Себер тракты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Себер тракты
Дәүләт  Рәсәй
 Себер тракты Викимилектә
Себер тракты картаһы.

Себер тракты (икенсе төрлө: Төп Себер почта тракты, Оло Себер тракты, Оло тракт, Бөйөк тракт, Мәскәү тракты, Мәскәү-Иркутск тракты, Мәскәү-Себер тракты, Һигеҙенсе дәүләт юлы йәки Батша юлы) — Европа Рәсәйе һәм Себер аша Ҡытайҙың сиктәренә тиклем боронғо ҡоро ер маршруты. Верхнеудинскиҙән Нерчинскиға һәм Кяхтаға ике тармаҡ менән тамамлана. Мәскәүҙән Пекинға тиклем юл оҙонлоғо — 8332 саҡрым (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 8839 саҡрым).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европа Рәсәйе менән Себер араһында юлдар булмау сәбәпле бик оҙаҡ ваҡыт бәйләнеш һыу юлдары буйынса үтәлгән. Ҡоро ер юлдарынан Бабинов юлы булған, унан алда — Чердын юлы. Ҡаҙандан Алабуға аша Соликамскиға Арса юлы һалына. 1689 йылда Рәсәй менән Ҡытай араһында рәсми рәүештә бәйләнештәргә нигеҙ һалған беренсе Нерчинск килешеүе төҙөлә. Сауҙа талаптары тулы ҡанлы транспорт коридорын булдырыу тураһындағы мәсьәләне ҡалҡытып сығара. 1689 йылдың 12 (22) ноябрендә Мәскәү мәнән Себер араһында тракт төҙөү буйынса батгша указы сыға, әммә был ҡарар ҡырҡ йыл дауамында ҡағыҙҙа ғына ҡала.

Пётр I осоронда Европанан Азияға юл элеккесә күп төрлө ҡоро ер юлдарынан, һөйрәмә ер (волок), һыу юлынан торған. Әлеге маршрут буйынса сәйәхәт итеү прототоп Аввакум тарафынан «Житиела» һәм «Робинзон Крузоның» икенсе өлөшөндә тасуирланған.

Ангара йылғаһы аша кисеп сығыу урыны
Николай Добровольский, 1886

1725 йылда Ҡытайға граф Рагузинский Савва-Владиславич етәкселегендәге илселек ебәрелә. Ике йыл һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә 1727 йылда буласаҡ Кяхта ҡалаһы эргәһендә сик булдырыу тураһында Буринск килешеүенә ҡул ҡуйыла, шулай уҡ Рәсәй менән Ҡытай араһындағы сәйәси һәм сауҙа мөнәсәбәттәрен яйға һалған Кяхта килешеүенә лә. Ниһайәт, өс йыл үткәс, хөкүмәт Себер трактын төҙөү буйынса эштәр башлай; төҙөлөш XIX быуат уртаһында ғына тамамлана.

Себер тракты Мәскәүҙән Муром, Арзамас, Козьмодемьянск, Ҡазан, Уҫы, Пермь, Көңгөр, Екатеринбург, Төмән, Тубыл, Оло Укалар (элекке Рыбино, унда «Мәскәү-Себер тракты» музей-ҡурсаулығы), Тара, Каинск, Колывань, Томск аша үтә. Артабан төньяҡ тармағы — Енисейск, Якутск, Охотск аша , ә көньяҡ тармағы — Иркутск, Верхнеудинск аша бара. Верхнеудинскиҙән һуң юл тағы ла икегә бүленә: көнсығышҡа табан Нерчинскиға һәм Шилка һәм Амур буйлап бара, ә икенсеһе көньяҡҡа Кяхтаға тиклем борола, Цин империяһына тиклем. Нәҡ ошо көньяҡ тармаҡ «бөйөк сәй юлы» тип аталған. Артабан сәй һатыусылар Эске Монголия далаларын киҫеп үтеп — Ҡытай ҡапҡалары булып һаналған [Бөйөк Ҡытай диуары]]ның иң мөһим заставаһына — Калганға килгәндәр.

XVIII быуат уртаһында тракт юлы көньяҡҡараҡ үҙгәрә: Төмәндән ул Ялуторовск, Ишим,Тюкалинск, Омск, Томск, Ачинск һәм Красноярск аша һәм Иркутскиға тиклем барған һәм артабан элеккесә.

XIX быуат аҙағында Себер тракты Рәсәй иҡтисадының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмай, шуға күрә Транссебер тимер юлы магистрален төҙөргә кәрәк була.

Сәй ҡаруан сауҙаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тракттың көнсығыш өлөшө — Себерҙән алып Калганға тиклем — Бөйөк Ебәк юлдың аналогияһы буйынса яңы историографияла «Бөйөк сәй юлы» исемен ала. Әлеге юлдан Рәсәйгә ҡаруандар менән сәй алып килгәндәр.

1727 йылғы Буринск килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң урыҫ-ҡытай сигендә Троицкосавск ҡалаһының төҙөлөшө башлан, уның эргәһендә Кяхта урыҫ сауҙа биҫтәһе һәм Маймачен ҡытай сауҙа ҡалаһы барлыҡҡа килә. Ошонан илдәр араһындағы әүҙем сауҙа әйләнеше башланып китә, ул 300 йыл дауамында бара. 1787-се йылда Рәсәйҙә сәй сауҙа компанияһына нигеҙ һалына — «Перлов улдары менән». Һуңыраҡ сәй һатыусыларҙың айырым бер төркөмө барлыҡҡа килә — «сәйнүктәр». Ошо ваҡыттан сәйҙе баш ҡалаларҙа һәм уларға яҡын урынлашҡан ҡалаларҙа ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә һата башлайҙар.

Ваҡ-төйәк баҙары. Иркутск (XIX быуат).

Сәй юлы Ухань ҡалаһынан башлана һәм бер нисә ҡоро ер һәм һыу маршруттарына тармаҡлана, улар өс илдең 150 ҡалаһы аша үтә. Ҡоро ер маршруттарының иң әһәмиәтле пункттары: Тяньмэнь, Юэкоу, Цзинчжоу, Шаян, Тайгу, Синсянь, Шаньинь, Датун, Калган (хәҙер Чжанцзякоу), Пекин, Чжанбэй, Ундерхаан, Мурэн,Хух- Хото, Улан-Хур, Замын-Уула, Эрдэнэ, Урген, Айраг, Чойр, Баян, Налайх, Урга (хәҙер Улан-Батор), Дархан, Маймачен (хәҙер Алтанбулак), Троицкосавск (хәҙер Кяхта), Селенгинск, Верхнеудинск (хәҙер Улан-Удэ), Кабанск, Мысовой (хәҙер Бабушкин), Слюдянка, Иркутск, Нижнеудинск, Илимск, Енисейск, Полоцк.

Һыу — ҡоро ер маршруты Янцзы (Хуанша, Цзюйцзян, Чичжоу, Жэньцзян аша) Шанхайға тиклем бара, артабан — Порт-Артур (хәҙер Люйшунькоу), Вафандянь, Гайчжоу, Дашицяо, Хайчэн, Ляоян, Мукден (хәҙер Шэньян), Телин, Сыпин, Чанчунь, Харбин, Чжаодун, Дацин, Лунцзян, Цицикар, Хайлар, Нерчинск. Верхнеудинскиҙә ике маршрут тоташҡандар.

Иркутскиҙән Лена йылғаһы буйлап, Якутск аша Аляскаға юлдың иң ҙур тармағы бара.

Байкал районында Хамар-Дабан (Удунгинск, Иванов, Хамар-Дабанск, Игумновск тракты, Байкал тирәләй юл) ҡоро ер юлдары ғәмәлдә була, шулай уҡ Байкал һәм Селенга аша һыу юлдары.

Ҡытай сәйен алып килеү өсөн башҡа юлдар ҙа булған. Тауарҙың бер аҙы боронғо Бөйөк Ебәк юлынан — Урта Азия аша — килгән. Һуңғараҡ сәйҙе шулай уҡ Суэц каналы һәм Одесса диңгеҙ юлдары менән ебәрәләр. Приморьеға сәйҙе Владивосток аша еткергәндәр. Башҡа илдәргә сәй диңгеҙ юлы аша эләккән. Шанхайҙан маршруттар Лондонға, Ливерпулгә, Бостонға илткәндәр.

Урыҫ сәй тарихы өсөн 1903 йыл бик мөһим була — Транссебер тимер юл магистрале төҙөлөп бөтә һәм, шулай итеп, ҡаруан сауҙаһы ла тамамлана. Ошоноң менән бергә, сәй Рәсәйгә тиҙерәк килтерелә һәм уның хаҡы күпкә арзаная, халыҡ араһында сәй эсеү йолаһы тарала.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Себер тракты ҡала үҫешенә, дөйөм алғанда, бөтә Себерҙең үҫешенә ҙур йоғонто яһай.

Ҡазанда Себер тракт урамы бар — ул урамдан Арса яғына ҡаланан сығып китеү мөмкинлеге бар.

Пермдә Кама йылғаһының ярынан ҡала үҙәге аша көнсығышҡа табан үткән Себер урамы бар. Урамда Дворян йыйылышы, губернатор йорто, застава, «Ҡала ситендәге баҡса» (хәҙер ул Горький исемендәге баҡса), төрмә. Ошо урамдан Көңгөр яғына сығып китергә мөмкин.

Көңгөрҙә Себер тракты бар — урамдан Екатеринбург ҡалаһы яғына сығып китергә була.

Екатеринбургта шулай уҡ Себер тракты урамы бар. Екатеринбург — Төмән Р351 автотрассаһын Свердловск өлкәһе халҡы Себер тракты тип йөрөтә.

Төмәндә Мәскәү тракты урамы бар (элекке тубыл тракты). 2015 йылда төмән активисы Төмәндән Тубылға тиклем туристар өсөн әлеге маршрутты популярлаштырыу маҡсатында йәйәүләп үтә[1].

Томскиҙа Себер тракты урамы иҫтәлегенә ике урам исеме һаҡланып ҡалған — Иркутск тракты, һәм Мәскәү тракты.

Омск өлкәһендә Себер трактының бер нисә участкаһы бар (Секменев, Новологинов, Зудилов, Орлов, Радищев, Кушайлы, Оло Укалар — Становка участкаһы һәм башҡалар), улар урындағы әһәмиттәге тарих ҡомартҡылары булып һанала.

Красноярскиҙа федераль «Себер» автотрассаһының көнбайыш йүнәлеше һәр ваҡыт Мәскәү тракты тип аталды, әммә аҙаҡҡы ваҡыт ҡулланыштан сығып бара.

Ангарскиҙа Мәскәү урамы бар, ул тарихи трактҡа тиң. 1965 йылда халыҡ иғәнәһенә урамдың башында сәйәси тотҡондарға һәйкәл ҡуйылған, сөнки ошо тракттан каторжандар үткән.

Себер трактына дүрт музей арналған: Удмуртия Республикаһының Дебесы ауылында (1991), Татарстан Республикаһының Ҡарадыуан ауылында, Омск өлкәһенең Большие Уки ауылында, Удмуртия Республикаһының Игра районы Бачки ауылында (2000)[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Вистицкий М. С. От Москвы № 27 // Указатель дорог Российской империи. — СПб.: Тип. Театральной дирекции, 1804. — Т. I. — С. 26-30. — XIV, 519 с.
  • Грачёв А. Д. и др. Слободы и Слободчики Урала. — Екатеринбург, 2014. — С. 24. — 81 с. — ISBN 978-5-91256-186-3.
  • Ефремов В. А. Сибирский тракт, ямщик и колокольчик //Тезисы докладов и сообщений научно-практической конференции «Словцовские чтения-95». Тюмень, 1996. С. 85-86.
  • Миненко Н. А. По старому Московскому тракту. Новосибирск: Новосибирское книжное издательство, 1990.
  • Катионов О. Н. Московско-Сибирский тракт и его жители в XVII—XIX в. Новосибирск, 2004. 568 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]