Эстәлеккә күсергә

Салауат ҡалаһының һыу объекттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауат ҡалаһының һыу объекттары
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы

Салауат ҡалаһының һыу объекттары — Салауат ҡалаһы биләмәһендәге тәбиғи һәм яһалма һыу ятҡылыҡтары.

Салауат ҡалаһы янынан көньяҡтан төньяҡҡа табан параллель рәүештә, бер-береһенән 100—200 генә метр ара менән 4 йылға ағып ята. Иң ҙур йылғаларҙың береһе — Ағиҙел (урыҫ. Белая).

  • Ағиҙел — Салауат ҡалаһы янынан аҡҡан иң ҙур йылға. Көньяҡтан төньяҡҡа табан аға. Йылға ярында ғына Желанный ҡасабаһы ултыра. Ағиҙел аша йәйәүлеләр өсөн аҫылмалы күпер һалынған. Йылғаның һул яҡ яры нығытылған. Яҙын Ағиҙел һыуҙары яр буйын тотош баҫа. Йылғаның ҡала һыҙатына ингән урынында даими рәүештә рефулер земснаряд эшләп тора, һөҙөмтәлә йылға улағы ла тәрәнәйә һәм ҡалала барған төҙөлөштәр өсөн ҡом-ҡырсын да сығарыла.

1970-се йылдарҙа ҡаланың төньяҡ-көнсығыш һыҙатында Ағиҙел үҙенең улағын үҙгәртә, ғәмәлдә йылға икегә айырыла һәм ике улаҡ араһында ҙур ғына утрау хасил була. Был утрауҙы урындағы халыҡ Арал тип йөрөтә.

1970-се йылдарға тиклем Ағиҙел йылғаһы буйлап иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем һал ағыҙалар. 1950-се йылдарҙа, Салауат ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһы буйлап һал ағыҙыу юлын ҡыҫҡартыу маҡсатында, аҫылмалы күперҙән алып тауҙар яғына табан 1100 метр алыҫлыҡта «Шмульсон каналы» ҡаҙыла. Канал ҡаҙыуға етәкселек иткән инженер Шмульсондың исеме был һыу объектының атамаһына әйләнә[1].

Муҫа ауылы биләмәһендәге Ялпаҡ күл
Ағиҙелдәге пляж

Салауат ҡалаһы тирәләй күп һанда күлдәр урынлашҡан. Уларҙың бер өлөшө ҡар һыуҙары иреүҙән һуң хасил була, ә икенселәре шишмәләрҙән туҡлана. Ҡала эсендәге күлдәр тулыһынса ҡоротолған.

Иң ҙур күлдәрҙең береһе булған Хорейкин күле[2] — 111-се квартал эргәһендә урынлашҡан. Күлдең ярҙары текә, ул шишмәләрҙән туҡлана[3]. Боронғо башҡорт ауылы Муҫа тирәһендә лә күлдәр бар. Ялпаҡ күле[4] шулар араһында иң ҙуры. Күл яҙын ҡар һыуҙарынан туҡлана. Ағиҙел йылғаһына табан һуҙылып, ярайһы уҡ оҙон булып йыраҡтан уҡ күренеп ята. Әммә уның Ағиҙел йылғаһы йүнәлешендәге осо һаҙмат урынға әйләнә һәм бәләкәй генә шишмә рәүешендә ағып ята. Элек, Иштуған һыуһаҡлағысы булмаған ваҡытта, был күлдең һыуын яҙғы ташҡын һыуҙары таҙартыр була. Күлдең көнсығыш яры йәшел урман (күбеһенсә ҡарағайҙар) менән ҡапланған.

Ҡаланың көньяҡ сигендә Барсагүл күлдәр системаһы урынлашҡан. Был күлдәрҙең ярҙары ҡамыш, ҡыуаҡтар һәм ағастар менән ҡапланған. Ә томбойоҡ сәскәһе күпләп үҫкән Сәскәгүл Салауат ҡалаһы һәм Барсагүл араһында ята[5]. Кажак күле иһә Салауаттың төньяғында, баҡсалар араһында урынлашҡан. Сынтимер күле, Һыйырбаткан күле, Сарлак күле, Ҡарман күле, Болғаткан күле һәм Ташлы күл — әллә ни ҙур булмаған был күлдәр ҙә Барсагүл һәм Салауат ҡалаһы араһында ята.

Ер аҫты һыу ятҡылыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер аҫты күлдәре Салауат ҡалаһының көньяғында урынлашҡан. Ҡала халҡы өсөн эсәр һыу артезиан скважиналарынан алына. Улар Ағиҙел йылғаһы икегә айырылып киткән урында барлыҡҡа килгән Арал утрауында (Ергән ауылына янында) урынлашҡан.

Яһалма һыу ятҡылыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1960-сы йылдарҙа Салауат ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында һыу ятҡылығы ҡаҙыла. Ҡала халҡы ял көндәрендә балалары менән уның тирәләй ял итергә ярата.

Ҡала йорттарын йылы менән тәьмин итеү өсөн төҙөлгән йылылыҡ-электр үҙәгендә (ТЭЦ), һыуҙың даими технологик әйләнешен һаҡлау маҡсатында, яһалма һыу ятҡылығы булдырыла. Ағиҙел яранда байтаҡ ҡына ҡом карьерҙары бар. Карьерҙарҙа һыу, йылғаныҡына ҡарағанда йылыраҡ, шуға йәйгеһен ҡала халҡы карьерҙарҙа һыу төшөргә ярата.

Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә «ПромВодоКанал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең таҙартыу ҡоролмалары урынлашҡан[6]. Был предприятие һыуҙы таҙартыу менән шөғөлләнә. Бында һыу менән тәьмин итеүҙең йомоҡ циклы булдырылған.

Салауат ҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан иң ҙур күпер — Ағиҙел йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн һуҙылған аҫылмалы күпер ҡала пляжы районында урынлашҡан. Уны 1968 йылда СМУ-2 ВНЗМ тресы (идарасы — Петросов Юрий Вартанович) төҙөй.