Сенная майҙаны (Санкт-Петербург)
Сенная майҙаны | |
Кем хөрмәтенә аталған | бесән |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Сенная майҙаны Викимилектә |
Сенная майҙаны (1992 йылдан 1952 йылға тиклем — Мир майҙаны) — Санкт-Петербургтың үҙәк майҙаны, Мәскәү проспекты һәм Садовая урамы киҫешкән урында ята. Йорттарҙың нумерацияһы майҙан буйлап мөйөштәге өйҙән Спасский тыҡрығы менән сәғәт стрелкаһына ҡаршы йүнәлештә бара..
Майҙан үҙенең исемен XVIII быуатта был урында бесән һатҡандары өсөн ала (быға тиклем ул «Большая» һәм «Конная» майҙан тип йөрөтөлә.). 1952 йылдан майҙан Мир майҙаны тип үҙгәртелә, ә 1 июлдән 1992 йылда уның тәүге исемен ҡайтаралар..
Сенная майҙанына береккән райондар традиция буйынса ҡала ярлыларынан тора. Мәҫәлән, хәҙерге Мәскәү проспекты менән Ефимов урамы араһындағы ер һәм Фонтанка йылғаһы буйы Вяземская лавра , тип аталған,һәм ҡаланың ҡурҡыныс емерек өйҙәрҙән торған урындары булған. Сенная майҙаны районындағы йәшәүселәрҙең ғөрөф-ғәҙәттәрен, көнкүрешен, яҙыусылар бер нисә тапҡыр үҙҙәренең әҫәрҙәрендә һүрәтләнеләр, мәҫәлән ,Ф. М. Достоевский ( «Преступление и наказание ») һәм В. В. Крестовский. XIX быуат быуат урталарында Сенная майҙаны халҡы йөҙөн: урамда кеше талаусыларҙы,уғрыларҙы.мутлыҡ ҡылыусыларҙы , тән язаһына дусар булғандарҙы язалау («торговым казням ») — һүрәтләү . Н. А. Некрасов әҫәрҙәрендә лә сағылыш тапты.
Майҙанда һәр ваҡыт кеше күп була, бында метрополитендың өс линияһы киҫешә: автобустар һәм трамвайҙар маршруттары. «Чрево Париж» аналогияһы буйынса уны « Чрево Петербурга» тип атайҙар.
Хронологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1753—1765 йылдарҙа Сенная майҙанында һуңғы барокконың әһәмиәтле һәйкәле — Успенская сиркәүе (Спас на Сенной ) ҡалҡып сыҡты. Айырым торған йорт — Гауптвахта бинаһы (37- се йорт Садовая урамына тиклем), 1818—1820 йылдарҙа архитектор В. И. Беретти тарафынан архитектор Луиджи Руска проектын бер аҙ үҙгәртеп төҙөлдө. ҡайһы бер үҙгәрештәр менән. 1818 йылдың апрелендә Л.Руска Петербургтан үҙенең тыуған иленә ҡайтып китә. Федераль әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡы..
1831 йылдың июнедә бында күпләп халыҡтың стихиялы сығышы үтте— «холерный бунт».
1883—1886 йылдарҙа майҙан уртаһында .архитектор И. С. Китнер һәм инженерҙар Г Паукер , О. Е Крель беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған Сенная баҙарының корпусын төҙөйҙәр.
1907 йылда Сенная майҙаны аша тәүге трамвай линияларҙың береһе һалына.(2007 йылдан 2013 йылға тиклем хәрәкәт туҡтатыла ).
1920- се йылдарҙа майҙанды уратып алған иҫке өйҙәр, притондар, кабактар һүтеләләр. 1930- сы йылдарҙа реконструкция үткәрелә — Сенная баҙары корпусын һүтеп, территорияны асфальтлайҙар һәм йәшелләндерәләр. Ленинград блокадаһында майҙандың күп биналары емереләләр һәм зыян күрәләр..
1950 йылда майҙандың фасадтары төньяҡтан берҙәм совет биҙәү стиле ала.
1961 йылда майҙанда собор Спасна-Сеннаой шартлатыла.
1963 йылда майҙанда метро станцияһы « Площадь Мира ның ер өҫтө вестибюле төҙөлә.
1991 йылда «Садовая» метро станцияһын төҙөү менән бәйле майҙан аҫтында ер аҫты йөрөү юлы үткәүел ойошторола. Шул уҡ йылда уның тарихи исеме кире ҡайтарыла, ә 1992 июлендә метро станцияһы «Площадь Мира »ны «Сенная площадь». исеменә үҙгәртәләр. Майҙанда яңынан йәнле сауҙа баҙары,бик күп һатыу итеү нөктәләре эшләй башлай.
1999 йылда Сенная майҙаны метроһының вестибюль козырегы емерелеп,. ете кеше һәләк булған.
2003 йылда майҙанда реконструкция үткәрелә, унда сауҙа павильондарыы, ә һүтепгән Успенская сиркәүе иҫтәлегенә часовня төҙөлә.. Шул уҡ ваҡытта майҙанға Башня Мира ҡуйыла (архитектор Жан-Вильмотт Мишель проекты буйынса һәм скульптор Клара Хальтер) Был башня — Францияның Санкт-Петербургтың 300 йыллыҡ юбилейына үҙенсәлекле бүләге. Башня стела булып тора.ике яҡлап ярым үтә күренмәле панелдәр менән нығытылып, «Мир.Тыныслыҡ» һүҙе 50 телдә яҙылған.Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, Вильмот һәм Хальтер шуға оҡшаш булған (франц. Mur pour la Paix) Париждағы Марс яланындағы Стены Мира авторҙары..
2010 йылда аномаль эҫе йәй ваҡытында башня Мира ярыҡтар бирә һәм һүтелә. Губернатор Валентина Матвиенко белдереүенсә, барлығы 7 йыл эсендә һәйкәл авария хәленә килде,һәм ул ҡабат майҙанға ҡайтмаясаҡ, сөнки «ҡала властары майҙанды реконструкциялауға проект әҙерләү өҫтөндә, һөҙөмтәлә уның тәүге ҡиәфәтен кире ҡайтарырға планлаштырыла; күп һанлы сауҙа павильондары һүтеләсәк »[1].
2011 йылдан ҡалала шартлатылған соборҙарҙы тергеҙеү планлары төҙөлгән, ләкин әле әүҙем төҙөлөш эштәре башланмаған.
2016 йылдың сентябрендә Сенная майҙанында сауҙа павильондарын тулыһынса һүтеү башланды.
Йәмәғәт транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ближайшие станции метро — Сенная площадь Спасская, Садовая.
- Трамвайные маршруты:
- № 3 (пл. Ленина — пл. Репина)
- Троллейбусные маршруты:
- № 17 (Ҡазан соборы — ул.Костюшко )
- Автобусные социальные маршруты:
- № 49 ( Двинскоая ул. — Боткинская ул.)
- № 50 (Малая Балканская ул. — Театральная )
- № 70, 71 ( Двинская ул. — Двинская ул.)
- № 181 (ул. Маршала Тухачевского — пл. Репина)
Сенная майҙаны менән киҫешәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Садовая улица
- Улица Ефимова
- Мәскәү проспекты
- Переулок Бринько
- Переулок Гривцов
- Спасская переулок
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Башня Мира», демонтированная из-за жары, не вернётся на Сенную площадь в С.-Петербурге . Эхо Москвы (3 август 2010). Дата обращения: 14 август 2010. Архивировано 21 ғинуар 2012 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Ленинграда. — 3-е изд., испр. и доп. — Л.: Лениздат, 1985. — С. 237—238. — 511 с.
- Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — 4-е изд., перераб. — СПб.: Норинт, 1996. — С. 236—237. — 359 с. — ISBN 5-7711-0002-1.
- Городские имена сегодня и вчера: Петербургская топонимика / сост. С. В. Алексеева, А. Г. Владимирович, А. Д. Ерофеев и др. — 2-е изд., перераб. и доп. — СПб.: Лик, 1997. — С. 114. — 288 с. — (Три века Северной Пальмиры). — ISBN 5-86038-023-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]