Сибай (станция)
Сибай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Сибай |
Хужаһы | Көньяҡ Урал тимер юлы |
Хеҙмәтләндереүсе | Көньяҡ Урал тимер юлы |
Рәсми асылыу датаһы | 1954 |
Киләһе туҡталыш | Альмухамедово[d] |
Тимер юл һыҙаты | Разъезд № 22 — Сибай[d] |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Код станции | 818302 |
Сибай Викимилектә |
Сибай — тимер юл станцияһы (Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы). Көньяҡ-Урал тимер юлында урынлашҡан, Силәбе төбәгенә ҡарай. Тамамланған туҡталыш. Электрлаштырылмаған биләмәлә урынлашҡан. Йөк-пассажирҙар тимер юлы тибына ҡарай. Вокзал бинаһына терәлеп торған түбән ултырыу урыны менән бер яҡ ситтә платформаһы бар. 1979 йылда Белорет — Ҡарламан тимер юл линияларын төҙөү тамамлана. Ошо уҡ йылда Өфө — Сибай поезы йөрөй башлай, ул бөгөнгө көнгә тиклем йөрөй.
Операциялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пассажирҙарға билет һатыу. Багаж ҡабул итеү, биреү.
- Ваҡ ебәреүҙәрҙе, йөктәрҙе ҡабул итеү/биреү, (ябыҡ складтар).
- Вагонлап һәм ваҡ ебәреүҙәрҙе ҡабул итеү/биреү (инә торған юлдар).
- Йөктәрҙе универсаль контейнерҙарҙа ҡабул итеү/биреү (3-5 тонна).
- Ваҡ йөк ебәреүҙәрҙе ҡабул итеү/биреү (асыҡ майҙансыҡтарҙа).
Пассажирҙар юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ОАО «Федераль пассажирҙар компанияһының» Куйбышев филиалы ойошторған 675/676 һанлы Өфө — Сибай пассажир поезы йөрөй. 6531/6532 һанлы Магнитогорск — Сибай ҡала яны поезы 2013 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлдән сыға.
Башҡорт Урал артының уртаса ашығыслыҡтағы планына ярашлы Сибай станцияһынан көньяҡҡа Көньяҡ-Урал тимер юлының Сара станцияһына тиклем тимер юл тармағын төҙөү планлаштырыла.
Ҡала транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың төп транспорт үҙәге. Вокзалға йәмәғәт транспортының бөтә төрҙәре лә йөрөй: автобустар һәм маршрут таксиҙары. Шулай уҡ бәйләнеш ҡала-ара автобустары менән дә файҙаланырға мөмкин, сөнки автовокзал эргәлә, үҙәк сығыу урынынан һулда урынлашҡан.