Сафуанов Рафаэль Мәхмүт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сафуанов Рафаэль Мәхмүт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 сентябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Шишмә, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы, университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Сафуанов Рафаэль Мәхмүт улы (29 сентябрь 1953 йыл) — комсомол органдары ветераны, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡтыусыһы. 1987—1990 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. Иҡтисад фәндәре докторы. Профессор.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рафаэль Мәхмүт улы Сафуанов 1954 йылдың 29 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районының Шишмә ауылында тыуған.

1976 йылда Өфө авиация институтын (хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлаған.

1978 йылда Коммунистар партияһына инә. 1976 йылдан 1990 йылға тиклем комсомол органдарында эшләй. 1976 йылда хеҙмәт юлын Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә йыйыу цехының инженер-технолог булып башлай, артабан 1978 йылға тиклем әлеге производство берекмәһенең комсомол комитетының секретары урынбаҫары була. 1978−1979 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Калинин район комитетының беренсе секретары, 1979—1981 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитетының икенсе, һуңғараҡ — беренсе секретары. 1981−1987 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортстан өлкә комитетының икенсе секретары. 1987−1990 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.

1990—1993 йылдарҙа КПСС-тың Үҙәк комитеты янындағы йәмәғәт фәндәре академияһы (1991 йылдан Рәсәй идара итеү академияһы) аспиранты.

1992—1996 — «Мединвест» страховкалау компанияһының генераль директоры (1994 йылда ОАО «Бастра» ААЙ итеп үҙгәртелә), Башҡортостан страховкалаусылар ассоциацияһы рәйесе[1].

1997−1998 йылдарҙа «Уралтранснефтепродукты» ААЙ-ндә генераль директорҙың иҡтисад һәм статистика буйынса урынбаҫары.

1998—2007 йылдарҙа Өфө дәүләт сервис университетында иҡтисад анализы һәм статистикаһы кафедраһы мөдире[1].

2012 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте янындағы Финанстар университетының Өфө филиалы директоры.[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]