Эстәлеккә күсергә

Сәғитов Марат Усман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сагитов Марат Усманович битенән йүнәлтелде)
Марат Усман улы Сәғитов
Тыуған көнө

8 июль 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Арғаяш кантоны (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы)
Арғаяш ауылы

Вафат көнө

15 ноябрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (63 йәш)

Вафат урыны

РСФСР, Мәскәү ҡалаһы,

Альма-матер

Мәскәү дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

физика-математика фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Сәғитов Марат Усман улы ( 8 июль 1925 йыл15 ноябрь 1988 йыл) — астроном-ғалим, гравиметрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Физика‑математика фәндәре докторы (1976), профессор (1977). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1979), СССР-ҙың геодезия һәм картография отличнигы (1986).

Марат Усман улы Сәғитов 1925 йылдың 8 июлендә Башҡорт АССР-ы Арғаяш кантоны (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Арғаяш ауылында тыуған. 1933—1943 йылдарҙа 2-се Арғаяш урта мәктәбендә уҡый[1].

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша: 2-се Украина, 1-се һәм 2-се Белоруссия, Прибалтика фронтарында һуғыша, Прибалтиканы, Румынияны һәм Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары менән бүләкләнә[1].

1951 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. 1954 йылдан Мәскәү дәүләт университетының П. К. Штернберг исемендәге Астрономия институтында эшләй. 1961—1967 һәм 1973–1987 йылдарҙа шул уҡ институтта бүлек мөдире, ә 1967–1975 йылдарҙа — фән буйынса директор урынбаҫары вазифаларын башҡара[2].

1988 йылдың 15 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була, Кунцево зыяратында ерләнә[1].

Марат Сәғитов — 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы, уның фәнни тикшеренеүҙәре Ерҙең һәм башҡа планеталарҙың гравитация ҡырын тикшереүгә, локаль гравитация ҡырҙарының нескә структураһын өйрәнеүгә, Донъя океанының гравитация ҡырын тикшереү методикаһын камиллаштырыуға бағышланған. Марат Сәғитов СССР-ҙа тәүге тапҡыр тартылыштың даими дәүмәлен билдәләү буйынса эксперимент уҙғарыла[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985)
  • СССР юғары мәктәбе отличнигы (1979)
  • СССР-ҙың геодезия һәм картография отличнигы (1986)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945, 1985)
  • 1995 йылдан П. К. Штернберг исемендәге Астрономия институтында йыл һайын Сәғитов уҡыуҙары үткәрелә.
  • Анализ методов интерпретации гравитационных наблюдений: Автореферат дис. на соискание учен. степени кандидата физ.-матем. наук / Моск. ордена Ленина гос. ун-т им. М. В. Ломоносова. Гос. астрон. ин-т им. П. К. Штернберга. — М., 1955.
  • Гравиметрическая разведка. — М., 1968.
  • Лунная гравиметрия. — М.: Наука, 1979.
  • Антипин Н. А. Сагитов Марат Усманович // Челябинская область: энциклопедия: в 7 т. / гл. ред. К. Н. Бочкарёв. — Челябинск: «Каменный пояс», 2008. — Т. 5. — П — Се. — 880 с. — С. 710.