Эстәлеккә күсергә

Саркел (Цимлян районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡасаба
Саркел
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Муниципаль район

Цимлян районы

Ауыл биләмәһе

Саркел

Координаталар

47°40′46″ с. ш. 42°08′58″ в. д.HGЯO

Этнохороним

Саркелдар

Телефон коды

+7 86391

Почта индексы

347305

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

61, 161

ОКАТО коды

60 257 850 001

ОКТМО коды

60 657 444 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Саркел (Рәсәй)
Саркел
Саркел
Саркел (Цимлян районы) (Ростов өлкәһе)
Саркел

Саркел — .Ростов өлкәһе Цимлян районы ҡасабаһы.

Саркел ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
  • Хәрби Дан тыҡрығы,
  • Виноград тыҡрығы,
  • Көнбайыш тыҡрығы
  • Йәшел тыҡрығы,
  • Клуб тыҡрығы,
  • Йәштәр тыҡрығы,
  • Яңы тыҡрығы,
  • Соҡорло тыҡрығы,
  • Баҫыу тыҡрығы,
  • Прибой тыҡрығы,
  • Дала тыҡрығы,
  • Күләгәле тыҡрығы,
  • Сәскәләр тыҡрығы,
  • Мәктәп тыҡрығы,
  • Винзавод урамы,
  • Дон урамы,
  • Комсомол урамы ,
  • Ленин урамы,
  • Тыныслыҡ урамы,
  • Диңгеҙ урамы,
  • Яр буйы урамы,
  • Тау урамы,
  • Баҡса урамы,
  • Социалистик урамы,
  • Цимлян урамы.

1932 йылда «Новь» һәм «Ҡыҙыл Октябрь» колхоздары базаһында Цимлян виноград совхозы ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килгән.

1987 йылда Цимлян һыуһаҡлағысы баҫҡан хазар ҡәлғәһенең тарихи исеме менән Саркел тип аталған.

2006 йылда шул уҡ исемдәге ауыл биләмәһенең үҙәге була, быға тиклем Цимлянск хакимиәте ҡарамағында була.[1]

«Цымлянская станица» этнография комплексы территорияһындағы Саркел ҡасабаһында 2013 йылдан алып йыл һайын «Цимлянская лоза» фестивале үткәрелә.Уны виноград үҫтереүселәр союзы һәм Дон шарап эшләүселәре ойоштора. Ростов өлкәһе фестивалгә мәғлүмәт менән тәьмин итеү буйынса хөкүмәт ярҙамы күрһәтә.Фестивалгә килеүселәр һаны йыл һайын арта. 2014 йылда "Цимлян йөҙөм сыбығы"фестивалендә 200 кеше була, ә бер йыл үткәс, ҡунаҡтар һаны 10 тапҡырға арта. Унда тантаналы дегустация, байрамды рәсми асыу һәм ябыу, ижади коллективтарҙың сығыштары ойошторола. Сувенир продукцияһын һатып алырға мөмкин була. 2016 йылда гаражист кубогы «Вино-2016» призы уйнатыла. Еңеүселәр һәм бүләкләнеүселәр иң яҡшы ҡыҙыл шарап, аҡ шарап, махсус шарап конкурс номинацияларында приздар менән ҡотланыла[2].

2016 йылда шарап фестиваленә илдең төрлө биш төбәгенән вәкилдәр йыйыла: Ростов, Һамар һәм Волгоград өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Волгоград өлкәһе, шулай уҡ Ставрополь һәм Краснодар крайҙарынан 16 ҡатнашыусы була. Улар жюриға 53 шарап өлгөһөн тәҡдим итә. Жюри Анапа ҡалаһына төп призды тапшырҙы. Был фестиваль туризм өлкәһенең үҫешенә булышлыҡ итә. Был ваҡиға Рәсәй халҡынан башҡа сит илдәрҙең дә граждандарын да үҙенә йәлеп итә[3].