Селивёрстова Валентина Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Селивёрстова Валентина Михайловна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 24 декабрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1]
Тыуған урыны Омск ҡалаһы, Себер крайы[d], РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 12 май 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Омск ҡалаһы, Рәсәй
Һөнәр төрө спортсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы

Селиверстова Валентина Михайловна (24 декабрь 1926 йыл, Омск — 27 апрель 2014 йыл, Омск[2], Рәсәй) — совет парашютсыһы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1954), халыҡ-ара категориялы судья (1966)[3]. Парашют спорты программаһының төрлө төрҙәрендә биш тапҡыр донъя чемпионы, (1954, 1964 һәм 1966 йылда) һәм 11 тапҡыр СССР чемпионы (1952 йылдан 1965 йыл буйынса).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Валентина Селиверстова 1926 йылдың 24 декабрендә Омск ҡалаһында тыуған. Авиация техникумында уҡый. 1944 йылда 17 йәшендә беренсе тапҡыр парашют менән һикерә. Бөйөк Ватан һуғышы аҙағына тиклем Омск ҡалаһы аэроклубында парашют десант әҙерлеге буйынса инструктор булып эшләй[4].

Һуғыш тамамлағандан һуң да парашют спорты менән шөғөлләнә һәм аэроклубта эшен дауам итә. Уны Омск өлкәһе командаһына, ә һуңынан СССР йыйылма командаһына алалар[4]. 1952 йылдан КПСС ағзаһы. Валентина Селивёрстова парашют спорты буйынса 49 донъя рекорды ҡуя һәм 3000-дән ашыу парашют менән һикергән донъяла беренсе ҡатын-ҡыҙ була[3]. 70 йәшендә парашют менән һуңғы һикереү яһай[2]. Спорт карьераһын тамамлағандан һуң 20 йыл самаһы «Полёт» аэрокосмик берекмәһендә эшләй.

Иҫке-Көнсығыш зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Селивёрстова Валентина Михайловна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 2,2 Ушла из жизни легендарная парашютистка Валентина Селиверстова. Министерство спорта Российской Федерации. 1 февраль 2015 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 Селивёрстова, Валентина Михайловна // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  4. 4,0 4,1 4,2 Ушла из жизни легенда парашютного спорта Валентина Селиверстова. omskinform.ru. 1 февраль 2015 тикшерелгән.