Эстәлеккә күсергә

Саушин Александр Захарович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саушин Александр Захарович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 20 апрель 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уйлап табыусы
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Саушин Александр Захарович (20 апрель 1949 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, эшҡыуар, сәйәсмән. Техник фәндәр докторы. Профессор. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (2002).

1971 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. 1989 йылда Г. В. Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институты ҡарамағындағы менеджрҙар әҙерләү Үҙәгендә уҡый, «Хозрасчет шарттарында персонал менән идара итеү» программаһын әҙерләй. 1971-1981 — «Оренбурггазодобыча» берекмәһенең газ сәнәғәте идаралығы операторы, мастеры, начальник урынбаҫары; СССР газ сәнәғәте министрлығының газ етештереү буйынса бүлеге начальнигы, 1981-1995 — «Астраханьгазпром» ПБ-ның баш инженеры. . 1995 йылдан — газпром системаһында. «Газпром Рәсәй акционерҙар йәмғиәтенең «Астраханьгазпром» ДП-ның генераль директоры урынбаҫары (1995 йылдан)[1].

Сәйәси эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәйәси эшмәкәрлеген С. Шахрайҙың Рәсәй берҙәмлеге һәм татыулығы партияһынан (ПРЕС) Дәүләт думаһына һайлауҙарҙан башлай. Владислав Виноградовтан ҡалышып, икенсе урынды яулай[2].

Әстерхан Думаһының бер нисә саҡырылыш депутаты[3],[4],[5].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Техник фәндәр докторы, профессор,[1], Әстерхан дәүләт техник университетының «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау» кафедраһы мөдире. АГН-дың хоҡуҡлы ағзаһы. Фәнни эшмәкәрлеге тематикаһы — газ-конденсатлы сероводород ятҡылыҡтарҙың эксплуатациялау һәм эшкәртеү проблемалары (Дәүләт премияһына лайыҡ була). 6 ғилми хеҙмәт, 15 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Газ сәнәғәтенең почетлы хеҙмәткәре;
  • СССР-ҙың почетлы радисы һәм уйлап табыусыһы;
  • Рационализация һәм уйлап табыу алдынғыһы.
  • «Рәсәй флотына - 300 йыл» миҙалы