Селивёрстов Алексей Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Селивёрстов Алексей Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй[1]
Патронимы йәки матронимы Николаевич[d]
Тыуған көнө 24 июль 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1] (47 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө бобслеист
Масса 96 килограмм[1]
Спорт төрө Бобслей[1]
Ҡатнашыусы Ҡышҡы Олимпия уйындары 1998[d], 2002 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары[d] һәм bobsleigh at the 2006 Winter Olympics – four-man[d]
Бейеклеге/буйы 182 сантиметр[1]

Селивёрстов Алексей Николаевич (24 июль 1976 йыл) — Рәсәй спортсыһы, бобслей буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Турин Олимпиадаһында Рәсәйҙең олимпия йыйылма командаһы ағзаһы, унда Александр Зубковтың дүрт кешелек экипажы составында көмөш миҙал яулай.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алексей Николаевич Селивёрстов 1976 йылдың 24 июлендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Ошо уҡ экипаж менән ике тапҡыр бобслей буйынса Донъя кубогын яулай (2004/2005 һәм 2005/2006 йылғы миҙгелдәрҙә), донъя чемпионатының көмөш (2005), бронза призёры (2003), Европа чемпионы (2005), Рәсәйҙең күп тапҡырҙар чемпионы һәм Рәсәй чемпионаттары призёры була.

Ике кешелек экипажда боб-старт буйынса донъя чемпионы (2004). Донъя чемпионаттарының көмөш (2003 — дүртәүле экипаж) һәм бронза (2000, 2001, 2004 — дүртәүле, 2003 — икәүле) призёры, боб-старт буйынса Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡырҙар чемпионы һәм призёры.

Спорттағы карьераһын 11 йәштә Өфө ҡалаһы 22-се мәктәбенең спорт класына күскәс башлай. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Агеев Әнүәр Ғабдулла улы тәүге тренеры, кәңәшсе-тәрбиәсеһе була. Алексей өмөтлө еңел атлет булһа ла, һуңғараҡ бобслейға күсергә тәүәккәлләй, унда халыҡ-ара кимәлдә ҙур уңыштарға өлгәшә.

Селиверстов менән Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Р. Ш. Фәйезов, тренерҙар О. Б. Сухорученко, В. Г. Вагин шөғөлләнә[2].

Хоккей карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009—2013 йылдарҙа — «Торос» (Нефтекама) командаһында физик әҙерлек буйынса тренер. «Торос» составында өлгәшкән уңыштары:

  • Юғары лига командалары араһында Асыҡ Бөтә Рәсәй ярышының көмөш призы (2010).
  • Юғары хоккей лигаһының Асылыу кубогы (2010, 2012).
  • Юғары лига командалары араһында Асыҡ Бөтә Рәсәй ярышының бронза призы (2011).
  • Ике тапҡыр «Братина» призы (2012, 2013).

2013 йылдың 9 майынан 2017 йылға тиклем — «Салауат Юлаев» хоккей клубының физик әҙерлек буйынса тренеры.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]