Шүрәле (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шүрәле
Ҡайҙа ҡоя Оло Урғаҙа
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 12 километр

Шүрәле — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы йылға. Урғаҙа йылғаһының уң ҡушылдығы.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йылғаның оҙонлоғо — 12 км. Ирәндек (Көньяҡ Урал) һыртының көньяҡ өлөшөнөң көнсығыш битләүендә башлана, Ғәле ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан — 4,2 км, Баймаҡ ҡалаһынан һәм төньяҡ-көнсығышҡа табан 7,5 километрҙа ята[1]. Көньяҡҡа табан аға һәм һыуҙарын Бәхтегәрәй ауылының (башланған урынынан 66 километр алыҫлыҡта) ҡаршыһында уң яҡ ярҙан Урғаҙа йылғаһына ҡоя.

Төп ҡушылдығы: Ҡурға-Йылға. Көнбайышта ҡалҡыу урынының бейеклеге — 750 метрҙан ашыу.

Йылға бассейнында тораҡ пункттар юҡ (элек йылғаның үрге ағымында Фәйзулла ауылы булды).

Үрге ағымында йылғаны Баймаҡ — Сибай автомобиль юлы киҫеп үтә.

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәренә ярашлы, Урал бассейн округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Магнитогорск гидроузелынан Ирекле гидроузелына тиклем — Урал йылғаһы. Йылғаның йылға бассейны — Урал (бассейндың Рәсәй өлөшө). Йылғаның бассейн аҫты (подбассейны) юҡ.

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000312112200002349[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Лист карты N-40-129 Баймак. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1981 г.
  2. «Шурале» — информация об объекте в Государственном водном реестре