Сидоров Василий Леонтьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сидоров Василий Леонтьевич
фин. Vassily Levonen
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of Finland.svg Финляндия
Тыуған көнө 1855
Тыуған урыны Беломорский район[d], Сосновецкое сельское поселение[d],Тунгуда[d]
Вафат булған көнө 1942
Вафат булған урыны Финляндия, Вуокатти[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Сәләмәтлек торошо Һуҡырлыҡ
Һуғыш/алыш Русско-турецкая война 1877—1878 годов[d] һәм Икенсе совет-фин һуғышы
Ғәскәр төрө Партизанская война[d]

Укки Вяйнямейнен, шулай уҡ Сидоров Василий Леонтьевич, Василий Левонен (фин. Ukki Väinämöinen; 1855 йыл — 1942 йыл) — карел һәм фин йәмәғәт эшмәкәре. 1921 йылда Совет Рәсәйенә ҡаршы Карелия ихтилалын етәкләй. Икенсе совет-фин һуғышы дауамында баш күтәреүселәр көстәре яғында була.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иртә йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сидоров Василий Леонтьевич (Финляндияла Василий Левонен булараҡ билдәле) 1855 йылда Беломор Карелияһында, Тунгуда ауылында тыуа. 1877 — 1878 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышында Рәсәйҙең фин частарында алыша.

Советтарға ҡаршы ихтилал[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Левонен «урман партизандары» (фин. «metsäsissit») —Рәсәйҙәге Граждандар һуғышының һуңғы йылдарында большевиктар ойошторған Карел хеҙмәт коммунаһытерриторияһында төҙөлгән карел милли партизандар ойошмаһының һайлап ҡуйылған лидеры булараҡ билдәләлек ала. Василий Сидоров большевизмға ҡаршы, хәсәд христианин һәм инанған антикоммунист була. Бынан тыш, ул карелдар араһында ул ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Левонен тәпәш буйлы, мыҡты, оҙон һаҡаллы була, карел крәҫтиәндәренә «Калевала» эпосындағы былина батыры Вяйнямейненды хәтерләтә. Шулай уның псевдонимы — Вяйнямейнен олатай (фин. Ukki) барлыҡҡа килә.

1921 йылдың декабрь аҙағында фин ирекмәндәре тарафынан хуплау тапҡан Вяйнямейнен олатай етәкселегендәге баш күтәреүселәр Төньяҡ-Көнсығыш Карелияның һиҙелекрлек өлөшөн контролләй, бары шунда ғына совет етәкселеге А. И. Седякин етәкселегендә Карел фронтын ойошторорға ҡарар итә. РККА-ның 20 меңгә тиклем еткән подразделениелары шунда ташлана. 1922 йылдың февраль урталарында, ҡыҙылдар баш күтәреүселәрҙең һуңғы төйәген — Ухта ауылын — биләп алғас, карел-финдарҙың ҡаршылығы тамам һындырыла. Баш күтәреүселәр, уларҙың араһында Василий Левонен да була, Финляндияға китә.

Финляндияға ҡасҡандан һуң күп тә тормай Василий Левонен һуҡырая. Ғүмеренең һуңғы 20 йылын ул һуҡыр килеш үткәрә. 1942 йылда вафат була.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]