йылдан Ҡазанда «Йәш ленинсы» гәзитенең (1990 йылдан «Сабантуй» гәзите, 2014 йылдан «Сабантуй» журналы) әҙәби хеҙмәткәре, яуаплы сәркәтибе, баш мөхәррир урынбаҫары, 19952014 йылдарҙа баш мөхәррир булып эшләй.

1960 йылдарҙа беренсе хикәйәләре «Колхозчы» исемле район гәзитендә, «Пионер» (хәҙерге «Ялҡын») журналында күренә. Бәләкәйҙәр өсөн яҙған ҡыҫҡа хикәйәләре 1964 йылда «Тылсымлы таяҡ» исемле коллектив йыйынтыҡта баҫыла.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Кызарган алмалар. К.: ТКН, 1986.
  2. Мыеклы фәрештә.К.: ТКН, 1999.
  3. Бер уч борчак. К.: ТКН, 2016. ISBN 978-5-298-03104-2
  4. Ике әни һәм математика. К.: ТКН, ?

Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1997 — Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • 2013 — Сажидә Сөләймәнова премияһы лауреаты[3]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Мартта кабынган йолдызлар. Ләлә Сабирова. «Сөембикә», 2017 ел, март, 63нче бит.
  2. Рәис Даутов. Балачак әдипләре: биографик белешмәлек. К.: «Мәгариф», 2004.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Искәрмәләр

  1. [Татарский энциклопедический словарь] К.: Институт татарской энциклопедии АН РТ, 1999. ISBN 0-9530650-3-0
  2. Хәй Вахит исемендәге Мәмдәл гомуми урта белем бирү мәктәбе. «Татарстан Республикасында электрон мәгариф» порталы
  3. В Альметьевске состоялось вручение литературных премий им. С. Сулеймановой. VolgaNews.Ru, 24.10.2013