Самобор
Самобор | |
хорв. Samobor | |
Рәсми атамаһы | Samobor |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Загребская жупания[d] |
Халыҡ һаны | 37 435 кеше (31 август 2021)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 158,31 ± 0,01 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] |
Туғандаш ҡала | Стариград[d], Парабьяго[d] һәм Печ (ҡала, Венгрия)[2] |
Сиктәш | Ястребарско[d] |
Майҙаны | 250 км² |
Почта индексы | 10430 |
Рәсми сайт | samobor.hr |
![]() |
Самобор (хорв. Samobor Samobor) — Хорватияның Загреб жупанияһындағы (төп административ-территориаль берәмектә) ҡала. Халыҡ һаны — 15 147 кеше (2001).
Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Самобор илдең баш ҡалаһы Загребтан көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта һәм көнсығышҡа табан Словения сигенән 5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Баш ҡала менән автомобиль шоссеһы тоташтыра. Ҡала Сава үҙәнендә (йылға үҙе 5 километр төньяҡтараҡ аға) Жумберак тау һырты итәгендә урынлашҡан. Ҡала Хорватияның төп быяла сәнәғәте үҙәктәренең береһе, борондан гәлсәр әйберҙәр етештереүе менән дан алған.
Самоборға хоҡуҡтар 1242 йылда бирелә.
Ҡаланың иҫтәлекле урындары араһында — Иҫке ҡалала Изге Михаил сиркәүе (XVI—XVII б.), франциск монастыры, урта быуат замогының емереклектәре (XIII быуат), урта быуаттың барокко стилендәге бер нисә бинаһы бар. Ҡаланың тирә- яғы йәмле, спорт һәм ял өсөн файҙаланыла
Загребтан ҙур булмаған алыҫлыҡта урынлашҡанға күрә (10 км), Самобор ҡалаһы ял көндәрендә туристар менән тула.
Самобор карнавалы киң танылыу алған, ул «Фашник» тип атала. Шулай уҡ Самобор татлы яратыусыларға кремшнит — күбек кремлы пирожныйҙары менән билдәле. Самобор кремшниттары башҡа пирожныйҙарҙан йылы килеш ашалыуы менән айырыла. Кремшнит көнөн байрам иткәндә (май башында) был пирожный бөтә билдәле самобор кафеларында бирелә.