Сиртаки

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Accroche-Cœurs фестивалендә ҡатнашыусылар сиртаки бейей

Сирта́ки (грек.|συρτάκι — ҡағылыу) — 1964 йылда «Грек Зорба» тигән фильм өсөн һалынған бейеү. Ул грек халыҡ бейеүе түгел, әммә боронғо яугирҙәр бейеүе булған хасапиконың яй һәм етеҙ версияларының ҡатнашмаһы булып тора. Сиртаки бейеүен һәм грек композиторы Микис Теодоракис яҙған уның музыкаһын «Зорба бейеүе» тип тә йөрөткөләйҙәр. Фильмдың, шулай уҡ картина һуңында Зорба менән Бэзил бейеүенең хореографы Йоргос Провиас була.

Фильм экранға сыҡҡас, сиртаки донъяла иң популяр грек бейеүе булып китә һәм Греция символдарының береһенә әйләнә.

Барлыҡҡа килеү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Грек Зорба» фильмында төп ролде уйнаған американ Энтони Куинн хәтирәләренә яҙыуынса, Алексис Зорбаның Бэзилды пляжда бейергә өйрәткән финал күренешен иң һуңғы көндә төшөрөргә тейеш булалар. Ләкин бынан бер көн элек Куинн аяғын һындыра. Бер нисә көндән съёмканы тағы башлайҙар, Куинн гипсһыҙ йөрөй башлаған була, ләкин бейегәндә сценарий ҡушҡанса һиркергеләй алмай. Фильм режиссёры Михалис Какояннис хәсрәткә бата, шулай ҙа Куинн уны кәйефләндерә.

Һәм мин бейенем. Аяғымды күтәрә-төшөрә алмай инем — түҙгеһеҙ һыҙлай — әммә уны һөйрәлдереү ҡыйын түгеллеген аңлап ҡалдым. Ошолай итеп мин һуҙылып-шыуып йөрөгән аҙымлы ғәҙәти булмаған бейеү уйлап сығарҙым. Мин традицион грек бейеүҙәрендәге кеүек итеп ҡулдарымды йәйҙем һәм аяҡтарымды ҡом буйлап шылдырҙым.

Һуңынан Какояннис унан бейеүҙең ни тип аталыуы тураһында һорай. Куинн былай тип яуап ҡайтара:

Был сиртаки. Халыҡ бейеүе. Ерле халыҡ араһынан бер кеше өйрәтте.[1]

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Куинн хәтирәләренән бейеү исемен ул уйлап сығарғаны билдәле; бәлки, крит бейеүенең оҡшаш атамаһын алғандыр. «Сиртаки» — «сиртос» тигән грек һүҙенең иркәләп әйтеү формаһы, ул бер нисә крит бейеүе өсөн дөйөм атама булып тора. Сиртос һикереп-ырғып башҡарыу хас булған пидихтос тигән крит бейеү стиленә ҡаршы ҡуйылғылай. Сиртакиҙың яй өлөшөндә — сиртос, етеҙ өлөшөндә пидихтос элементтары бар.

Хореография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сиртакиҙы бер рәткә теҙелеп баҫып, һирәгерәк — түңәрәк яһап, ҡулдарҙы күршеләрҙең яурынына һалып бейейҙәр. Метры — 4/4, темпы — үҫә барыусан, етеҙ өлөштә метры 2/4-кә алмашынып китә. Сиртаки талғын, һығылмалы хәрәкәттәрҙән башлана, яйлап улар йылдамлана, киҫкенләшә бара, йыш ҡына ырғыу-һикереү хәрәкәттәре лә ҡушыла.

Гиннесс рекорды[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылдың 31 авгусында Грецияның Фессалия районы Волос ҡаласығында сиртаки бейеүен иң күп кеше ҡатнашлығында башҡарыу буйынса Гиннесстың Рекордтар китабына ингән рекорд ҡуйыла. Урындағы муниципалитет был рекордҡа ай буйы әҙерләнә, 6400 кешене теҙеп ҡуйырға йыйыналар, ләкин рәсми рәүештә 5164 кеше генә теркәлә. Төнөн 5 минут буйы ирекмәндәр яр буйында Зорба бейеүен башҡара. Ҡатнашыусылар һаны буйынса 2010 йылда Кипрҙа ҡуйылған элгәрге рекордтан (1672 кеше) 4 тапҡырға тиерлек арттырып ебәрелә.

Перу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Перуҙа сиртаки көйө төрлө кешелә төрлө хистәр уята, сөнки «Балҡыулы юл» һул радикаль ойошмаһы етәкселәренең осрашыуын хәтергә төшөрә. Осрашыу яҙмаһында ойошма лидеры Абимаэль Гусман, Мао стилендәге костюм кейеп, иптәштәре менән сиртаки бейей[2][3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Jeremy Arnold. «Zorba the Greek» (ингл.). Дата обращения: 23 апрель 2009. 2008 йыл 4 апрель архивланған.
  2. Robin Kirk. Shining Path Is Gaining in Peru (инг.) // The Nation. — 1991. — № 16. — С. 552-556.
  3. Los gobiernos y el gonflicto armado interno (3): Alberto Fujimori (исп.). Jose Alejandro Godoy (3 февраль 2005). — О захвате плёнки, на которой Гусман танцует сиртаки. Дата обращения: 7 август 2009.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]