Сергеев Пётр Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сергеев Пётр Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 18 июль 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Баҙлык, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 14 ноябрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (52 йәш)
Вафат булған урыны Баҙлык, Бишбүләк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тракторсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Сергеев Пётр Васильевич (18 июль 1929 йыл — 14 ноябрь 1981 йыл) — механизатор. 1958—1981 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Бишбүләк районы М. Горький исемендәге колхоз тракторсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петр Васильевич Сергеев 1929 йылдың 18 июлендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Баҙлыҡ ауылында тыуа. Урта белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1944 йылда тракторсылар курсын тамамлағандан һуң Бишбүләк районының М. Горький исемендәге колхозда тракторсы булып башлай, һуңынан Бишбүләк МТС-ында тракторсы булып эшләй, 1958 йылдан — Бишбүләк районының М. Горький исемендәге колхоз тракторсыһы. Йыл һайын юғары производство күрһәткестәренә өлгәшә. 1966—1970 йылдарҙа ғына тәшкил ер һөрөү планын 176,7 процентҡа үтәй, 6 050 килограмм яғыулыҡ-майлау материалдарын һәм 729 һум аҡса экономиялай.

Бер нисә тапҡыр бригада советы ағзаһы итеп һайлана, колхоздың партком һәм колхоз идараһының Почет грамоталары менән бүләкләнә, М. Горький исемендәге колхоздың Хеҙмәт даны китабына индерелә.

Ауыл хужалығы продукттарын етештереү һәм дәүләткә ер эшкәртеү продукцияһын һатыуҙың биш йыллыҡ планын үтәүҙәге уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1971 йылдың 8 апрелендә Пётр Сергеевҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1981 йылда хаҡлы ялға киткәнсе М. Горький исемендәге колхозда механизатор булып эшләй.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының һигеҙенсе саҡырылыш депутаты (1971—1975).

1981 йылдың 14 ноябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда: Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трёх степеней из Башкортостана / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]