Савицкая Кристина Николаевна
Савицкая Кристина Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 июнь 1991[1][2] (33 йәш) |
Тыуған урыны | Красноярск, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | еңел атлет |
Спорт төрө | Еңел атлетика |
Спорт дисциплинаһы | семиборье[d] |
Ҡатнашыусы | Олимпиада уйындары 2012 |
Савицкая Кристина Николаевна Викимилектә |
Савицкая Кристина Николаевна (10 июнь 1991 йыл) — Рәсәй еңел атлеты. 2012 йылда Олимпия уйындарында сығыш яһаусы. Күпбәйгелә ике тапҡыр Рәсәй чемпионы (2012, 2013). Халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кристина Николаевна Савицкая 1991 йылдың 10 июнендә Красноярск ҡалаһында тыуған. Еңел атлетика менән 13 йәшендә ата-әсәһенең нәсихәте буйынса дөйөм сәләмәтлекте нығытыу өсөн шөғөлләнә башлай, ләкин бер йылдан һуң инде ҡыҙға крайҙың иң тәжрибәле тренеры Владимир Савушкин иғтибар итә[3].
Савицкая өсөн беренсе халыҡ-ара старт булып 2007 йылда үҫмерҙәрҙең донъя чемпионаты тора, унда ҡыҙ 16-сы һөҙөмтә күрһәтә. Ике йылдан һуң юниорҙар араһында Европа чемпионатында Кристина финишҡа 6-сы булып килә[4].
Үҙе өсөн беренсе өлкән Рәсәй чемпионатында 2011 йылда программаһының бөтә ете төрө һөҙөмтәләре буйынса Ольга курбан еңеү яулай, ә уның артынан финишҡа килгән Савицкая Кристина һәм Богданова Анна баллдарҙың тиң һанын йыя. Өҫтәмә күрһәткестәр буйынса Богданова, Савицкаяны «көмөш» өсөн көрәштә үҙып китеп, йомғаҡлау табелендә юғарыраҡ була[5].
2012 йылда Рәсәй чемпионатында, карьераһында тәүге тапҡыр 6000 балды атҡарып[6] һәм Красноярск крайында рекорд ҡуйып[7], Кристина был ярыштарҙа ышаныслы еңеү яулай һәм шулай итеп Олимпия уйындарында ҡатнашыуға мөмкинлек ала[8].
Лондонда спортсы шәхси ҡаҙаныштарын яңырта, әммә уның көсһөҙ урыны булып һөңгө ырғытыу тора (17-се һөҙөмтә); һөҙөмтә — 7-се урынды биләй. Еңеүселәре бүләкләү алдынан судьялар яңылыш дисквалификацияланған немка Лилли Шварцкопфты тергеҙәләр, һөҙөмтәлә Кристина Савицкая табелдә 8-се урынға күсә[9]. Тыйылған матдәләрҙе ҡулланыуы өсөн дисквалификацияланған рәсәйле Татьяна Чернова һәм украин ҡыҙы Людмила Йосипенконан һуң Кристина Савицкая Олимпиаданың йомғаҡлау протоколында 6-сы урынды биләй.
2013 йылда Рәсәй чемпионатында ете бәйге ярыштарында Савицкаяға тиң булыусылар булмай. Еңеү спортсыға Мәскәүҙәге донъя чемпионатында ҡатнашыуға гарантия бирә[10]. Һөңгө ырғытыу буйынса донъя беренселегендә икенсе мөмкинлектә, Савицкая арҡа йәрәхәте ала — ярыштарҙа сығыш яһауҙы тыйып, уны стадиондан дауаханаға тикшереү үткәреү өсөн алып китәләр[11][12].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кристина Савицкая — профиль на сайте IAAF (англ.)
- Кристина Савицкая — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Kristina Savitskaya // https://worldathletics.org/athletes/-/14377191
- ↑ Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ Анна Алексеева Кристина Савицкая: «Я просто шла своей дорогой» // Наш Красноярский край. — 2012. — № 107/474. — С. 30.
- ↑ Савицкая Кристина Николаевна . Дата обращения: 3 май 2020. 2021 йыл 2 август архивланған.
- ↑ Курбан и Дроздов – чемпионы России . ВФЛА (11 июнь 2011). Дата обращения: 3 май 2020.
- ↑ Свиридов и Савицкая – чемпионы России . ВФЛА (11 июнь 2011). Дата обращения: 3 май 2020.
- ↑ Савицкая Кристина - обладательница Олимпийской путевки . МАУ СОШ «Спутник» (6 июнь 2012). Дата обращения: 3 май 2020.
- ↑ Стало известно, кто из российских легкоатлетов поедет на Олимпийские игры в Лондоне (7 июль 2012). Дата обращения: 3 май 2020.
- ↑ Артем Арямов.Как красноярские спортсмены выступают на XXX Олимпийских играх в Лондоне.KP.RU(8 августа 2012).Дата обращения 3 мая 2020.
- ↑ Чувашская легкоатлетка завоевала путевку на чемпионат мира . ИА REGNUM» (7 июнь 2013). Дата обращения: 3 май 2020.
- ↑ Семиборка Савицкая снялась с ЧМ, получив травму в метании копья . РИА Новости (13 август 2013). Дата обращения: 3 май 2020.
- ↑ Кристина Савицкая получила травму и досрочно завершила выступление в семиборье на ЧМ по легкой атлетике . ТАСС (13 август 2013). Дата обращения: 3 май 2020.