Франсиско Гойя
Франсиско Гойя | |
исп. Francisco José de Goya y Lucientes | |
Автопортрет | |
Исеме: |
Франсиско Хосе де Гойя-и-Лусьентес |
---|---|
Тыуған: | |
Тыуған урыны: |
Фуэндетодос (Сарагосаға яҡын) |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Ил: | |
Жанр: |
рәссам, гравёр |
Стиль: |
романтизм, тәнҡитле реализм |
Имза: | |
Викимилектә эштәре |
Франси́ско Хосе́ де Го́йя-и-Лусье́нтес (исп. Francisco José de Goya y Lucientes; 30 март 1746 йыл — 16 апрель 1828 йыл, Бордо) — испан рәссамы һәм гравюрасыһы, һынлы сәнғәттә романтизмдың иң тәүге һәм балҡыу оҫталарының береһе.
Франсиско Гойя Лусьентес 1746 йылда Арагондың (испан автономияһы) баш ҡалаһы Сарагос ҡалаһында урта хәлле ғаиләлә тыуа. Әсәһе ярлы идальго (дворян)ҡыҙы. Франсиско тыуғас, ҡалалағы фатирға ремонт үткәргән ваҡытта, ғаилә Сарагостан 40 саҡрым алыҫлыҡтағы Фуендетодос ауылына күсеп китә. Был ауылда улар 1749 йылға тиклем (башҡа сығанаҡтар буйынса 1760 йылға тиклем) йәшәй.
Франсиско ғаиләлә төпсөк ул була. Иң өлкән ағаһы Камилло дин буйынса китә, уртансыһы Томас атаһының һөнәрен һайлай. Хосе Гойя әйберҙәрҙе алтын менән ялатыу оҫтаһы була. Уның балаларының белеме бик һай була. Франсиско Гойя ғүмер буйы хаталы яҙа.
1763 йылда Франсиско Силендың гипс фигураһы рәсемен эшләү конкурсында ҡатнаша. 1764 йылдың 15 ғинуарында уның эше өсөн бер тауыш та бирмәйҙәр. Һуңынан ул гипс күсермәләрҙе яратмауы тураһында әйтә. 1766 йылда Мадридта Сан-Фернандо нәфислек академияһында тағы бер һынау үтә, бында ла еңелеү көтә. Конкурс эштәре король Альфонсо X -ның аҡыллылығын, киң күңеллелеген һәм XVI быуат яугирҙәренең батырлығын күрһәтергә тейеш була. Был сюжеттар Гойяны илһамаландырмай.
Италияға сәйәхәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1766 йылдың июле менән 1771 йылдың апрель айынаса Франсисконың Римдәге тормошо йомаҡ булып ҡала. рус сәнғәт белгесе А. И. Сомов фекеренсә, Италияла рәссам «һынлы сәнғәт эштәре һәм Италия оҫталарының эштәрен күсереү менән генә түгел, уларҙың сараларын һәм алымдарын өйрәнеү менән дә шөғөлләнә»[1]. 1771 йылдың яҙында Парма академияһының антика темаһы буйынса конкурсында үҙен Рим кешеһе һәм Байеу уҡыусыһы тип танытып, ҡатнаша. Парманың ул саҡтағы хакимы принц Филипп Бурбон-Парм, Испан короле Карл III ҡустыһы, була. 27 июндә Паоло Борони (фр.)баш.ға «нескә , килешле колорит» өсөн берҙән-бер премия бирелә, ә Гойяны «артыҡ айырылып торған тондар» өсөн тәнҡитләйҙәр, «ул яҙған Ганнибал фигураһының мөһабәт булыуын» таныйҙар[2]. Ул Парма Сәнғәт академияһының икенсе премияһын ала, уның картинаһы өсөн алты тауыш бирелә.
Гойя Мадридта (1775—1792)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1775 йылда Гойя Мадридта, үҙенең ҡайнағаһы Франсиско Байеу янына күсә, уның оҫтаханаһында эшләй башлай. Байеу ул саҡта Испания короле Карл III һарай рәссамы була.
Гойя 1775 йылда королдән тәүге заказ ала - ул Астурия принцының (буласаҡ Испания короле Карл IV) Эскориал һарайындағы ашханаһы өсөн шпалерҙар серияһына картон (һүрәттәр) эшләргә тейеш була. Уларҙа һунар күренештәре һынландырылған, Гойя үҙе лә һунарҙы бик яратҡаан[3]. Франсиско 5 композиция ижад итә һәм улар өсөн 8 000 реал хаҡ ала.
Мадридта Гойя король, уның яҡындары өсөн ҙур күләмле эштәр башҡара. Католик сиркәүҙәре стеналарын, көмбәҙҙәрен биҙәгән дини сюжетлы әҫәрҙәр ижад итә.
1789 йылда король Карл III вафат булғас, Карл IV һарай рәссамына , ә 1799 йылдан уның беренсе рәссамына әйләнә. Был вазифаға тәғәйенләнгәндән һуң, ул королдең һәм уның хәләл ефете Мария-Луиза Пармдың бер нисә әллә ни шәп булмаған портретын яҙа[4]. Бөйөк француз революцияһы менән бәйле ваҡиғаларҙы ҡурҡып күҙәткән король ярандарының үҙ һарайҙарын матурлау ҡайғыһы бөтә — хәҙер Гойяның шпалералар эшләргә заказдары юҡ. Мәғрифәтсе испандарға ҡаршы эҙәрлекләүҙәр башлана : уның бер нисә дуҫы ҡулға алына, йә һөргәнгә ебәрелә. Гойяның үҙен 1790 йылдың июлендә « диңгеҙ һауаһын һуларға» Валенсияға ебәрәләр. Ләкин октябрь айында уҡ Гойя Сарагосла үҙенең дуҫы Мартин Сапатер (исп.)баш.ҙың портретын яҙа, был яңғыҙаҡ һәм бай негоциант менән Франсиско 1775 — 1801 йылдарҙа даими хат алыша. Мадридҡа ҡайтҡас, Гойя үҙенә ҡаршы һарай рәссамы Маэлья ҡорған тоҙаҡҡа эләгә, тик Байеуның яҡлашыуы ғына Франсискоға һарайҙағы урынын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. 1791 йылдың майында ул Эскориалдағы король кабинетына тип тәғәйенләнгән шпалера өсөн картон эскизын тамамлай (« Ауыл туйы »). Король талабы буйынса ул социаль күҙлектән ҡарағанда, элекке «Паяц»тан айырмалы рәүештә, нейтраль була . Октябрҙә Гойя яңынан Сарагосала, бында ул каноник (рухани) Рамон Пиньятелли портретын яҙа. Декабрҙә инде шпалералар өсөн 7 панно эшләй (уның һуңғы картондары). Королдән һәм башҡа шәхси заказдар булмағас, Сапатер менән хат алышыу бөтөнләй туҡтай яҙғас, Гойяның 1792 йылдағы яҙмышы әҙ билдәле[5].
1793—1799 йылдар. Ауыр сире һәм ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1793 йылда Гойяны фалиж һуға, ул Кадиста Себастьен Мартинес (исп.)баш. исемле сауҙәгәр һәм коллекционер өйөндә ята. Бынан тыш Гойя һаңғырауланып ҡала. Еҙ пластинкаларҙа ябай халыҡ темаһаны бер нисә картина эшләй. Был осорҙа Испания менән Франция араһында һуғыш бара, уға Испания армияһының күренекле командирҙарын яҙырға заказ килә. 1794 йылда актриса Мария Росарио дель Фернандес (исп.)баш.( «Ла Тирана» тип йөрөтөлгән) портретын , 1795 йылда Гойя герцог Альбаның, һуңыраҡ уның ҡатынының портреттарын яҙа. 1795 йылдың июлендә Гойяның ҡайнағаһы Франсиско Байеу үлеп китә. Франсиско 4 000 реал эш хаҡы менән Сан-Фернандолағы академияның һүрәт сәнғәте бүлеге директоры итеп билдәләнә .
1796 йылда Гойя яңынан сирләп китә һәм Кадиста ята, Санта-Куэва ораторийы (Oratorio de la Santa Cueva (Cádiz)) өсөн 3 ҙур картина ижад итә, уларҙа Христос тормошон яңыса итеп һүрәтләй . Ошо ваҡытта Гойяның тәбиғәт күренештәрен асыҡ һауала төшөргән тәүге һүрәттәренән Санлукар альбомы булдырыла . 1797 йылда Гойя «Герцогиня Альба мантильяла» портретын яҙа , герцогиня маха кейемендә (ҡара мантилья менән итәк), ә уның аяҡ аҫтындағы ҡомда «Solo Goya» (тик Гойя) тип яҙылған. Франсиско Академияла бүлек етәксеһе вазифаһынан ауырыуына һылтанып, баш тарта . Ошо уҡ ваҡытта ул «Капричос» тигән офорттар серияһын башлай. 1797-1798 йылдарҙа Гойя Бернардо де Ириарте (исп.)баш. һәм Гаспар Ховельянос заказын үтәп, уларҙың портреттарын яҙа.
1798 йылда Карл IV Гойяға үҙенең ҡаланан ситтәге резиденцияһындағы Сан Антонио де ла Флорида (исп.)баш. сиркәүе көмбәҙен картиналар менән биҙәргә ҡуша . 1798 йылдың июнендә Гойя герцог Осунаға ҙур булмаған 6 картина тапшыра, уларҙың сюжеты һуңыраҡ эшләнгән «Капричос»тың сюжетын алдан һөйләгән кеүек, бигерәк тә « Ҙур кәзә тәкәһе, йәки мәскәйҙәр йыйыны». 1799 йыл башында «Христосты ҡулға алыу» башта Академияла , һуңыраҡ Толедолағы соборҙа күрһәтелә, унда төнгө яҡтылыҡ быға тиклем күрелмәгәнсә оҫта итеп башҡарылғанын барыһы ла таный[6]. 1799 йылдың 6 ,19 февралендә «Капричос»тың сығыуы тураһында хәбәр итәләр, уларҙы Десэнганьо,1 адресы буйынса прфюмер кибетендә һатып алырға була. Тик барлығы 27 комплект һатылып өлөгөрә, сөнки инквизиция ҡамасаулай. Шул уҡ йылда Гойя француз илсеһе Фердинанд Гиймарде менән уның һөйәркәһе маркиза де Санта-Крус ( ҡыҙ саҡтағы исеме- Марианна Вальдштейн) портреттарын яҙа. Хәҙер был портреттар бер- береһенә ҡапма-ҡаршы Луврҙа эленеп тора.
Быуаттың тәүге йылдарында Гойя тормошо (1799—1808)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монархтар өсөн иһә «Капричос»тың сығыуы һиҙелмәйенсә ҡала. 1799 йылдың сентябрендә королева Гойяга үҙенең мантильяла һүрәтләнгән портретына заказ бирә. Ә инде бер айҙан һуң ул атлы портрет өсөн дә бер ҡиәфәттә тора. 1799 йылдың 31 октябрендә Гойяны йылына 50 000 реал эш хаҡы менән беренсе һарай рәссамы итеп тәғәйенләйҙәр. Шул уҡ йылда «Ла Тирана» актрисаһы һәм шағир Леандро де Моратиндың портреттарын яҙа. Һуңғыһы менән компанияла Гойя 1800 йылдың ғинуарында үҙенә яңы апартаменттар эҙләй, сөнки уның йортон Годой үҙенең һөйәркәһе Пепита Тудо өсөн һатып ала[7]. Апрелдә Гойя Годойҙың ҡатыны, дон Луистың ҡыҙы, графиня де Чинчондың портретын яҙа. 1800 йылдың июнендә Гойя 234000 реалға Вальверде һәм Десэнганьо урамдары мөйөшөндәге йортто һатып ала. Шул уҡ йылдың ноябрендә Годой һарайы апартаменттарында «Маха обнажённая» күренә. 1801 йылдың июненә Гойя күренекле «Портрет семьи Карла IV» картинаһын тамамлай (унда батша ғаиләһенең бөтә ағзаларын психологик дөрөҫлөк менән һынландыра), король һәм королеваның бөтә буй-һынлы портреттары һәм Мария Луис портретына ҡарағанда бик үк уңышлы булмаған «Карл IV атлы портреты»[8]. 1801 йылдың майында Гойя шулай уҡ вальяж позала Годойҙың, шул ваҡытта «Әфлисун һуғышының» шикле триумфатораының портретын яҙа. 1801—1803 йылдарҙа Франсиско үҙ йорто өсөн дә 4 тондо яҙа. 1802 йылда «Маха одетая» барлыҡҡа килә, унда ла «Маха обнажённая» картинаһындағы кеүек үк шул уҡ модель шул уҡ позала һүрәтләнә. 1802 йылдың июлендә Гойяның ҡурсалаусыһы герцогиня Альба үлә, герцогиня өсөн кәшәнә проекты менән Гойяның һүрәте һаҡланған. 1803 йылдың июлендә Гойя королгә уның гравёрлау оҫтаханаһы өсөн «Капричос» баҡыр таҡталарын һәм файҙаланылмаған офорттарҙы тәҡдим итә. Шул ваҡыттан алып, 1808 йылға тиклем, Гойя һарайҙан заказдар алмай башлай, ләкин эш хаҡын һаҡлап ҡала. Уның финанс торошо де лос Рейес урамынан тағы бер йорт һатып алырға мөмкинлек бирә. Шул уҡ 1803 йылда Сапатер үлә, уның менән Гойя 1799 йылдан алып хатлашмаған була. 1803 йылдан 1808 йылға тиклем Гойя тик портреттарҙы ғына төшөрә: йәш граф де Фернан Нуньесты (Карл III яҡын дуҫының улын), маркиз де Сан Адрианды (Кабаррустың дуҫын) маркиза де Вильяфранктың (Альба ғаиләһе ағзаһын), ханым Исабель де Лобо-и-Порсель һәм герцог Оундың ҡыҙының портреты. 1805 йылда Гойя үҙенең 21 йәшлек улы Хавьерҙың ҙур баск финансистарының туғаны Гумерсинда Гойкоэчеа менән туйын ойоштора. Гойя өйләнешеүселәрҙең бер нисә һүрәтен төшөрөп, уларға де лос Рейес урамындағы йортон бүләк итә. Был ваҡытта Испанияла барлыҡҡа килгән ҙур буржуазия[9]: Порсель, Фелис де Асара (натуралист), Тереса Суреда (Буэн-Ретиро фарфор мануфактураһы идарасыһы ҡатыны), Сабаса Гарсия, Педро Мокарте һәм башҡалар -портреттарға заказ биреүсе була. 1806 йылда халыҡта резонанс тыуҙырған бандит Марагато ҡулға алына. Гойя был уңайҙан 6 полотно булдыра.
«Һуғыш бәләләре» (1808—1814)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1808 йыл бөтөн Испания өсөн тетрәнеү йылы була. Уны француздар баҫып ала, Мадридта оҙайлы партизандар һуғышына килтергән ихтилал башлана. Яңы король Фердинанд VII Байоннаға китер алдынан (бында Король ғаиләһе менән бергә ҡулға алына) Сан-Фернандо академияһы Гойға уның портретын яҙырға ҡуша. Әммә сеанс ҡыҫҡартыла һәм һуңғыһы булып сыға, шуға күрә Гойяға хәтерҙән портрет яҙырға тура килә[10]. Һуғыш йылдарында Гойя бер нисә күренекле жанр картиналарын төшөрә ала: «Махи на балконе», «Девушки, или Письмо», «Старухи, или Que tal?», «Кузница (картина Гойи)|Кузница» һәм «Ласарильо де Тормес». Әммә Гойя илдә барған хаос тәьҫирендә йәнә ҡоралына тотона, һәм «Бедствия войны» офорттарын циклын төҙөй. Был серияның һуғыш ҡурҡыныстарына һәм Наполеондың «ирекһеҙ» ҡорбандарына нәфрәт менән һуғарылған сюжеттары шул осорҙағы Гойяның һүрәттәрендә сағылған[11].Тик 2 генә картинаһы был рәттән һуғыш һүрәте менән айырылып тора: «Литьё пуль» һәм «Изготовление пороха в горах Сьерра де Тардиента». 1812 һәм 1819 йылдар араһында төшөрөлгән «Похороны сардинки» картинаһы ла төптә ятҡан мәғәнә менән байытылған. Июндә Гойя тол ҡала, Хосефа вафат була. Гойя менән уның улы Хавьер араһындағы мөлкәттең һуңғы бүленеше беҙҙең өсөн 1800 йылда Сапатер үлгәндән һуң Гойяның көндәлек тормошо тураһында берҙән-бер мәғлүмат сығанағы булып ҡала. 1812 йылда Мадридҡа Веллингтон инә, Гойяға уның портретын яҙырға ҡушалар. Әммә улар араһында асыҡтан асыҡ дошманлыҡ барлыҡҡа килә, модель Гойяның эшенән ҡәнәғәт булмай, был саҡ улар араһындағы киҫкен ыҙғшыҡа килтермәй[12]. Испания француздарҙан бөтөнләй азат ителгәс, Гойя Мадрид ихтилалы ваҡиғаларын ике күренекле рәсемдә һүрәтләй: «Восстание 2 мая 1808 года в Мадриде (картина)|Восстание на Пуэрта дель Соль 2 мая 1808 года» һәм «Третье мая 1808 года в Мадриде|Расстрел мадридских повстанцев в ночь на 3 мая 1808 года» (икеһе лә 1814 й., Мадрид, Прадо).
Испан Бурбондарын реставрациялау (1814—1819)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1814 йылдың 18 майында Фердинанд, 1812 йылғы Конституцияны ғәмәлдән сығарып, Кортестарҙы тарҡата, бер нисә либераль депутатты төрмәгә ултырта. Килеп тыуған диктатура һәм эҙәрлекләү шарттарында Гойя шедеврҙарының күбеһе Сан-Фернандо Академияһында урынлаштырыла. Гойя менән иһә француз илбаҫарҙары менән хеҙмәттәшлек итеүгә шиктәр алына (баҫып алынғанда ул хатта эш хаҡы ла ала алмай) һәм Фердинанд Гойяға дошмандарса ҡараһа ла, тыныс ҡына эшләргә мөмкинлек бирә. 1815 йылдың 30 майында батша Филиппин компанияһының генераль советында рәйеслек итә һәм ҙур ссуда ала. Гойяға был ваҡиғаны «Филиппиан советы»нда мәңгеләштерергә ҡушалар, унда ул киңлекте һәм яҡтылыҡ эффекттарын оҫта һүрәтләй[13]. Гойя айырым компания ағзалары Мигель де Лардисабаль, Иньясио Омульриан һәм Хосе Муньярристың портреттарын төшөрә. Уның ҡарауы «Герцог де Сан-Карлос портреты»нда полихромияның бөтә өҫтөнлөктәрен файҙалана. 1815 йылда үҙен «Погрудной портреты»нда һүрәтләй. 1816 йылда ул «Тавромахия» офорттарының яңы серияһын ижад итә. В 1816 году он создал новую серию офортов «Тавромахия (серия офортов Гойи)|Тавромахию». Гойяның үҙенең элекке ҡурсалаусыларының балалары портреттарына заказ бирә башлай: «Дон Франсиско де Борха Тельес Хирон», 10-сы герцог Осундың портреты, йәки уның апалары герцогиня Абрантестар. 1818 йылдың ғинуарында Гойя Севилья соборы өсөн ике изге ҡурсалаусы Хуста һәм Руфинаның һүрәтләүсе ике ҙур картинаны тамамлай. 1819 йылдың 19 февралендә Гойя 60000 реалға Сан-Исидро туғайы яғынан Сеговияға алып барыусы күпер артында урынлашҡан «Һаңғырау Йорто» тип аталған ауыл йортон һатып ала. Августа ул Мадридтағы Эскуэлас Пиас сиркәү өсөн «Последнее Причастие св. Иосифа Каласанского» картинаһын тамамлай. Был картина өсөн Гойя 16000 реал аҡса ала, шуларҙың 6800 реалын картинаның геройы приораға хөрмәт йөҙөнән кире ҡайтара һәм үҙенең тағы бер бәләкәй «Моление о чаше» картинаһын бүләк итә[14].
«Ҡара картиналары», Бордола тормошо һәм үлеме (1820—1828)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1820 йылдың башында Гойя ҡаты сирләй башлай. 4 апрелдә ул һуңғы тапҡыр академик ултырышта ҡатнаша. 1823 йылдың яҙында йәки йәйендә Гойя үҙенең «Һаңғырауҙар йорто» стеналарын ҙур пейзаждар өҫтөнән мәңгелек аҡылһыҙлыҡты һәм кешелек ташҡындарын ҡамап алған күренештәр менән биҙәй. Ул эшҡыуар Исидро Вейстың ҡатыны Леодия де Вейс менән таныша, ул һуңынан ире менән айырылыша. Уның Гойянан Росарита исемле ҡыҙы тыуа.
Испанияның яңы хөкүмәте эҙәрләүҙәрҙән ҡурҡып, 1824 йылда Гойя Леокадия һәм бәләкәй Росаритаһы менән бергә Францияға юллана, унда хәҙер Людовик батшалыҡ итә (1824 йылдың 16 сентябренән - Карл Х). Был илдә Гойя һуңғы дүрт йыл ғүмерен уҙғара. 1823-1824 йылдарҙағы ҡышында үҙенең именлеге өсөн борсолоп, Гойя аббат Дуасола һыйыныу урыны таба. 1824 йылдың майында Пломбьер һыуҙарына барыуға рөхсәт ала, әммә ысынында Гойя Бордоға күсеп китә һәм унда уның бик күп дуҫтары ла һыйыныу урыны таба. Шул уҡ йылдың йәйендә ул Парижда була, унда «Коррида»ны һәм дуҫтары Хоакин Феррерҙың һәм уның ҡатынының портреттарын төшөрә. Бордоға ҡайтҡас Гойя, литографияның яңы техникаһына тотона: «Портрет гравёра Голона» һәм «Бордосские быки» тип аталған 4 бит. Гойяға Францияла отпускыһын ваҡыты-ваҡыты менән оҙайтып торалар. 1825 йылдың майында Франсиско тағы ҡаты сирләй, әммә тиҙ генә һауыҡҡас, фил һөйәгендә 40-ҡа яҡын миниатюра яһай[15]. 1826 йылда Гойя Мадридҡа ҡайта һәм, эш хаҡын һаҡлау, ял итергә һәм Францияға барыу мөмкинлегенә рөхсәт ала. 1827 йылда Бордола Гойя үҙенең финанстар идарасыһы банкир Сантьяго Галостың портретын, шулай уҡ, ктлененең туғаны, испан сауҙагәре Хуан Баутист Мугироның портретын яҙа. Шул уҡ йылдың йәйендә Гойя һуңғы тапҡыр Мадридта була, унда 21 йәшлек ейәне Мариано Гойяны төшөрә. Бордоға ҡайтыу менән Гойя үҙенең һуңғы шедеврҙарын яҙа: Мадридтың элекке алкальды Пио де Молин портреты һәм «Молочница из Бордо» картинаһының эскизы. 1828 йыл башында Гойя Парижға юлланыусы улы һәм уның ҡатыны менән осрашыуға әҙерләнә. Франсиско уларҙы үҙендә март аҙағында ҡабул итә, ә 1828 йылдың 16 апрелендә Бордола Фоссе де л’Интенданс апартаментында вафат була.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һүрәт сәнғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө төҫтәргә бай һәм композиция яғынан иркен, тәбиғи булған , ябай ғына көндәлек тормош һәм халыҡ байрамдары күренештәре. (Барыһы ла Мадрид ҡалаһы Прадо музейында.
- «Ҡулсатыр», 1777;
- «Һауыт-һаба һатыусы» и "Мадрид баҙары ", 1778;
- «Пелота уйыны», 1779;
- «Йәш үгеҙ», 1780;
- «Яралы ташсы», 1786;
- «Һәпәләк уйыны», 1791.
С начала 1780-х годов Гойя получает известность и как портретист:
- Портрет графа Флоридабланка,1782-83 (банк Уркихо, Мадрид)
- «Семья герцога Осуна», 1787, (Прадо);
- Портрет маркизы А. Понтехос, около 1787 (Национальная галерея искусства, Вашингтон);
- Сеньора Бермудес (Музей изобразительных искусств, Будапешт);
- Франсиско Байеу (Прадо), Доктор Пераль (Национальная галерея, Лондон) оба 1796 г. ;
- Фердинанд Гиймарде, 1798 (Лувр, Париж),
- «Ла Тирана», 1799 (АХ, Мадрид);
- «Семья короля Карла IV» 1800 (Прадо);
- Сабас Гарсия, около 1805 (Национальная галерея искусства, Вашингтон);
- Исабель Ковос де Порсель, около 1806 (Национальная галерея, Лондон);
- портрет Т. Переса, (1820 (Метрополитен-музей);
- П. де Молина, 1828 (собрание О. Рейнхарта, Винтертур).
Гойя тураһында фильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Обнажённая Маха» (The Naked Maja), 1958, производство США — Италия — Франция. Режиссёр Генри Костер; в роли Гойи — Энтони Франчоза.
- «Гойя, или Тяжкий путь познания», 1971, производство СССР — ГДР — Болгария — Югославия. По одноимённому роману Лиона Фейхтвангера. Режиссёр Конрад Вольф; в роли Гойи — Донатас Банионис.
- «Гойя в Бордо» (Goya en Burdeos), 1999, производство Италия — Испания. Режиссёр Карлос Саура; в роли Гойи — Франсиско Рабаль.
- «Обнажённая Маха» (Volaverunt), 1999, производство Франция — Испания. Режиссёр Бигас Луна; в роли Гойи — Хорхе Перугоррия.
- «Призраки Гойи», 2006, производство Испания — АҠШ. Режиссёр Милош Форман; в роли Гойи — Стеллан Скарсгорд.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- рус телендә
- Левина И. М., Гойя, Л. — М., 1958;
- Прокофьев В. Н., «Капричос» Гойи, М., 1970;
- Прокофьев В. Н. Гойя в искусстве романтической эпохи. — М.: Искусство, 1986. — 216, [142] с. — (Из истории мирового искусства). — 25 000 экз.
- Фейхтвангер Л., Гойя.
- Сит ил телдәрендә
- Cardera, Valentin. Biografia de D.Francisco Goya, pintor. El Artista, 2 1835
- El Libro de Los. CAPRICHOS. Francisco de Goya. Мадрид. 1999. ISBN 84-87317-82-0
- Mayer A., Francisco de Goya, Munch., 1923;
- Klingender F. D., Goya in the democratic tradition, L., 1948, 2 ed., N. Y., 1968;
- Sanchez Canton F. J., Vida у obras de Goya, Madrid, 1951;
- Holland V., Goya. A pictorial biography, L., 1961;
- Harris Т., Goya. Engravings and litographs, v. 1-2, Oxf., 1964:
- Wyndham Lewis D. B., The world of Goya. L., 1968:
- Gudiol J., Goya, L. — N. Y., 1969;
- Goya. Konigliche Gemaldegalerie «Mauritshuis». Katalog, Haag, 1970 (библ.).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сомов А. И. Гойя-и-Луциентес, Франциско // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Батикль, 2006, с. 18
- ↑ Батикль, 2006, с. 22
- ↑ Батикль, 2006, с. 64
- ↑ Батикль, 2006, с. 67
- ↑ Батикль, 2006, с. 79
- ↑ Батикль, 2006, с. 85
- ↑ Батикль, 2006, с. 87
- ↑ Батикль, 2006, с. 91
- ↑ Батикль, 2006, с. 99
- ↑ Меткая формулировка А. С. Пушкина
- ↑ Батикль, 2006, с. 111
- ↑ Батикль, 2006, с. 112
- ↑ Батикль, 2006, с. 122
- ↑ Батикль, 2006, с. 124
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Франсиско Гойя Викиөҙөмтәлә | |
Франсиско Гойя Викимилектә | |
Франсиско Гойя Викияңылыҡтарҙа |
- Творчество Франциско Гойя — О художнике, о его драматическом жизненном пути и небывалом по форме творчестве.
- Francisco de Goya — Zoomable Paintings 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
- Francisco de Goya’s Paintings 2006 йыл 20 ноябрь архивланған.
- О выставке «Сны разума». Франсиско Гойя и Сальвадор Дали
- Франсиско Гойя (1746—1828) ОФОРТЫ ИЗ СЕРИИ «БЕДСТВИЯ ВОЙНЫ»
- Франциско Хосе де Гойя. Биография
- Гойя Франсиско Хосе де 2013 йыл 6 октябрь архивланған. — Большая советская энциклопедия
- Гойя-и-Лусьентес. Картинная галерея. Биография.
- Офорты Сальвадора Дали: переработанные иллюстрации «Капричос» Гойи