Серб Республикаһының Хәҙерге заман милли сәнғәт музейы
Серб Республикаһының Хәҙерге заман милли сәнғәт музейы Музеј савремене умјетности Републике Српске | |
---|---|
Музей бинаһының фасады | |
Асылған ваҡыты | 2004 |
Урынлашыуы | Серб Республикаһы, Баня-Лука, Српск юнак 2 пл. |
Сайт | msurs.net/index.php/en |
Серб Республикаһының Хәҙерге заман милли сәнғәт музейы Викимилектә |
Серб Республикаһының Хәҙерге заман милли сәнғәт музейы (сер. Музеј савремене умјетности Републике Српске) — Серб Республикаһының хәҙерге заман сәнғәтендә художестволы галерея — төп музей учреждениеһы. Ул Босния һәм Герцеговиналағы Баня-Лука ҡалаһында 2004 йылдан Серб батырҙары майҙанындағы элекке тимер юл вокзалы бинаһында эшләй башлаған. Музей Серб Республикаһының XX һәм XXI быуаттар милли ҡомартҡыларын һаҡлауға арналған, унда хәҙерге заман эштәренән художество күргәҙмәләре лә ойоштора.
Барлыҡҡа килеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музейҙың барлылыҡҡа килеүенә 1969 йылдағы ер тетрәү һәм Баня-Луки ҡалаһындағы күпселек биналарҙың зыян күреүе сәбәпсе була. Ул саҡта ярҙам ҡулы һуҙған рәссамдарҙың сәнғәт әҫәрҙәренән мәрхәмәт аукционы ойошторорға ҡарар ителә, унан килгән аҡса ҡаланы төҙөкләндереүгә йүнәлтелә. Аукцион бик уңышлы килеп сыға, унда Югославияның хәҙерге заман рәссамдары һәм сәнғәт белгестәренән тыш, сит илдекеләр ҙә ҡатнаша — коллекцияға бөтә донъянан 600-ҙән ашыу картина йыйыла. Һөҙөмтәлә, аукцион үткәрелмәй ҡала, сөнки төҙөкләндереү эше башҡа сығанаҡтар аша яҡшы ғына финанслана. Коллекция бөтә донъя рәссамдарының зыян күргән ҡала менән берҙәмлеге символы булараҡ һаҡланыла, ә 1971 йылда ҡала үҙәгендә урынлашҡан Серб батырҙары майҙанындағы элекке тимер юл вокзалы бинаһында махсус художество галереяһы асыла. 2004 йылда галереяны Серб Республикаһының Хәҙерге заман милли сәнғәт музейы тип атай башлайҙар. Музей булдырылғандан алып, унда инеү ирекле.
Музей коллекцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей коллекцияһында сит ил авторҙары һәм башҡа ваҡытлыса осор әҫәрҙәре булыуға ҡарамаҫтан, ул күбеһенсә XX быуаттың икенсе яртыһында ижад итеүсе Югославия авторҙарының картиналарынан тора. Картиналар составы төрлө, живопись, скульптура, графика, һәр төрлө инсталляция, фотография, кинетик объекттар, видео һ.б. урын алған. Музей фонды өскә бүленгән: Босния һәм Герцеговина сәнғәте, элекке Югославия, бөтә донъя сәнғәте коллекцияһы. Бөтәһе 1500-ҙән артыҡ экспонат иҫәпләнә.
Музейҙа үҙенең шәхси сәнғәт әҫәрҙәренән тыш, уның махсус бүлегендә шулай уҡ теге йәки был күренеш, сара, авторҙар һәм иҫтәлекле ваҡиғалар менән бәйле бик күп өҫтәмә ярҙамсы материалдар ҙа һаҡлана. Был — һәр төрлө документация, рәссамдарҙың публикациялары, әҙәби йүнәлештәге китаптар, журналдар һәм брошюралар китапханаһы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Серб Республикаһының Хәҙерге заман милли сәнғәт музейы Викимилектә |
- Серб Республикаһының Хәҙерге заман милли сәнғәт музейы 2017 йыл 20 май архивланған.
- Агенција за информационо друштво Републике Српске: Музеј савремене умјетности Републике Српске (серб.)
- Радио-телевизија Републике Српске: 41. рођендан Музеја савремене умјетности Републике Српске, 8. 2. 2012. (серб.)
- Радио-телевизија Републике Српске: Осам година Музеја савремене умјетности Републике Српске, 10. 2. 2012. (серб.)