Эстәлеккә күсергә

Сафронова Вера Степановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сафронова Вера Степановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 август 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Оскол[d], Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 20 декабрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (88 йәш)
Һөнәр төрө колхозник
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Сафронова Вера Степановна (29 август 1917 йыл, Яңы Оскол — 20 декабрь 2005 йыл) — колхозсы, Белгород өлкәһенең Яңы Оскол ҡошсолоҡ совхозы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Сафронова Вера Степановна 1917 йылдың 29 авгусында Яңы Осколда тыуған. 1941 йылдың октябренән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылдың ғинуарынан Көньяҡ фронттың 105-се эвакуацияланыусыларҙы ҡабул итеү пунктында санитарка булып эшләй. Демобилизацияланғандан һуң Яңы Оскол ҡошсолоҡ совхозында ҡош ҡараусы булып эшләй башлай. Йомортҡа һалыусы тауыҡтарҙы тәрбиәләү буйынса бригада етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

1966 йылда Вера Степановна «малсылыҡты үҫтереүҙә, ит, йомортҡа һәм башҡа продукция етештереүҙе һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн» Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була. 1974 йылда хаҡлы ялға сыға. 2005 йылдың 20 декабрендә вафат була.

2001 йылда Яңы Оскол ҡалаһында геройҙар аллеяһын асыу тантанаһы була, унда Вера Сафронованың бюсы ҡуйылған[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Социалистик Хеҙмәт Геройы — СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указы.

- Ленин ордены

- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Сафронова Вера Степановна. «Герои страны» сайты.