Эстәлеккә күсергә

Серб бөркөтө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Серб гербы ике башлы аҡ бөркөтлө

Серб бөркөтө (сер. Српски орао / Srpski orao) — йөҙәр йылдар дауамында Сербтарҙың милли тиңлеген билдәләүсе ике башлы аҡ бөркөт серб геральдикаһының һәм вексиллологияһының төп символы һанала һәм ул илдең Серб әләмендә һәм Серб гербында һынландырылған[1]. Неманьичтарҙың урта быуаттар династияһынан башланғыс алған[1]. Сербия короллеге барлыҡҡа килгән мәлдән алып, түшендә ҡалҡан менән серб тәреһе төшөрөлгән бөркөт Серб иленең гербы сифатында 1882 йылдан файҙаланыла башлай. Шулай уҡ 1983 йылдан алып 1945 йылға тиклем Аҡ бөркөт ордены (Сербия) тип аталған король ордены булған, унда ла аҡ серб бөркөтө һүрәте төшөрөлгән булған.

Ике башлы бөркөт Сербияға византия мәҙәниәтенән килгән: Византияла ике башлы бөркөт императорҙың икеләтә (донъяуи һәм рухани власть) бойондороҡһоҙ булыуын, шулай уҡ Византия императорҙар власының көнсығышта һәм көнбайышта танылыуын аңлатҡан. Неманьичтарҙың иң борондан һаҡланып ҡалған ике башлы бөркөттәре 1190 йылдарға ҡараған Биело-Полелағы Изге Петр һәм Павел сиркәүендә ктитор менән эшләнгән enҠалып:Ref-Miroslav of Humбаш. портретында осрай. Уның бер муйынында ике баш, муйынында һәм ҡойроғонда ҡарғы, ҡанаттары йәйелгән, ҡойроғо флёр-де-лис формаһында, үлсәм яғынан башы ҡанаттарынан ҙурыраҡ, тәпәйҙәренең һәр ҡайһыһында[1]. Изге Рим империяһының бөркөтөнә нигеҙләнгән Неманьичиҙарҙың бөркөтө XII быуаттан алып XV быуатҡа тиклем үҙенең ҡиәфәтен үҙгәртә килгән һәм һуңынан бөтөнләй айырыла башлаған [1]: ике муйын, ҡарғы алып ташланыла, ҡойроғо ағас япрағы формаһында, үлсәме буйынса башы ҡанаттарынан бәләкәйерәк, тәпәйҙәрендә 4-шәр бармаҡ, ҡанаттары йыйып ҡуйылған[1]. Неманьичиҙарҙың бөркөтө Жича (1207—1220) монастыры орнаменттарында, Богородица Левишка сиркәүендә (1307—1310), Йован Оливерҙың (1349) кейемендә, Велуче (XIV век) моностыры нағыштарында, Ресав монастырында (1402—1427) кейемдәрендә, Иван I Черноевич тәрилкәләрендә һәм бик күп моностырь һәм сиркәүҙәрҙә[2] сағылыш таба.

XIV быуат башында ике башлы бөркөт баҫмала, урта быуаттар фрескаларында, һәм Серб хөкүмәте башлыҡтары кейемдәре орнаменттарында күренә башлай[3]. Серб православ сиркәүе Жича монастырнан сыҡҡан ерҙә уның барлыҡҡа килгәненән һуң ҡабул итә, бында серб монархтарына таж кейҙереү үткәрелә (1219—1953 йылдарҙа монастырь архиепископтарҙың резеденцияһы була)[4]. Батшабикә Теодоры Смилец (инг.)баш. (1321—1322) алтын балдағында ике башлы бөркөт төшөрөлгән була [4]. Стефан Душан (1331—1355) хакимлығы ваҡытында ике башлы бөркөт дәүләт мисәттәрендә[4]. 1339 йылда беренсе тапҡыр Серб-грек батшалығының әләме тураһында мәғлүмәт бирелә: Анджелино Далорто ике башлы ҡыҙыл бөркөтлө һары әләмде Серб дәүләтенең әләме булараҡ һынландыра[4].

Афон тауындағы Хиландар моностырын тергеҙеүсе Сербтарҙың башҡа династиялары: (Мрнявчевичи һәм Лазаревичи). Лазарь Хребелянович (1371—1389) — монастырҙың төньяҡ диуарында ике башлы бөркөт төшөрөгә ҡуша[5]. Мюнхен серб псалтыры (инг.)баш. (1371—1389) серб бөркөтөнөң күп һанлы һынланышын үҙ эсенә ала. Константинополдә император Иоанн VII Палеолог тарафынан бүләкләнеп, 1402 йылдың авгусында деспот титулы ҡабул иткән Стефан Лазаревичтың гербында ла ике башлы бөркөт төшөрөлгән булған[6].

Яңы заман баштарында Иллирийские гербовники (инг.)баш. гербтарында һынланыш тапҡан ике башлы бөркөт тураһында телгә алына. Селәүсенле яландағы ике башлы аҡ бөркөт Неманьичтарҙың һәм Стефан Лазаревичтың гербы иҫәпләнгән, Неманьич бөркөтө Лазарь Хребеляновичтың һәм Лазаревич династияһының да гербы булып торған. Яртылаш аҡ һәм яртылаш ҡыҙыл бөркөт Мрнявчевич гербында ла төшөрлгән була.

1922 йылғы Серб, хорват һәм и словен Короллеге открыткаһы: сербтарҙың ике башлы бөркөтө Беренсе донъя һуғышында Сербия ҡаршы һуғышҡан Өсләтелгән берләшмә илдәре (Тройственный союз) — Болгария, Австрия, Венгрия һәм Төркиәнең байраҡтарын юҡҡа сығара

.

Сербтарҙың Төркиәгә баш эймәүе һәм буйһонмауы символы тип иҫәпләнгәнлектән, Төркиә властары тарафынан сербтарҙың ике башлы бөркөтө тыйылған була. Дүрт «оцила» тип йөрөтөлгән һүрәте булған сербтарҙың тәреһе ҡаршылыҡ символына әйләнә, ә 1804 йылда ике башлы аҡ бөркөт сербтарҙың тәреһе менән берлектә яңынан Серб символына итеп ҡабул ителә: Стемматографияла Неманьич бөркөтөнә нигеҙләнеп, Христофор Жефарович (инг.)баш. һынландырған сербтарҙың революцион әләме булдырыла[7]. Серб ихтилалы Неманьич традицияһын яңынан тергеҙә, һәм Сербияның бойондороҡһоҙлоғон танығандан һуң, ике башлы бөркөт Сербия гербында урын ала, ә Сербия короллеге барлыҡҡа килгәс, сербтарҙың тәреһе 1882 йылдан серб бөркөтөнөң түшендә һындандырылған ҡалҡанда барлыҡҡа килә. Гербтағы бөркөт Неманьич бөркөтөнән айырыла: уның ҡанаттары, немецтарҙыҡы кеүек үк, йыйылған. Бының сәбәбе булып, немец милләтле фон Штрелдең махсус рәүештә эшләгән хатаһы тора: ул обманул Стоян Новаковичты алдап, немец бөркөтөн төшөрөп ҡуя[8]. Бөркөт Сербия һәм Югославияла идара иткән Обреновичтар һәм Карагеоргиевичтар династиялары тарафынан файҙаланыла; 1883 йылда Аҡ Бөркөт ордены булдырыла, уның менән1945 йылға тиклем ил һәм таж алдындағы яҡшы хеҙмәттәре өсөн серб һәм югославския граждандары бүләкләнә.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Atlagić, 2009, p. 180
  2. Atlagić, 2009, pp. 181–182
  3. Solovjev, 1958, p. 130
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Solovjev, 1958, pp. 134–135
  5. Ivić, 1910, p. 30
  6. Jahrbücher für Geschichte Osteuropas, vol. 8, Osteuropa-Institut München, F. Steiner Verlag, 1960, p. 511.
  7. (1993) «Ethnic Groups» (Gordon and Breach) 10.
  8. Atlagić, 2009, p. 183