Эстәлеккә күсергә

Себер нығытмалар һыҙаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Себер һыҙаты битенән йүнәлтелде)
Себер нығытмалар һыҙаты
Дәүләт  Рәсәй империяһы

Себер нығытмалар һыҙаты — Көнбайыш Себер көнсығышындағы нығытмалар һыҙаттарының бер өлөшө, XVIIIXIX быуаттарҙа көньяҡ сик буйҙарын күсмә халыҡтар һөжүменән һаҡланыу өсөн булдырыла[1]. Төрлө йылдарҙа төҙөлгән Тубыл- Ишем (1752—1755), Иртыш (1745—1752) һәм Колыван-Кузнецк (1747—1768) нығытмалар һыҙаттарын үҙ эсенә ала[2]

Көнбайыш Себерҙәге Себер Казак Ғәскәре, Айырым Тубыл һәм Томск Атлы полктары, Айырым Тубыл Йәйәүле батальоны ерҙәренең карталары, 1858 йыл

Себерҙең көньяҡ-көнбайышында ҡәлғәләр, форпостар һәм редуттарҙан торған үҫешкән ҡурғаулау һыҙаттары системаһын, шулай уҡ хәрби-сәнәғәт, хәрби-административ, сауҙа-хужалыҡ үҙәктәрен булдырыу XVII-XVIII быуаттарҙа Себерҙә ҡалаларҙың барлыҡҡа килеүендә бик мөһим роль уйнай, улар Обь, Иртыш, Йәнәсәй йылғалары һәм уларҙың ҡушылдырыҡтарында төҙөлә һәм артабан үҫеш ала. Башта ҡурғаулау форпостары Томск төрмәһе радиусында төҙөлә (Томск разрядының административ үҙәге) — башлыса көнсығышта (Кета (1596), Семилуг (1609), Кузнецк (1618), Мелесса (1621), Ачин (1641)), артабан көньяҡ йүнәлештә Уралдан алып Бөйөк Дала буйлап төҙөлгән һәм төрәмләр һыҙаты менән ҡушылған (Уртам (1684), Умревин (1703), Чаус (1713), Бәрҙе (1716), Каин (1722) Семипалатинск һәм башҡалар). Ҡырыҫ тәбиғәт климат шарттарында навигация осоро бик ҡыҫҡа була һәм ҡала сауҙа хәжәттәрен тәьмин итеү етерлек булмай һәм тора-бара XVIII быуат уртаһында ошо ҡәлғәләр һағында Урал аръяғында Себер йөк тракты барлыҡҡа килә.

1716 йылда Пётр I указына ярашлы И. Д. Бухгольц етәкселеге аҫтында экспедиция тарафынан Себер һыҙатына нигеҙ һалына һәм Иртыш йылғаһында нығытылған ҡаласыҡтар һәм зиндандар төҙөлә.

Урыҫтарҙың Иртыш буйлап үтеп инеүенә край хужаһы Жунгария яғынан бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтмәй. Быға бер нисә сәбәп була. Ҡытай һәм Ҡаҙаҡ ханлығы менән һуғыш торошонда булған Жунгар ханлығы көслө союздаш һәм сауҙа партнерҙарында мохтажлыҡ кисерә. Бынан тыш, жунгарҙарҙың етәкселәре 1723 йылдан алып Ҡаҙағстанды яулап алыуға әҙерләнәләр.

XVIII быуаттың уртаһына Себер һыҙаты нығытмалары Уралдан Алтайға тиклем бик ҙур территорияны биләп ала. Шул уҡ ваҡытта, ҡәлғәләрҙең һәм зиндандарҙың әүҙем төҙөлөүенә ҡарамаҫтан, уларҙың ҡурғаулау системаһы бик хөрт була.

1752 йылда Сенат яңы нығытмалар һыҙатын төҙөү буйынса указ сығара, яңы һыҙат Яңы исемен ала. Бөтә ҡәлғәләр, Иртыш һәм Ишем һыҙаттарының форпостары үҙгәртеп ҡороуға дусар була. 1764 йылда Омск ҡәлғәһе Себер сик буйы һыҙаттарының төп ҡәлғәһе була.

1764 йылда Себер ҡалаларына һәм һыҙат буйлап күсерелгән казактар «Себер казак линияһы» исемен ала[3]. Ишем, Иртыш, Колыван һәм Кузнецк һыҙаттарын һаҡлаған казактар 1808 йылда Себер Һыҙаты казак ғәскәренә берләштерелә.

XVIII быуаттың аҙағына ҡарата көньяҡ себер ҡурғаулау һыҙаттары системаһын төҙөп бөтөүгә күп кенә ҡәлғәләр (улар күсмә халыҡтарҙан һаҡланыу өсөн төҙөлә) юҡҡа сығарыла. Ағастан төҙөлгән ҡәлғәләр яйлап иҫкерә башлай һәм юҡҡа сыға.

Сик буйы һыҙаттарының типовой нығытмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡәлғәләр — яҡшы ҡоралланған терәк пункттары. Ҡәлғә янында форпостар йәки казак слободалар була, уларҙы ҡәлғә-ҡаласыҡта терәлеп торған ултыраҡ булараҡ планлаштыралар, форпостар ретраншемент һәм редан менән көсәйтелә. Бастиондар кәртәләнгән була, уны тыш яҡтан ҡаҙылған соҡор уратҡан. Соҡор контрэскарп артында, унан бик алыҫ түгел — бер нисә кәртә, ә уларҙан алдараҡ — тағы ла бер рәт бағана ҡаҙып ултыртыла.
  • Редуттар дүрт мөйөшлө була, һәр яғы 20 сажин тирәһе. Мөйөштәрендә — бастиондар рәүешендәге сығынтыҡтар. Нығытма ҡоймаһы мылтыҡтан атыу өсөн уңайлы итеп эшләнелә. Тыш яҡтан ҡоймаға кәкрәк бейеклегендәге соҡор теләеп тора. Контрэскарп артында бер нисә кәртә һәм бағаналар.
  • Форпосттар ҙа, редуттар кеүек, ҡойма менән уратыла, әммә улар ҙурлығы менән айырылып тора. ҙур форпостар һәр яғы 30 сажинлы дүрт мөйөш рәүешендә төҙөләләр. Кесе форпостар редуттарҙан бәләкәйерәк була.
  • Стансалар — һәр яғы 10 сажинлы редуттар була, мөйөштәндә шулай уҡ сығынтыҡтар эшләнә. Уларҙың икеһе бастиондар рәүешендә һәм һәр береһе берешәр орудие менән ҡоралланған. Башҡа икәүһе дүрт мөйөшлө була һәм асыҡ обороналы казармаларҙан тора.

Иртыш нығытмалары һыҙаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1716 йылдан алып И. Бухголец етәкселегендәге экспедиция Омскиҙан Иртыш буйлап үргәрәк бер нисә ҡәлғәгә нигеҙ һала. 1716 йылда Ямыш күле янында төрмә төҙөлә, 1717 йылда Омск һәм Ямыш ҡәлғәләре араһында Тара казактары отряды Железин ҡәлғәһенә нигеҙ һалалар. 1718 йылда Семипалатинск ҡалаһы барлыҡҡа килә, 1720 йылда — Павлодар һәм Усть-Каменогорск. Убин (1718 йылда), Полон-Ҡарагай (1718 йыл) ҡәлғәләре төҙөлә.

Иртыш хәрби һыҙатында урынлашҡан ҡәлғәләр һәм форпостар ҡаҙаҡ далаларына үтеп инеү өсөн хәрби көстәрҙе бер тирәгә тупларға мөмкинлек бирә. Шуның менән бергә улар ҡаҙаҡтарҙы ҡурҡытыу маҡсатында ойошторола. Был нығытылған пункттар дала менән идара итеү өсөн хәрби-административ үҙәктәре сифатында да файҙаланыла. Һыҙатты булдырыу Урта йөҙ ҡаҙаҡтарын яһалма рәүештәге бүленеүгә килтерә, традицион йәйләү урындарын боҙа. Халыҡ «эске» (уң ярҙыҡылар) һәм «тышҡы» (Иртыштың һул яҡ яры) ҡаҙаҡтарына бүленә. Беренселәре Иртыш һыҙатынан төньяҡҡараҡ көн итәләр, икенселәре — Һары Арҡа ҡаҙаҡ далаһында, хәрби һыҙаттан көньяҡта, йәшәйҙәр. Иртыш нығытмалар һыҙатын булдырыу ҡаҙаҡ ҡәбиләләренән бик күп ер майҙанын тартып алыуға килтерә.

1740-сы йылдар башында ғына ҡәлғәләр араһында 7 форпост төҙөлә: Ачаир, Черлак, Осморыж, Чернорецк, Коряков, Семияр һәм Убин. Терәк пункттары араһында бәйләнеш бик насар була. Иртыш нығытмалары һыҙаты 1745 йылдан һуң ғына булдырылған, тип һанала.

Иртыш хәрби һыҙатын төҙөгәндән һуң ҡәлғәләр командованиеһы ҡаҙаҡтаға Иртыштың уң яҡ ярына сығыуҙы тыя. Йылға аша үткәндәр өсөн аманаттар алына. Шулай итеп Кулунда һәм Бараба ҙур һәм мул көтөүлектәре Рәсәй милке тип иғлан ителә һәм ҡаҙаҡтарҙан тартып алына. 1755 йылдың 6 мартында Сит ил эштәре коллегияһы Урта йөҙ ҡаҙаҡтарына Иртыш аша уң ярға, йәғни, уларҙың боронғо йәйләү урындарына, күсеүҙе тыя. Ҡарарҙың үтәлешен Коллегия Себер һыҙаты командиры бригадир Крафтҡа йөкмәтә. Сенаттың 1762 йылғы указына ярашлы ҡаҙаҡтарҙы «ҡәлғәгә 10 саҡрымдан яҡыныраҡ» ебәрмәҫкә бойорола. Тыйыуҙы үтәмәгән өсөн язалау ҡарала. Әлбиттә, Иртыш аръяғына сығыуҙы тыйыу ҡаҙаҡ халҡының хоҡуҡтарын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен боҙоу була, уларҙың йәшәү рәүешен үҙгәртеүгә йүнәлтелә, сөнки боронғо күсмә маршруттары, йәйләү һәм ҡышлау урындары юҡҡа сыға.

Уңдырышлы көтөүлектәр етешмәүе һәм шуның арҡаһында йышайған аслыҡ йылдары, элекке ерҙәрҙә йәйләү теләге сараһыҙҙан ҡаҙаҡтарҙы Иртыштың уң яҡ ярына сығырға мәжбүр итә. Бының тураһында, мәҫәлән, Күрлеутҡыпсаҡ улусы солтаны Иман Солтанбәтов генерал-поручик Н. Г. Огаревҡа яҙа: «Быйылғы көҙҙә далаларыбыҙҙа мал көтөү өсөн ашлыҡ бик аҙ, әммә ошо малды тәьмин итер өсөн, уны Иртыш аръяғына ҡыуһаҡ, бур ҡырғыҙҙарҙан зыян күрәсәкбеҙ, шуға ла мин Һеҙҙән быйылғы ташҡында беҙҙең көтөүҙәрҙе рәсәй яғына үткәреүҙе һорайым, һәм командующийға ла шундай уҡ әмер биреүҙе, ҡырҡыҙҙарҙың башбаштаҡлығына икеләнмәгеҙ, сөнки ул көтөүҙәр менән мин үҙем булам».

1746 йылдың ғинуарында инженер-подпоручик А. Селиверстов, Омск ҡәлғәһенән төньяҡҡараҡ нығытмалар төҙөүҙән баш тартып, Иртыш һыҙатының сметаһын төҙөй. Себер корпусы командующийы генерал-майор Х. Х. Кинднерман һәм Себер губернаторы А. И. Сухарев яңы сметаны шул уҡ йылдың февраль айында раҫлайҙар. Бында 5 ҡәлғә, 7 ҙур форпост, Шульбин заводы, 21 бәләкәй редут һәм 37 маяҡ, барыһы 71 терәк пункты иҫәпләнә. 1746 йылдың йәйендә Грачи, Черемхово Забоки, Белый камень, Глухая Старица, Озерки һәм Уваровола бәләкәй редуттар һалына. 1745—1747 йылдарҙа, Павлуцкийҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, Омск ҡәлғәһенән алып Колыван заводына тиклем 10 форпост, 23 станция, улар араһында берешәр-икешәр маяҡтар төҙөлә. 1747 йылдың көҙөндә Иртыш нығытмалары һыҙатының төҙөлөшө тамамлана.

1755 йылдың май айында Иртыш һыҙатында 5 ҡәлғә, 9 форпост, 23 станция һәм 35 маяҡ, барыһы 72 терәк пункты иҫәптә тора. Улар араһында уртаса алыҫлыҡ — 12 саҡрым. 1762 йылдың башында терәк пункттарҙың һаны 81-гә тиклем арта. Тағы ла 30 йылдан һыҙатта элекке маяҡтар һәм башҡа тораҡ пункттары урынында редуттар барлыҡҡа килә: Покровка (ауыл урынында), Атмас, Башмаҡ, Бобров, Качир, Пресный, Известковый, Иҫке Семипалатинск (элекке ҡәлғә урынында), Георгий һәм Григорий. Терәк пункттарының һаны сик буйын һөҙөмтәле һаҡлауға булышлыҡ итә.

1763 йылда Себер һыҙаты командующийы итеп генерал-поручик И. И. Шпрингер тәғәйенләнә. Екатерина II бойороғо буйынса уға Алтайҙа нығытмалар һыҙатын төҙөү ҡушыла. Шпрингер үҙе Омск ҡәлғәһендә йәшәй.

Иртыш һыҙаты ҡәлғәләре — Омск (1768 һәм 1745), Усть-Каменогорск (1765), Ямыш (1766—1767), Семипалатинск (1776—1777) — яңы урындарға күсерелә һәм яңынан ҡорола.

1785 йылда Иртыш һыҙатында 5 ҡәлғә, 12 форпост, 20 станция һәм бер ауыл иҫәпләнә: Омск ҡәлғәһе, Усть-Заостров станцияһы, Ачаир форпосты, Покровка ауылы, Иҙелбаш станцияһы, Соляной поворот станцияһы, Чарлаковск форпосты, Татар станцияһы, Үрлетүбә станцияһы, Железин ҡәлғәһе, Пяторыж станцияһы, Осьморыж форпосты, Песчаный станцияһы, Чернорецк форпосты, Черноярск станцияһы, Коряков форпосты, Подстепной станцияһы, Ямыш ҡәлғәһе, Черный станцияһы, Лебяжий форпосты, Подспускной станцияһы, Кривой станцияһы, Семияр форпосты, Грачев станцияһы, Черемховый Забока станцияһы, Долонск форпосты, Белый камень станцияһы, Глухов станцияһы, Семипалатный ҡәлғәһе, Озерный станцияһы, Талица форпосты, Шульбин форпосты, Преснояр станцияһы, Убин форпосты, Барашков станцияһы, Красноярск форпосты, Уваров станцияһы, Усть-Каменогорск ҡәлғәһе[4].

1785—1793 йылдарҙа Иртыш һыҙатын көньяҡ-көнсығышҡа табан оҙайталар: 932 километрға Бухтармин һыҙатының 170 километры өҫтәлә[5].

Тубыл — Ишем нығытмалар һыҙаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыш Себерҙә хәлдәр киҫкенләшеүе арҡаһында 1730-сы йылдарҙа яңы сик буйы һыҙаты — Ҡурғандан Омскиға тиклем арауыҡты биләгән Ишем һыҙаты төҙөлә. Был ҡурғаулау һыҙат составына 60-ҡа яҡын нығытмалы ҡасаба инә. Дөйөм алғанда, ул, даланы уратып үтеп, Тубыл һәм Иртыш араһындағы байтаҡ ерҙәрҙе үҙ эсенә ала һәм Омск ҡәлғәһе менән тоташа.

Лосев редуты. С . Бабинский реконструкцияһы

Ишем һыҙатындағы нығытмалары бер тирәлә урынлашмағанға күрә уны хеҙмәтләндереү өсөн бик күп көс һәм аҡса сарыф ителә. Шуға күрә 1752 йылда 576 километрлыҡ Тубыл-Ишем һыҙаты төҙөлә, уны Пресногорьковская тип тә атайҙар (Ишем далаһында сөсө һәм тоҙло күлдәр күп була, улар барыһы ла Иртышҡа һыуҙарын ҡойған Камышловка йылғаһы үҙәненә инәләр). Шулай уҡ уны Горькая тип тә йөрөтәләр, ҡайһы берҙә Сибирский ҡасабаһынан Петропавловскиға тиклем — Пресногорьковская исеме аҫтында, ә артабан — Петропавлоскиҙан Омскиға тиклем — Горькая исеме аҫтында билдәле булған.

Бөтәһе Тубыл-Ишем һыҙатында Омск ҡәлғәһенән алып Звериная Голова үҙәненә тиклем ике алты мөйөшлө, туғыҙ дүрт мөйөшлө ҡәлғә , 33 редут һәм 42 маяҡ төҙөргә ниәт итәләр. Ләкин төҙөлөш ваҡытында төҙөлөш урыны уңайһыҙ булыуы асыҡлана: һыҙат һаҙлыҡлы урындарҙан үтә. сөс һыу етешмәгәнлектән нығытмалар бер нисә тапҡыр урындан-урынға күсерелә.

XVIII быуаттың аҙағына Тубыл- Ишем һыҙатында 9 ҡәлғә һәм 16 редут ҡына иҫәпләнә, улар Ырымбур һыҙатын Иртыш һыҙаты менән тоташтыра[6].

Иртыш һәм Тубыл-Ишем нығытмалар һыҙаттары Жунгар ханлығына һәм Урта ҡаҙаҡ йөҙөнә (аҙыраҡ кимәлдә) ҡаршы торалар. Ырымбур һәм Иртыш нығытмалар һыҙаттарын тоташтырып, Тубыл-Ишем һыҙаты Урал аръяғы һәм Көнбайыш Себер көньяғын үҙләштереү өсөн шарттар тыуҙыра. XVIII быуат аҙағында ысынында үҙенең хәрби әһәмиәтен юғалта.

Колыван — Кузнецк нығытмалар һыҙаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Обороналау нығытмалары системаһы Сенаттың 1741 йылғы указына ярашлы ьулдырыла. нығытмалар системаһы үҙ эсенә Саян төрмәһен, йылға буйында бер нисә ҡарауалдарҙы ала.

XVII быуат башында рус Көнбайыш Себер көньяғында иң алыҫ урынлашҡан урыҫ нығытылған пункты булып Кузнецк төрмәһе тора, көньяҡҡараҡ әле үҙләштерелмәгән Алтай ята.Рәсәй империяһы XVIII быуат башында ғына Көньяҡ Себерҙе үҙләштереүҙе әүҙемләштерә башлай. Игенселек менән шөғөлләнеү өсөн ихтыяждар артыуы арҡаһында, халыҡ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм Алтайҙа мәғдән ятҡылыҡтарын табыу менән бәйле яңы ҡәлғәләр төҙөлә.

Колыван-Кузнецк нығытмалар һыҙаты
Карта из «Военной энциклопедии»

1709 йылдың 18 июнендә яһаҡ түләүсе улустарҙы яҡлау өсөн Бикатун төрмәһе төҙөлә. Төрмә бер нисә бәләкәй калибрлы пушкалар менән ҡоралландырылған. 1710 йылда Кузнецк ҡәлғәһенә уңышһыҙ һөжүм яһағандан һуң жунгарҙар төрмәне яндыралар. 1718 йылдың июлендә ҡәлғә тергеҙелә. Обь йылғаһы буйлап яңы урыҫ терәк пункттары төҙөлә: Белояр төрмәһе (1717), Малышев слободаһы.

1727 йылда Демидов Акинфий Обь йылғаһы бассейнында Колыван- Воскресенск заводтарына нигеҙ һала. Яңы ҡала-заводтар барлыҡҡа килә — Барнаул (1730 йыл), Змеиногорск (1736 йыл) һәм башҡалар. Демидов вафат булғандан һуң, 1747 йылда, уның мөлкәте император ғали йәнәптәре кабинеты ҡарамағына күсә, уның һөҙөмтәһендә у Колывано-Воскресенск тау округы ойошторола.

1747 йылда Сенат указы буйынса Алтай заводтарын ҡырғыҙ-ҡайсаҡтар һәм ҡалмыҡтарҙан һаҡланыу маҡсатында Колыван — Воскресенск ҡарауыл һыҙаты төҙөлә башлай, ул Колыван һәм Кузнецк нығытылған һыҙаттары составына инә[7].

Колыван һәм Кузнецк һыҙаттары тарихында өс этапты билдәләп үтер кәрәк:

I-се этап 1738 йылда төп терәк пункттары араһында даими рәүештә йөрөүҙәр башлана, улар Обь йылғаһының уң ярында электән төҙөлгән була. Һүҙ иҫке Кузнецк һыҙаты бара. Йәй осоронда ул ҡайһы берҙә Кузедей ҡарауылы һәм артабан Кузнецк менән бәйле була.

II-й этап 1745 йылда иҫке Колыван һыҙаты төҙөлөшө менән башлана. Ошо һыҙат иҫке кузнецк һыҙатын һәм иртыш һыҙатын үҙ-ара бәйләй (17451747 йылдарҙа ҡорола).

1748 йылда Ануй йылғаһында Ануй, Катнь йылғаһында — Катунь ҡәлғәләре төҙөлә. 1749 йылда Шеманай һәм Красноярск форпостарына нигеҙ һалына.

Иҫке Колыван һәм Rузнецк һыҙаттарына өс ҡәлғә инә — Бийск, Катунь, Ануй; ете форпост — Шульбин, Красноярск, Шеманай, Изге Екатерина, Алейск, Николаев, Флавинск; дүрт станса — Спасск, Камихск, Аҡ һәм Бехтемир, ике завод — Шульбин һәм Колыван, Змеев һәм Ҡазан редуттары.

Ул ваҡытта Кузнецк нығытмалары ағастан һәм тупраҡ ярҙамында төҙөлә. Ҡала диуарынан тыш бында бастионлы цитадель ҡорола, уның ике ҡапҡаһында ағас башнялар урынлаштырыла.

1750 йылдар аҙағында Усть-Каменогорскиға яҡын ятҡан территоорияларҙа төпләнгән халыҡ ҡарауыл һыҙаты аръяғында булып сыға. Шуға күрә элеккеһенән көньяҡҡараҡ тағы ла бер яңы һыҙат төҙөргә кәрәк була. Ҡытай яғынан да әлеге биләмәләрҙе үҙләштереү ҡурҡынысы янай.

1764 йылда яңы Колыван һәм Кузнецк һыҙаттарын төҙөүгә әҙерлек башлана. Әммә төп эштәр тик 1764 йылда башлана.

1768 йылда Колыван һәм кузнецк һыҙаттары өс ҡәлғә менән нығытыла (Ануй, Катунь, Бийск), башлыса форпосттарҙан (Верхалейск, Тигерецк, Чарышск, Антоньевск, Николаев, Сайдып, Кузедей), редуттарҙан (Бобров, Убинск, Плоский, Белорет, Тулатин, Марал мөгөҙе, Терск, Смоленск), маяҡтарҙан һәм яртылаш маяҡтарҙан тора. Ҡәлғәләрҙең аҙ булыуы тауҙар ышыҡлауы менән аңлатыла, хөкүмәт яңы ҡәлғәләр төҙөүгә көсөн һәм аҡсаһын сарыф итергә теләмәй. 1785 йылда Кузнецк һәм Кузедей форпосты араһындағы Ашмарин һәм Калтан ауылдары редуттар менән нығытыла. 1790-сы йылдарҙа Кузнецк һыҙатындағы бөтә маяҡтар ҙа станса редуттары тип атала башлай.

XVIII быуат аҙағында Кузнецкиҙағы ағас нығытмалар ныҡ иҫкерә. Кузнецк ҡалаһы көнсығыш флангыһында һаман да мөһим терәк пункты булып һанала, шуға күрә 1798 йылда яңы ҡәлғә төҙөү буйынса ҡарар сығарыла.

Ошо рәүештә Колыван һәм Кузнецк һыҙаттары (һуңғы йылдарҙа Бийск һыҙаты тип исемләнәләр) XIX быуат урталарына тиклем әлеге хәлдә ҡалалар, артабан улар Хәрби Министрлығы балансынан төшөрөләләр.

  1. Грачёв, 2003
  2. Муратова С. Р. На страже рубежей Сибири // Национальные культуры региона. Научно-методический и репертуарно-информационный альманах. Тюмень, 2007. С. 32-46 2011 йыл 30 август архивланған.
  3. Краткая хроника СКВ 2009 йыл 12 март архивланған.
  4. Муратова С. Р. Географическое описание Иртышской линии // Вестник Томского государственного университета : журнал. — Томск, 2013. — № 373. — С. 108—114. — ISSN 1561-803X.
  5. Положение о Сибирском линейном казачье войске 2009 йыл 12 март архивланған.
  6. Муратова С. Р. Географическое описание Тоболо-Ишимской линии // Известия РГПУ им. А. И. Герцена : журнал. — М., 2007. — Т. 13. — № 36. — С. 86—90. — ISSN 1992-6464.
  7. Колывано-Кузнецкая пограничная линия // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.