Эстәлеккә күсергә

Балыҡлы (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балыҡлы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Күсей ауыл Советы
Карта

Балыҡлы (варианттары Балыҡлыгүл, Ҡолаҡлыгүл) (рус. Балыклы)[1], Балыҡлыкүль, Балыклыгүль, Колаклыгүль[1][2]) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы биләмәләрендәге күл. Ирәндек һыртынан көнсығышҡа табан, Әптекәй һәм Ағаслы күлдәр араһында, ята. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 486 м.

Күлгә яҡын булған тораҡ пункттар: Иҫәнбәт (көньяҡ-көнбайышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта,) һәм Күсей ауылдары (төньяҡҡа табан 4,5 км алыҫлыҡта)[2]. Әптекәй күленән көнсығышҡа табан 700 м алыҫлыҡта ята. Күлдәрҙе бик бейек булмаған ҡаялы соҡор айыра. Әптекәй күленә ҡарағанда, Балыҡлы күле ҙурлығы буйынса ҡайтышыраҡ, түңәрәк формала, көҙгө майҙаны 6,5 га. Күлдең ярҙары ташлы, таш билдек менән уратылған һымаҡ. Күл буйҙары ла таш менән түшәлгән. Таш араһынан үҫеп сыҡҡан кәкере олонло ҡайындар ландшафты бер аҙ биҙәй[3].

Күл тәрән түгел, төбө ҡомло, ярҙары һаҙланмаған. Урындағы халыҡ йәйге эҫелә бында һыу төшөргә килә, балыҡ тота. Көньяҡ-көнбайыш яғынан 1 км алыҫлыҡта Ағаслы күле ята[2]. Ошо өс күл дөйөм Өскүл исеме аҫтында йөрөтөлә.

Балыҡлы күленең бөгөнгөһө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылда «2014 — 2016 йылдарҙа Баймаҡ районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү» муниципаль программаһына ярашлы ошо яҡтар кешеһе Исмәғил Әхмәтов исемле уҙаман крәҫтиән (фермер) хужалығын асырға тәүәккәлләй, бының өсөн дәүләттән 300 мең һумлыҡ ярҙам алып һәм үҙенең 500 мең аҡсаһын ҡушып, Күсей ауыл биләмәһенә ҡараған Балыҡлы, Әптекәй, Үләнде күлдәрен ҡуртымға ала[4]. Силәбе, Ырымбур өлкәләрендәге һыу һәм балыҡсылыҡ хужалыҡтары менән килешеү төҙөй. Эште башлар алдынан күл сүп-сарҙан таҙартыла, ҡый һалыу өсөн махсус һауыттар урынлаштырыла, ял итеү өсөн беседкалар ҡуйыла. 1 тонна карп селбәрәһе һатып алына, улар менән бер рәттән күлдәргә бер нисә алтын төҫтәге япон карпы эләгә[5], бынан тыш һаҙан балығы, 300 мең пелядь, ҡара балыҡ, аҡ амур, киң маңлай селбәрәләрен ебәрә[4].

Эшҡыуар күлдәрҙә түләүле балыҡ тотоуҙы ойошторорға, яңы тотолған һәм туңдырылған килеш сауҙа нөктәләренә балыҡ менән тәьмин итергә ниәтләй.

2018 йылдың 9 февралендә крәҫтиән (фермер) хужалығы ағзалары ҡарары буйынса КФХ үҙ эшмәкәрлеген туҡтата[6].

  1. 1,0 1,1 Ҡалып:СГН
  2. 2,0 2,1 2,2 Карта бите N-40-117-Б-б.
  3. [Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.]
  4. 4,0 4,1 Күсейҙәге күлдә нимә бар?(недоступная ссылка)
  5. 5.05.2015. Расти рыбка, большая, большая(недоступная ссылка)
  6. КФХ Ахметов Исмагил Мусеевич

Күсейҙәге күлдә нимә бар?(недоступная ссылка)
Рыболовы Башкирии выловили только половину разрешенной квоты
КФХ Ахметов Исмагил Мусеевич5.05.2015. Расти рыбка, большая, большая(недоступная ссылка)