Эстәлеккә күсергә

Саҡсауыл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саҡсауыл
Рәсем
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Haloxylon Fenzl, 1851
Таксономия рангыһы Ырыу
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон Salsoloideae[d]
Таксондың халыҡ атамаһы 梭梭属[1], 梭梭属[2][3][4][…] һәм 琐琐属[3]
Номенклатурный тип H. ammodendron[d]
GRIN URL npgsweb.ars-grin.gov/gri…[5]
 Саҡсауыл Викимилектә

Саҡсауыл (лат. Halóxylon) (ҡаҙ. Сексеуіл) — Марь (Chenopodioideae) төрөнә ҡараған, сүллектәрҙә урман булып үҫә торған ҡаты, әммә һыныусан ағас (саҡсауыллыҡтар). Үҙәк Азия һәм ғәрәп илдәрендә унға яҡын төрө бар. Уларҙың өс төрө : аҡ саҡсауыл, Зайсан саҡсауылы һәм ҡара саҡсауыл Ҡаҙағстанда үҫә. Дөйөм алғанда, улар был республикала 48% урман фондын биләй (15 млн гектар). Төркмәнстанда — 6 миллион гектар, Үзбәкстанда-0,6 млн гектар майҙанда үҫә [6].

Ушаков Дмитрий Николаевич фекеренсә, атама ҡаҙаҡса «сексеүил» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан[7]. Мәктәп этимологик һүҙлегендә атама XIX тыуатта төрки телдәрҙән алынған тип яҙылған[8].

Биологик тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыуаҡ йәки ҙур булмаған, йәш ботаҡтары һыныусан, тарбаҡлы ағас (бейеклеге 1,5—12 м). Япраҡтары ваҡ,төҫһөҙ тәңкә кеүек, бер-береһенә ҡапма-ҡаршы урынлашҡан.Фотосинтезды йәшел ботаҡ ғәмәлгә ашыра. Ике енесле сәскә, бөрөһөндә 4-әрләп ултыра. Сәскә төбөндә 5 яры кеүек япраҡ, улар орлоҡҡа ҡанат кеүек беркетелгән була. Тамыр системаһы ҡеүәтле, 10-11 м тәрәнлеккә китә. Олоно тигеҙһеҙ, ныҡ, әммә ҡайһы берҙә мурт булып китә. Ҡайырыһы аҡ, ҡара йәки көрән.

The Plant List мәғлүмәт базаһында күренеүенсә (2013) , 9 төрө бар [9]


Бөтә төрҙәре лә Азия сүллектәрендә йәки ярымсүллектәрендә үҫә[10].

  1. https://www.iplant.cn/frps/vol/25(2) / под ред. К. Сяньву, Ц. Чжопо — 1979. — Т. 25(2). — Б. 139.
  2. 彭莳嘉, 罗源, 蔡宏宇, 张晓玲, 王志恒 全球变化情景下的中国木本植物受威胁物种名录, A new list of threatened woody species in China under future global change scenarios (ҡыт.) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 5. — Б. 21459. — ISSN 1005-0094doi:10.17520/BIODS.2021459
  3. 3,0 3,1 刘冰 (Bing Liu), 叶建飞 (Jianfei Ye), 刘夙 (Su Liu), 汪远 (Yuan Wang), 杨永 (Yong Yang), 赖阳均 (Yangjun Lai), 曾刚 (Gang Zeng), 林秦文 (Qinwen Lin) Families and genera of Chinese angiosperms: a synoptic classification based on APG III, 中国被子植物科属概览: 依据APG III系统 (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2015. — Т. 23, вып. 2. — Б. 225–231. — 7 с. — ISSN 1005-0094doi:10.17520/BIODS.2015052
  4. http://www.efloras.org/flora_page.aspx?flora_id=3
  5. Таксономия растений GRIN (ингл.)
  6. Саксауловые леса
  7. саксаул // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
  8. Школьный этимологический словарь русского языка. Происхождение слов / Н. М. Шанский, Т. А. Боброва. — М.: Дрофа, 2004
  9. [1] 2017 йыл 5 сентябрь архивланған.
  10. Ареал саксаула зайсанского (Haloxylon ammodendron (C.A.Mey) Bunge). Проект «Агроэкологический атлас России и сопредельных стран: экономически значимые растения, их болезни, вредители и сорные растения» (17 сентября 2007)