Ситтель Мария Эдуардовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мария Ситтель
рус. Мария Эдуардовна Ситтель
Исеме

Мария Эдуардовна Ситтель

Тыуған көнө

9 ноябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (48 йәш)

Ил

 СССР
 Рәсәй

Эшмәкәрлеге

Ҡалып:Телеведущая

Наградалары һәм премиялары
 Ситтель Мария Эдуардовна Викимилектә

Ситтель Мария Эдуардовна (9 ноябрь 1975 йыл) — Рәсәй телевидениеһы алып барыусыһы. «Россия» телеканалында «Яңылыҡтар» исемле мәғлүмәти программаны алып барыусы. «ТЭФИ» премияһы лауреаты.

Биография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1975 йылдың 9 ноябрендә Пензала немец тамырҙары булған Эдуард Ситтель Анатольевич исемле бизнесмен (эшҡыуар) һәм йәһүд тамырҙары булған йорт хужабикәһе Лариса Павловна ғаиләһендә тыуған.

Пензалағы медицина лицейында уҡый һәм 1993 йылдан В. Г. Белинский исемендәге педагогия институтында «биология-химия» һөнәрен үҙләштерә, һуңынан ситтән тороп, бөтә Рәсәй финанс-иҡтисади институтының «финанс һәм кредит» һөнәре буйынса уҡып сыға.

1997 йылдан телевизион карьераһы башлана. Тыуған ҡалаһында «Музыкаль сувенир» тапшырыуын алып бара. («Беҙҙең йорт» телерадиокомпанияһы)[1]. 1998 йылдан — хәбәрсе, һуңынан Пензала «Экспресс» телеканалында яңылыҡтар тапшырыуын алып барыусы була. 1999 йылдан «Пенза» ДТРК-һына эшкә күсә.

2001 йылдың 24 сентябренән 2006 йылдың 14 майына тиклем «Рәсәй» телеканалының көндөҙгө «Яңылыҡтар» программаһын алып барыусы. 2003 йылдың сентябрь айында Сергей Брилевты алыштырып, был программаның киске сығарылышын алып бара.[2].

2004 йылдан "Рәсәй радиоһы"нда «Айырым фекер» көндәлек программаһын алып бара.

2006 йылдың 15 майынан 2008 йылдың 29 авгусына тиклем 20:00 сәғәттә Дмитрий Киселев менән берлектә ҙур сығарылыш «Яңылыҡтар»ҙы алып баралар. Николай Сванидзе менән берлектә «беренсе канал>» һәм «Рәсәй» каналдарында тура эфирҙа 2007 йылдың 25 апрелендә РФ-ның беренсе президенты Борис Ельцин менән хушлашыу тантанаһына комментарийҙар бирәләр.

2006 йылдың 15 майынан 2007 йылдың 30 авгусына тиклем «Яңылыҡтар+» тапшырыуын алып бара.

2008 йылдың 1 сентябренән алып 2016 йылдың 30 авгусына тиклем Андрей Кондрашов[3] һәм Эрнест Мацкявичюс менән берлектә киске «Яңылыҡтар» программаһын алып баралар.

2009 йылдың 6 сентябренән 2011 йылдың 25 декабренә тиклем «Рәсәй» телеканалында «Махсус хәбәрсе» программаһын алып барыусы.

Ике йыллыҡ тәнәфестән һуң, 2018 йылдың 14 майында йәнә көн һайын 17.00 сәғәттә һәм ял көндәре 11.00 сәғәттә сығарылған «Яңылыҡтар» тапшырыуына кире ҡайта.

Андрей Малахов, Кирик Елена һәм Василий Голованов менән бергә 2019 йылдың 12 июлендә «Рәсәй-1» һәм «NewsOne» телеканалдары ойошторған «Һөйләшергә кәрәк» телемостын алып барыусы итеп билдәләнә.

Ҡырым һәм Донбасстағы ваҡиғалар сәбәпле күпселек Украина сәйәсәтселәре һәм рәсми ведомстволар тарафынан был проект тәнҡиткә эләгә. Шул иҫәптән президент Владимир Зеленский ҙа быны һайлауҙар алдынан «арзан», ләкин хәүефле пиар-аҙым тип атай. Икенсе көнгә NewsOne анонсынан һуң «киң мәғлүмәти һөжүм» һәм хеҙмәткәрҙәргә һәм үҙенә яналған хәүеф арҡаһында был телемост бөтөрөлә.

Башҡа телепроектта ҡатнашыусы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

16 апреля 2015 года
Мария Ситтель « Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы» тапшырыуын алып барыусы.

Бер нисә тапҡыр «Россия» телеканалы составында

«Форт Боярд» командаһында ҡатнаша.[4][5]. 2006 йылда Мария Ситтель партнеры Владислав Бородинов менән «Россия» телеканалында «Танцы со звездами» исемле тәүге телеконкурста ҡатнаша.[6]. Был пар беренсе урынды яулай, ә киләһе йылда был «Евровидение 2007 Бейеү» конкурсында ҡатнашыу хоҡуғын биргән[7].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ире — Александр Любомирович Терещенко (1979 йылғы)

Балалары:

  • Дарья (1995) — тәүге никахынан:
  • Иван (2010)[8];
  • Савва (2012);
  • Николай (2013)[9];
  • Екатерина (2016)[10].

Һеңлеһе Анна Ситтель шулай уҡ бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһында эшләй.

(РФ һәм БДБ буйынса «Яңылыҡтар» программаһының мәғлүмәт йыйыу бүлеге начальнигы)[11]. 2013 йылға тиклем «Пенза-яңылыҡтар» тапшырыуын алып бара.

Наградалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Мәғлүмәттәр программаһын алып барыусы» номинацияһында ТЭФИ (2005) премияһы лауреаты[12][13].
  • Күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн һәм Ватан телевидениеһын үҫтереүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн[14]Дуҫлыҡ ордены (27 июнь 2007 йыл)
  • Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе эшмәкәрлеген яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашыусы өсөн[15] Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең рәхмәт хаты (31 март 2009 йыл)
  • Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе эшмәкәрлеген яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашыуы өсөн[16] Рәсәй федерацияһы хөкүмәтенең Рәхмәт хаты (3 март, 2012 йыл)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Шаг на экран: звезды ТВ - о начале своей карьеры. The Hollywood Reporter (21 ноябрь 2016).
  2. Евгений Ревенко уходит из «Вестей». Комсомольская правда (23 июль 2003).
  3. Государственное телевидение расширяет политический эфир. В соответствии с пожеланиями телезрителей. Коммерсантъ (3 сентябрь 2008).
  4. Форт Байярд: Страшные игры РТР
  5. Звезды снова едут в Форт Байар! Комсомольская правда (24 июнь 2004).
  6. Королева, Яковлева и Ситтель разучивают ча-ча-ча. Комсомольская правда (5 ғинуар 2006).
  7. Танцы по всей Европе. Танцевальный конкурс "Евровидение" в прямом эфире телеканала "Россия". Коммерсантъ (31 август 2007).
  8. Мария Ситтель. 24SMI.
  9. Мария Ситтель переехала в новый дом.
  10. Мария Ситтель о рождении дочери: «Мы очень счастливы!» Сайт Starhit.ru (28 сентябрь 2016).
  11. Цена мира — жизнь. «Вести недели» (22 июнь 2014).
  12. Мария Ситтель: "Вокруг много жлобства". Собеседник (6 декабрь 2005).
  13. Завершилась церемония вручения "ТЭФИ". Lenta.ru (18 ноябрь 2005).
  14. Указ Президента Российской Федерации от 27 июня 2007 года № 815 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  15. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 31.03.2009 г. № 428-р «Об объявлении благодарности Правительства Российской Федерации»
  16. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 3 марта 2012 года № 277-р «Об объявлении благодарности Правительства Российской Федерации». Официальный интернет-портал правовой информации (3 март 2012).