Эстәлеккә күсергә

Сагадарова Мария Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сагадарова Мария Владимировна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1901
Тыуған урыны Балаганский уезд[d], Иркутск өлкәһе[d], Иркутск генерал-губернаторлығы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1926
Вафат булған урыны Иркутск

Сагадарова Мария Владимировна (Тыкшеевна) (1901—1926) — БМ АССР-ының күренекле партия, йәмәғәт эшмәкәре, бүрәт ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен әүҙем ойоштороусы.

Мария Владимировна (Тыкшеевна) Сагадарова 1901 йылда Иркутск губернаһы, Аларск районы, Бурково бүрәт улусында тыуа.

Ата-әсәһе наҙан, ябай кешеләр була, крәҫтиән хужалығы менән шөғөлләнә.

Мария Владимировна мәктәптән һуң Черемхово коммерция училищеһына уҡырға инә. Уҡыған йылдарында уҡ әүҙем тормош позицияһы биләй һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән актив шөғөлләнә.

1919 йылда училище тамамлай.

1920 йылдың февралендә тыуған улусында РКП(б)-ның тәүге ячейкаһын ойоштора, П. В. Баханов исемендәге партизандар отрядын әҙерләүҙә һәм ойоштороуҙа ҡатнаша.

Бүрәтстанда Совет власы ныҡлап урынлшҡандан һуң, Боханск, Аларск һәм Эхирит-Булагатск аймаҡтары хеҙмәткәрҙәре араһындағы эшмәкәрлеккә ҡушыла һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың хошун, аймаҡ конференцияларын ойоштора[1].

1921 йылдың йәйенән Мария Владимировна Иркутск РКП(б) губкомы ҡарамағында ҡабаттан ойошторолған Бүрәт секцияһына саҡыртып алына. Бурженотдел мөдире була һәм партияның губерна комитетының ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге мөдире Е. Фаерман етәкселегендә эшләй башлай.

РКП(б)-ның Бүрәт өлкә комитеты ойошторолғас, Сагадарова өлкә комитетының ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге мөдире була. Крәҫтиәндәрҙең үҙ-ара ярҙам комитеттары ҡарамағында махсус булдырылған әсәләр һәм балалар фондтарына кураторлыҡ итә.

1922 йылдың апрелендә Новониколаевскта РКП(б) Үҙәк Комитетының Сиббюро секретары Емельян Ярославский етәкселегендәге форумда ҡатнаша. Отчет докладында түбәндәгеләрҙе хәбәр итә: «85 мең кеше иҫәпләнгән Бүрәт ҡатын-ҡыҙҙары эшмәкәрлек алып барырға кәрәк». Бер үк ваҡытта ул эштәге етешһеҙлектәр һәм ауырлыҡтар, кадрҙарҙың һәм саралар үткәреү өсөн средстволарҙың етешмәүе тураһында хәбәр итә.

М. В. Сагадарова инициативаһы буйынса, 1921 — 1922 йылдарҙа ҡатын-ҡыҙ хеҙмәткәрҙәр әҙерләү маҡсатында комсомол ҡыҙҙар һәм йәш коммунистар уҡыуға ебәрелә. Уның ярҙамында ҡыусылар Малахирова Савранна, Тарантаева Вера, Далбаева Агафья, Осипова Полина, Балехаева Агафья, Осодоева Феодосия һ. б. уҡыуға ебәрелә.

1921 — 1925 йылдарҙа Сагадарова өлкә партия съездарында һәм конференцияларында ҡатнаша, комсомолдың һәм партияның өлкә комитетына ағза итеп һайлана[2].

Филипп Михайлович Сахалтуев Сагадарованың ире була. Революцион эшмәкәрлектә ҡатнаша, һуңыраҡ К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһында белем ала, Херсондағы Аскания-Нова ҡурсаулығында, Иро станцияһында, зоотехник булып эшләй. 1937 йылда РСФСР Енәйәт Кодексының 58-се статьяһы буйынса — «контрреволюцион эшмәкәрлек» — ҡулға алына, 1938 йылда төрмәлә вафат була. Уның икенсе никахынан (Трубачеева Ирина Андреевна) тыуған улы, Украинаның халыҡ рәссамы Радна Филиппович Сахалтуев апаһының һүҙҙәренән Сагадарова хаҡында «ул бик иртә — егерме биш йәшендә туберкулездан вафат була», тип яҙа[3].

Иркутскиҙа Иерусалим зыяратында ерләнгән.


  • Сагадарова М. В. О работе среди бурят-монгольских женщин // Сборник «Революция и бурят-монголы» — Иркутск, 1921
  • Сагадарова М. В. Женский листок // Газета «Власть труда» — Иркутск, лето 1921
  1. Вампилов Б. Н. От Алари до Вьетнама. — Москва: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1986.
  2. Ербанова С. Я. Памяти Марии Сагадаровой (1901 - 1926) // Сборник "Женщины Советской Бурятии" // Бурятское книжное издательство. — 1969. — С. 9—16.
  3. Бурятский Уолт Дисней: «Этим письмом я прощаюсь с родиной»...
  • Ербанова С. Я. Памяти Марии Сагадаровой (1901—1926) // Сборник «Женщины Советской Бурятии» // Бурятское книжное издательство. — 1969.