Самсонов Владимир Парфеньевич
Самсонов Владимир Парфеньевич | |
рус. Владимир Парфеньевич Самсонов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 3 ғинуар 1922 |
Тыуған урыны | Нюрбинский районы[d], Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 1989 |
Вафат булған урыны | Яҡутск, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты |
Самсонов Владимир Парфеньевич (1922—1989) — СССР ғалимы, физика-математика фәндәре кандидаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Парфеньевич Самсонов 1922 йылдың 3 ғинуарында Яҡут өлкәһе Нюрбин улусының Александровский ауылында Яҡутстанда билдәле уҡытыусылар Самсоновтар — Парфений Никитичтың (РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы) һәм Надежда Евменьевнаның (Яҡут АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы) ғаиләһендә тыуған. Уның ағалары: Александр һәм Николай.
Мәктәптә яҡшы өлгәш күрһәтеп, комсомолец була. Мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә, ә 1942 йылдың сентябрендә Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша[1]. Артиллерияның кесе командирҙар курсын тамамлап, Волхов фронтына ебәрелә. Бер нисә тапҡыр яралана һәм һәр тапҡыр госпиталдәрҙән хәрәкәттәге армияға ҡайта.
Һуғыштан һуң тыуған иленә ҡайта һәм Яҡутстан педагогия институтын тамамлай (хәҙ М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты). Юғары уҡыу йортон тамамлағас, СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең яҡут филиалына эшкә инә (ЯФ СО АН СССР) — тәүҙә өлкән лаборант, аҙаҡ кесе ғилми хеҙмәткәр була. 1968 йылдан 1977 йылдың апреленә тиклем ғилми секретарь, ә 1977 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем — яҡут космофизик тикшеренеүҙәр һәм аэрономия институты директоры урынбаҫары (ИКФИА), унда ғүмер буйы шунда эшләй. В.П. Самсонов Яҡутстанда космофизик тикшеренеүҙәрҙең башында тора, поляр балҡыштарҙы өйрәнеү өсөн Бөтә Союз станциялар селтәрен ойоштороусылары араһында була.
1971 йылда Мәскәүҙә «Тонкая структура пространственно-временного распределения полярных сияний» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.[2] Самсонов Владимир — бер нисә ғилми уйлап табыу авторы, шуларҙың береһе СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәзмәһенең бронза миҙалы менән билдәләп үтелә. СССР Фәндәр академияһы Себер бүлеге Президиумы ҡарамағындағы космофизика һәм радиофизика фәнни советы ағзаһы, поляр балҡышы һәм төнгө күк йөҙө яҡтылығы эшсе төркөмө һәм СССР Фәндәр академияһы Президиумы ҡарамағындағы Ведомство-ара Геофизика комитетының ионосфера секцияһы, геомагнетизм һәм аэрономия халыҡ-ара ассоциацияһының баҫып инеүҙәр зонаһы буйынса ағза булып тора. Уның етәкселегендә бер нисә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.
Ғилми эш менән бер рәттән, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә — институттың партбюро секретары һәм рәйесе булып һайлана, СССР Фәндәр академияһы Себер бүлеге яҡут филиалының профком һәм партком секретары урынбаҫары, Саха республикаһы Тыныслыҡты яҡлау комитеты була. Яҡутсан КПСС өлкә комитетының һәм «Знание» йәмғиәтенең штаттан тыш лекторы була.
1989 йылдың 26 авгусында Якутскта вафат була.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, шулай уҡ күп кенә миҙалдар менән бүләкләнгын, улар араһында «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы һәм «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары бар.
- СССР ВДНХ бронза миҙалы менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Самсонов Владимир Парфеньевич 2021 йыл 16 сентябрь архивланған.
- Самсонов Владимир Парфеньевич 2021 йыл 16 сентябрь архивланған.
- О САМСОНОВЕ ВЛАДИМИРЕ ПАРФЕНТЬЕВИЧЕ
- Бессмертный полк ИКФИА СО РАН
- В Якутске открылась военная выставка «Во славу Родины»
- 3 ғинуарҙа тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- 1989 йылда вафат булғандар
- Якутск дәүләт университетын тамамлаусылар
- КПСС ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- ВДНХ-ның бронза миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Физика-математика фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 26 августа вафат булғандар
- Саха Республикаһында тыуғандар