Сарагоса музейы
Сарагоса музейы | |
исп. Museo de Zaragoza[1] | |
Нигеҙләү датаһы | 1836 |
---|---|
Менеджер/директор | Isidro Aguilera Aragón[d] |
Дәүләт | Испания[2] |
Административ-территориаль берәмек | Сарагоса[2][1] |
Урынлашҡан урамы | Plaza de los Sitios[d] |
Урын | Museum of Zaragoza building[d], Ethnological Section of the Museum of Zaragoza[d], Ceramics Section of the Museum of Zaragoza[d] һәм Сарагоса[d] |
Бойһонған ойошма (филиал) | Biblioteca del Museo de Zaragoza[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1848 |
Рәсми сайт | museodezaragoza.es |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 7661 |
Страница учреждения на Викискладе | Museo de Zaragoza |
Сарагоса музейы Викимилектә |
Сарагоса музейы (исп. Museo de Zaragoza) — Испанияның Сарагоса ҡалаһында урынлашҡан иң ҙур музейҙарҙың береһе..
Уның коллекцияларында археология һәм этнографик экспонаттар, сәнғәт эштәре, керамик әйберҙәр бар. Музейҙа китапхана, реставрация бүлеге бар, унда уҡыу һәм йәмәғәт саралары үткәрелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был Арагондың баш ҡалаһында иң боронғо музей, архитекторҙар Рикардо Магдалина һәм Хулио Браво проекты буйынса төҙөлгән инала урынлашҡан.
Бина 1908 йылда төҙөлә, 1911 йылда музей асыла
Шулай уҡ Нәфис сәнғәт музейы тип тә атала.
Музей коллекциялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музейҙа тарихи дәүергә тиклемге әйберҙәр коллекцияһы, мозаика һәм ҡаҙыу эштәрендә беренсе рим ултыраҡтары ваҡыты менән даталанған әйберҙәр табылған. Альхаферий һарайынан мосолман сәнғәте әйберҙәре, роман һәм ренессанс һынлы сәнғәте һәм скульптураһы тупланмаһы ҡыҙыҡлы.
Айырым зал Франсиско Гойяның эштәренә бүленгән. Бында уның автопортретын. Сан-Карлос, Фердинанд VII, Карлос IV һәм Мария-Луиза Пармскаяның портреттарын, шулай уҡ «Капричос» серияһынан гравюраларҙы күрергә мөмкин.
Музейҙы ҡарау хәҙерге заман сәнғәте менән тамамлана[3]
Археология секцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Керамика секцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сарагоса музейының керамика секцияһы . Альбаррасин бинаһында, Примо-де-Ривера паркына уң яҡтан инеү урынында, этнология бүлеге янында урынлашҡан. Күргәҙмә таш быуаттан алып бөгөнгө көнгә тиклем арагон көршәктәр эшләү оҫталығы күргәҙмәһенә арналған. Донъяла иң яҡшы тип иҫәпләнгән һәм Муэл менән Теруэлда етештерелгән керамика әйберҙәргә айырым иғтибар бүленә.
Һынлы сәнғәт секцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Франсиско Гойя эштәренә музейҙа айырым зал бирелә.
-
Йәштәрҙе ҡурсалаусы изге Алоисиййҙы бағышлау
-
Венера һәм Адонис
-
Изге Антоний экстазы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Прадо
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт музея (исп.)
- Goyas en el Museo de Zaragoza (исп.)