Свиридова Евгения Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Евгения Свиридова
Исеме

Евгения Николаевна Свиридова

Тыуған көнө

1 февраль 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (38 йәш)

Һөнәре

актриса, йырсы

Карьераһы

2006—наст. время

IMDb

ID 1690708

Свиридова Евгения Николаевна (Э' Женя ) (1 февраль 1986 йыл) — Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Евгения Николаевна Свиридова 1986 йылдың 1 февралендә Волгоградта тыуған.

Бала сағынан йыр менән мауыға һәм шөғөлләнә. 12 йәшендә Волгоград ҡалаһында «Маленькие звёздочки» вокалсылар конкурсында ҡатнаша. Шул уҡ йылда бард йырҙары фестивалендә лә сығыш яһай һәм Вадим Егоровтың «Панамка» йыры менән икенсе урынды яулай. 2003 йылда мәктәпте тамамлай һәм Мәскәүҙә Б. В. Щукин исемендәге Юғары театр училищеһына уҡырға инә. Уның кинолағы дебют роле Николай Лебедевтың «Волкодав из рода Серых Псов» яңы блокбастер-фэтезиһында ҡол ҡатын Ниилит була.

[[2007 йыл]да] Юғары театр училищеһын П. Любимцев курсында тамамлай һәм Мәскәү академия сатира театрында эшләй башлай

2017 йылда Мәскәү академия сатира театрынан китә, сөнки ул Санкт-Петербург ҡалаһына күсенә. 2018 йылдан алып Евгения Свиридова А. Миронов исемендәге антреприза театрында уйнай. «Instagram»да ҡыҫҡа юмористик роликтар төшөрә. [2].

Спектаклдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Юбилей» — Татьяна Алексеевна
  • «Иркутск тарихы» — Валька
  • «Бесприданница» (А. Островский) — Лариса
  • «Килемле урын» (А. Островский) — Кукушкина Полина
  • «Мадмуазель Нитуш » (мюзикл) — пансион уҡыусыһы
  • «Хомо Эректус» — «Кси»
  • «Сикләнмәгән ҡатын-ҡыҙҙар» — «Маша»
  • «Малай һәм ҡыйыҡта йәшәүсе Карлсон» — Астрид
  • «Триумфальныйҙағы Триумф» (репертуарҙан сығарылған) — Балерина
  • «Идеаль үлтереү» — Вики Уильямс
  • «Һуҡырҙар йәмғиәтенең киске сығыуы» — Рюкзаклы ҡыҙ
  • «Һаумы! Был мин! Андрюшаға-70!» (репертуарҙан сығарылған) — эстрада артисы / «һау бул, конферансье» спектакленән соло
  • «PERDU Монокль» (репертуарҙан сығарылған) — Диана Джобер
  • «Беҙҙе һайлаған юлдар» — Молли
  • «Малиновкалағы туй» — Яринка

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2006 — Волкодав из рода Серых Псов — Ниилит
  • 2008 — Глухарь — пассажирка кабриолета на посту
  • 2009 — Одна семья — Екатерина Смирнова, дочь Андрея Смирнова
  • 2009 — Короткое замыкание — девушка, эпизод «Срочный ремонт»
  • 2009 — Универ — руководитель театрального кружка Елизавета
  • 2011 — Закрытая школа — Мария Вершинина (в подростковом возрасте)
  • 2014 — Проводник — Валерия Павлова

Соло карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәхнә псевдонимы — Э' Жени'.

Евгения Николаевна әлеге ваҡытта үҙенең тиражы сикләнгән «пилот» альбомына ингән тәүге түбәндәге йырҙарҙы сығарҙы:

  • Время оступается
  • Ангел моих снов
  • Обманщик
  • Когда ты проснёшься
  • Ждала
  • Ромео
  • Зеркала

Е. Свиридова һүҙҙәре һәм музыкаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1998 йыл — 2-се урын, Финляндия халыҡ-ара йыр фестивале.
  • 1998 йыл — 2-се урын, бард йырҙары фестивале.
  • 2001 йыл — Грушинский фестиваленең «Открытие конкурса» призы.
  • 2003 йыл — 2-се урын, бард йырҙары фестивале.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]