Самсонов Александр Максимович
Самсонов Александр Максимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 17 февраль 1935 (89 йәш) |
Тыуған урыны | Савельевка[d], Екатеринославский сельсовет[d], Төйлөгән районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | Q42299335? |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Самсонов Александр Максимович (17 февраль 1935 йыл) — «Башнефтепромстрой» тресы 1-се төҙөлөш идаралығының комплекслы бригада бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Максимович Самсонов 1935 йылдың 17 февралендә Ырымбур өлкәһе Троицк районының Савельевка ауылында (хәҙер — Төйлөгән районы) тыуған.
Махсус урта белемле, 1972 йылда Нефтекама нефть техникумын тамамлаған.
1951—1957 йылдарҙа «Башкируголь» (Күмертау) тресының балта оҫтаһы. 1959 йылда «Башнефтепромстрой» тресында (Нефтекама), өсөнсө разрядлы балта оҫтаһы булып башлай. 1962 йылдан мастер, 1963 йылдан — тәьминәт бүлеге инженеры, 1964 йылдан — «Башнефтепромстрой» 1-се трест төҙөлөш идаралығының комплекслы бригада бригадиры.
Бригада илдә беренсе булып нефть промыслалары, энергетика һәм ауыл хужалығы объекттарын эре керамзит панелдәрҙән төҙөүҙең индустриаль алымын үҙләштерә. Үҙ-ара алмашыусанлыҡ һәм төрҙәш профессияларҙы үҙләштереү арҡаһында бригада ағзалары төҙөлөш эштәренең тулы комплексын башҡара. Бригада өсөн эре панеллы төҙөлөштөң файҙаһы насос станцияһын төҙөү ваҡытын 40 көндән 9-12 көнгә, ә электростанцияларҙы төҙөү ваҡытын 60 көндән 15-18 көнгә тиклем ҡыҫҡартыуҙа була. Бөтә эштәр механизмдар ярҙамында башҡарыла. Автомашиналар һаны 2,4 тапҡырға, механизмдар — 1,8 тапҡырға кәмей, ике тапҡыр аҡса сарыф итеү кәмей. 1965 йыл аҙағына етештереү трест буйынса уртаса 4 300 булғанда бригадала бер эшләүсенең 12 824 һумға барып етә. Һөҙөмтәлә 210 мең һум экономия яһала. Объекттарҙы тапшырыуҙы тиҙләтеүгә иҫәп-хисап һәм хеҙмәт өсөн түләүҙең аккорд-премиаль системаһы ярҙам итә. Уртаса айлыҡ етештереү эшсегә уртаса 138 процентҡа етә. Төҙөлөш материалдарын экономиялау 2 500 һумдан ашыу тәшкил итә. А. М. Самсонов етәкселегендәге бригада, ете йыллыҡ планды (1959—1965) 5 йыл һәм 6 ай эсендә үтәй, 1966 йылдағы 11 айлыҡ планды 8 айҙа үтәп сыға һәм 3 271 һум экономия бирә. Коллективҡа «Коммунистик хеҙмәт бригадаһы» исеме бирелә.
Газ сәнәғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм ете йыллыҡ план йөкләмәләрен үтәгәндә юғары техник-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшеүе өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 1 июлендәге Указы менән А. М. Самсоновҡа Социалистик Хезмәт Геройы исеме бирелә.
1969—1972 йылдарҙа «Башнефтепромстрой» 1-се тресы төҙөлөш илдаралығының прорабы булып эшләй, 1972 йылда Надымға «Газпромстрой» тресына эшкә күсерелә.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
- Ленин ордены (1966).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тимур Каримов. Самсонов Александр Максимович . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 13 июль 2016.
- Каримова И.Г. Самсонов Александр Максимович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.