Силантьев Иван Матвеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Силантьев Иван Матвеевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Принадлежность СССР
Тыуған көнө 28 ғинуар 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Иглин районы, Ҡалтыман
Вафат булыу көнө 7 август 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (40 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Иглин районы
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Хәрби звание Өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Силантьев Иван Матвеевич (28 ғинуар 1918 йыл — 7 июль 1958 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, танкист, механик-водитель, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Матвеевич Силантьев 1918 йылдың 28 ғинуарында Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1] Ҡалтыман ауылында тыуған

Иглин районының Свердлов исемендәге колхозында трактор бригадаһы бригадиры булып эшләй.

1938 йылдың октябрендә Иглин районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1942 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

Гвардия өлкән сержанты И. М. Силантьев 1943 йылдың 18 июлендә, Төньяҡ Донец йылғаһының уң яҡ ярында дошман оборонаһын өҙгәндә, 150 немец автоматсыһын юҡ итеп, батырлыҡ күрһәтә.

Һуғыштан һуң тыуған Ҡалтыман ауылында йәшәй, Свердлов исемендәге колхозда механизатор булып эшләй.

1958 йылдың 7 июлендә вафат була[2].

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 1-се гвардия механизацияланған корпусы 9-сы гвардия танк бригадаһының танк механик-водителе, гвардия өлкән сержанты И. М. Силантьев 1943 йылдың 18 июлендә, Төньяҡ Донец йылғаһының уң яҡ ярында, дошман оборонаһын өҙөүҙә ҙур батырлыҡ күрһәтә. Йылғаның уң яҡ ярында, тар тәрән йырындар йырғылаған, мина яландары һәм танкка ҡаршы соҡорҙар менән уратып алынған, күп һанлы дзоттар, танкка ҡаршы орудиелар һәм ергә күмеп ҡуйылған танктар менән тултырылған ҙур яланғас бейеклектәрҙә, немецтар яҡын барып булмаҫлыҡ оборона ҡора. Унан ҡаршы ярҙағы йылғаның уйһыу һыубаҫар яры һәм уның эргәһендәге бөтә урын утҡа тотола.

И. М. Силантьев, һуғыш яланында маневр яһап, алға шыуыша. Немец снаряды башняға эләгә, икенсе снаряд моторҙы емерә, һәм танк туҡтап ҡала. Дауыллы ут булыуға ҡарамаҫтан, танкты төҙөкләндерә һәм һуғыш яланынан алып сыға. Хәрби алышта 150 немец автоматсыһын юҡ итә».

И. М. Силантьевҡа 1943 йылдың 26 октябрендә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[3].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иглин һәм Ҡалтыман ауылдарында Геройға бюст ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ныне Иглинский район Республики Башкортостан.
  2. Силантьев Иван Матвеевич. «Герои страны» сайты.
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 48, л. 1).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, кн. 4. 1979.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 5. П-С. 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.; науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]