Эстәлеккә күсергә

Баймаҡ районы һыу объекттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баймаҡ районы һыу объекттары
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы

Баймаҡ районы һыу объекттары — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы биләмәһендә урынлашҡан тәбиғи һәм яһалма сығышлы һыу ятҡылыҡтары.

Һаҡмар йылғаһы

Баймаҡ районы Башҡортостан Республикаһының иң эре райондарының береһе, республиканың көньяҡ-көнсығышында, Европа менән Азия киҫешкән урында, урынлашҡан. Район биләгән ерҙәр соҡорло-саҡырлы. Ирәндек һырты, төньяҡтан йөҙләгән километрға һуҙылып, районды ике өлөшкә бүлә. Көнбайыш өлөшөндә рельефы — таулы, көньяҡ-көнсығыш яғында — ҡылған-бүтәгәле дала, а төньяҡ-көнбайышында Урал тауҙарының урман зонаһы башлана. Район климаты ҡырҡа континенталь[1]. Ҡыштар ғәҙәттә һыуыҡ, йәйҙәр эҫе, ҡоро, яҙ осоро бик ҡыҫҡа, ә көҙ оҙайлы була.Ҡайһы бер йәйҙәрҙә айҙар дауамында ямғыр яумай, шул уҡ ваҡытта көҙ көндәрендә туҡтауһыҙ ямғырҙар ҡойоуы мөмкин.

Райондың һыу ресурстарын башлыса Һаҡмар, Таналыҡ, Йылайыр, Урғаҙа, Төйәләҫ йылғалары һәм уларҙың күп һанлы ҡушылдыҡтары тәшкил итә. Баймаҡ районындағы бөтә йылғалар Яйыҡ йылғаһы бассейнына ҡарай. Урал (Яйыҡ) йылғаһы райондың көньяҡ-көнсығыш сигенән ағып үтә. Йылға тамаҡтары һәм уларҙың ҡушылдыҡтары 600 метрға тиклем бейеклектә яталар. Йылғаларҙы туйындырған төп сығанаҡтар — атмосфера яуым-төшөмө — ҡар, ямғыр. Уларҙы тотоп ҡалыу, ергә һеңдереү ҡыш осоронда йылғаларҙа һыу запасын тулыландырыуға булышлыҡ итә.

Иң ҙур йылға — Һаҡмар. Урал йылғаһының уң ҡушылдығы, иң эре һыу артерияһы булараҡ бөтә район аша төньяҡтан көньяҡҡа табан 185 км юл үтә (дөйөм оҙонлоғо 760 км). башлыса ҡар менән туҡлана. Ағым тиҙлеге яҙғы ташҡында 5-7м/сек булһа, йәйге осорҙа 0,8-1 м/сек тиклем төшә. Район сиктәрендә Һаҡмарға Шырҙы, Талашты, Таулы, Кейәүеште, Күсәбә, Ҡышлауар, Батҡаҡлы, Кеүәшле, Мағаш, Кесе Юлыҡ йылғалары уң яҡтан һыуҙарын ҡоялар. Һул яҡ ҡушылдыҡтары — Күгиҙел, Бәрҙейылға, Сапсал, Лайымбирҙе һәм башҡалар.

Таналыҡ — Урал йылғаһының уң ҡушылдығы. Районда ҙәрлығы буйынса икенсе урында тора. Инеше — Талҡаҫ күленән көньяҡҡа табан Сереккүл һаҙлыҡтарында, район сиктәрендә 225 км тирәһе үтә. үҙәненең киңлеге 10 метрҙан 15 метрға тиклем, ташҡын осоронда ағым тиҙлеге 4-5 сек/секундына, башҡа ваҡытта — 0,5 — 1, м/ секундына. Максималь тәрәнлеге 1,2 м. Районда сиктәрендә Таналыҡҡа ҡушылалар: Шөгөр, Туҡмаҡ, Аҡменде, Көрәнбейә, Ҡарағайлы, Ташлы Үҙәк, Ҡыҫыҡ, Арыш, Ҡарағош, Әселе, Оморҙаҡ, Ыуарыш. Таналыҡта өс быуа бар: Граф күле, Ҡала һәм Завод быуалары. Таналыҡ — Баймаҡ халҡының яратҡан ял итеү урыны, уның йәмле буйында Матросов исемендәге парк, Яңы йыл байрам шыршыһы Ҡала быуаһында ҡуйыла.

Ялан Йылайыры (Йылайыр, рус. Крепостной Зилаир) — Һаҡмар йылғаһының уң ҡушылдығы. Уралтау һыртындағы күркәтау тауы итәгендә башлана. Тау йылғаһы булғанға күрә, ағымы шәп, һикәлтәле, ярҙары текә. Үҙәндәре ҡарағай-ҡайынлы. Тәрәнлеге төрлөсә, йыл миҙгеленә ҡарап 30 сантиметрҙан 1 метрға тиклем етә. Төп ҡушылдыҡтар — Ҡондорош, Ҡалмаҡ, Оло Бешәҙе, Урта Бешәҙе һәм башҡа бәләкәй йылғасыҡтар. Ялан йылайыры йылғаһы буйында Йылым, Ишбирҙе, Крепостной Йылайыр ауылдары урынлашҡан.

Урғаҙа — Ирәндек һыртының көнсығыш битләүендә баш ала. Үрге ағымындағы үҙәндәр текә ярлы, тигеҙлеккә сыҡҡас, йылға киңәйә, ярҙары һөҙәкләнә, йылға буйҙарын төрлө ҡыуаҡлыҡ, дала ҡылғаны, сәскәләре биҙәй. Баймаҡ районы сиктәрендә йылғаның оҙонлоғо яҡынса 55 км. Уң ҡушылдыҡтары — Шүрәле, Ҡарамалы, Түләбай, һул яҡтан — Ҡараһаҙ, Сағылүҙәк, Сосновка һәм башҡа йылғасыҡтар. Артабан йылға Ырымбур өлкәһе буйлап аға һәм Урал йылғаһына һыуҙарын ҡоя.

Төйәләҫ — Ирәндек һыртының көнсығыш битләүендәге шишмәнән баш ала. Шишмә юлында ҡаялар теҙмәһе осрап, төрлө ҡаршылыҡтарҙы үтеп, һыу ағымы өс таш һикәлтә аша аҫҡа табан урғыла. Ғәҙелша шарлауығын барлыҡҡа килтергән Төйәләҫ йылғаһы шулай башлана. Таш ҡыҫымынан ысҡынып, йылға төньяҡ-көнсығышҡа табан юл ала. Туғажман тауынан көньяҡҡараҡ бәләкәй төйәләҫте үҙенә ҡушып, дуға яһай һәм Силәбе өлкәһе биләмәләренә барып сыға. Ҡушылдыҡтары — Шалтран, Япраҡлы, Ҡарағайлы, Ҡамыш Үҙәк. Төйәләҫ йылғаһында өс быуа булдырылған: Төркмән, Төйәләҫ һәм Сибай.

Баймаҡ районы һыу объекттары иҫәбенә ингән күлдәр: Талҡаҫ, Култабан (Яугүл), Әптекәй, Балыҡлы, Солтанкүл, Үләндекүл, Ялтыргүл[1].

Талҡаҫ күле (ҡая башынан күренеш

Талҡаҫ күле — район һәм республика, хатта Рәсәй күләмендә, билдәлелек алған күл. Күл көҙгөһө 3,92 км 2, һыу күләме — 15-16 млн м 3, максималь тәрәнлеге 12 м, уртаса тәрәнлеге 4,5 м. Оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа табан 3,9 км, киңлеге 0,99 км. Ташҡын осоронда Шөгөр йылғаһына ағылып төшә[1]. Күл эргә-тирәләге тау ҡарҙары, шишмәләре һәм һыу аҫты шишмәләре менән туҡлана. Күлдең һыуы йомшаҡ, һелтеһеҙ. Төньяҡ өлөшөндә медицинала ҡулланған шифалы ләм бар. Йылғала суртан, ҡорман, алабуға, ҡарабалыҡ, саҙан, табан балыҡ һәм башҡа төрлө балыҡтар бар. Күлгә аҡҡоштар, гагара, ҡара сабан ҡоштары эйәләй.

Күл буйында «Баймаҡ» санаторийы һәм бер нисә балалар һауыҡтырыу лагерҙары урынлашҡан. 1978 йылда Талҡаҫ күле тәбиғәт һәйкәле тип иғлан ителде.

Яһалма һыу ятҡылыҡтары һәм һыуһаҡлағыстар[1]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҡмар һыуһаҡлағысы, Граф күле, Сереккүл — иң эре һыу ятҡылыҡтары, әммә районда һыу ятҡылыҡтарының һаны тиҫтәнән ашыу.

Иҫке Сибайҙа Ҡарағайлы йылғаһындағы быуа (Баймаҡ районы)

— Баймаҡ һыу ятҡылығы — Таналыҡ йылғаһында булдырылған, көҙгөһө майҙаны 26 га, быуа күләме 430 мең м, 1936 йылда сафҡа индерелгән, Баймаҡ машзаводы балансында тора, завод ихтыяжын тәьмин итеү, ағып төшкән һыу күләмен көйләү өсөн;
— Баҡса быуаһы (коллектив баҡсалар) — Таналыҡ йылғаһында булдырылған, көҙгөһө майҙаны 3 га, быуа күләме 140 мең м1977 йылда сафҡа индерелгән, Баймаҡ машзаводы балансында, баҡсаларҙы һәм урман хужалығы питомнигын һыу менән тәьмин итә;
— Мерәҫ (Граф күле) — Таналыҡ йылғаһында булдырылған, көҙгөһө майҙаны 237 га, быуа күләме 2000 мең м, 1974 йылда сафҡа индерелгән, «Таналыҡ» колхозы балансында, колхоз культураларын һыу менән тәьмин итеү, ағып төшкән һыу күләмен көйләү өсөн;
— Юлыҡ быуаһы — Мағаш йылғаһында булдырылған, көҙгөһө майҙаны 32 га, быуа күләме 1400 мең м, 1983 йылда сафҡа индерелгән, «Һаҡмар» колхоы балансында, колхоз культураларын һыу менән тәьмин итеү, балыҡ үрсетеү;
— 2-се Этҡол быуаһы — Саҡмағош йылғаһында булдырылған, көҙгөһө майҙаны 33,1 га, быуа күләме 1901 мең м, 1983 йылда сафҡа индерелгән, «Урал» колхозы балансында, колхоз культураларын һыу менән тәьмин итеү, ағып төшкән һыу күләмен көйләү өсөн;
— Ҡуянтау быуаһы — Әселе йылғаһында булдырылған, көҙгөһө майҙаны 107 га, быуа күләме 2100 мең м, 1968 йылда сафҡа индерелгән, «Баймаҡ ОПХ» балансында, күп йыллыҡ үҫемтеләрҙе һыу менән тәьмин итеү, ағып төшкән һыу күләмен көйләү өсөн;
— Бекеш быуаһы — Ҡара Үҙәк йылғаһында булдырылған, көҙгөһө майҙаны 15 га, быуа күләме 650 мең м, 1985 йылда сафҡа индерелгән, «Рассвет» колхозы балансында, ағып төшкән һыу күләмен көйләү, балыҡ үрсетеү өсөн;
— Шырҙы быуаһы — Шырҙы йылғаһында булдырылған, көҙгөһө майҙаны 7 га, быуа күләме 140 мең м, 1983 йылда сафҡа индерелгән, «Темәс ЛПХ» балансында, ағып төшкән һыу күләмен көйләү өсөн;
— Төркмән быуаһы — Кесе Төйәләҫ йылғаһында булдырылған, көҙгөһө майҙаны 12 га, быуа күләме 300 мең м, 1983 йылда сафҡа индерелгән, «Ирәндек» совхозы балансында, ҡош үрсетеү, баҫыуҙарҙы һыу менән тәьмин итеү өсөн;
— Худолаз быуаһы — Төйәләҫ йылғаһында булдырылған, көҙгөһө майҙаны 38 га, быуа күләме 650 мең м, 1962 йылда сафҡа индерелгән, БМСК балансында, ағып төшкән һыу күләмен көйләү өсөн;
— Яковлевка быуаһы — Оло Урғаҙа йылғаһында булдырылған, көҙгөһө майҙаны 6,9 га, быуа күләме 174 мең м, 19-- йылда сафҡа индерелгән, «Йылайыр» совхозы балансында, ағып төшкән һыу күләмен көйләү өсөн;
— Сибай быуаһы — Төйәләҫ йылғаһында булдырылған, көҙгөһө майҙаны 5 га, быуа күләме 125 мең м, 1960 йылда сафҡа индерелгән, БМСК балансында, ҡала халҡы ял итеү, ағып төшкән һыу күләмен көйләү өсөн;
— Сибай быуаһы — Ҡамышлы Үҙәк йылғаһында булдырылған, көҙгөһө майҙаны 7 га, быуа күләме 10,5 мең м, 1977 йылда сафҡа индерелгән, БМСК балансында, балыҡ үрсетеү, ағып төшкән һыу күләмен көйләү өсөн;
— Һаҡмар һыуһаҡлағысы — Һаҡмар йылғаһында булдырылған, көҙгөһө майҙаны 590 га, быуа күләме 30600 мең м, 2002 йылда сафҡа индерелгән, БашМВстрой балансында, электр ут менән тәьмин итеү өсөн һәм башҡа һыу ятҡылыҡтары.

Ғәҙелша шарлауығы

Ғәҙелша шарлауығы Ирәндек һыртының битләүендә, Яманташ түбәһе янында башланған[1]. Ер аҫтынан бәреп сыҡҡан шишмә үҙ юлында таш теҙмәһен осрата. Бында йыйылған һыу үҙенә тар ғына юл табып ала һәм һыу ағымы юлында ике метрлыҡ таш һикәлтәһенә бәрелеп, юғарынан һыу шарлағы булып аҫтағы ике бик ҙур, һәр береһе ете метр бейеклектәге һикәлтәләргә төшә. Ошо була Яйыҡ йылғаһының ҡушылдығы Төйәләҫтең башы.

Баймаҡ районында шулай уҡ Мерәҫ, Ғәҙелша, Басай һаҙлыҡтары бар[1], улар шулай уҡ йылғаларҙы туҡландыра.

Баймаҡ һыу ятҡылыҡтарының бөгөнгөһө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылда Башҡортостан йылғалары һыуының сифаты тикшерелә, уның һөҙөмтәләре Өфөлә Халыҡ-ара экологик форумда иғлан ителә. Башҡортостан Республикаһы буйынса Кама бассейн һыу идаралығының һыу ресурстары начальнигы Владимир Горячевтың фекеренсә, хәүефһеҙ тип иҫәпләнгән 3 «Б» (ныҡ бысратылған) категорияһына эксперттар Баймаҡ районында аҡҡан Оло Урғаҙа һәм Таналыҡ йылғаларын индерәләр. 3 «А» (бысраҡ) категорияһына Ыҡ, Һаҡмар, Оло Ҡыҙыл һәм Йылайыр йылғалары инә[2].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  2. Эксперты считают реки Башкирии грязными
  • Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  • Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимии басейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994. — 272 с. ISBN 5-295-01337-5
  • А. А. Тажетдинов. Ел-дауылдар аша… 2005. 63.3 (2Рос=Баш) Т—13