Скопье марафоны
Скопье марафоны | |
Нигеҙләү датаһы | 1997 |
---|---|
Спорт төрө | Еңел атлетика |
Спорт дисциплинаһы | Марафон |
Дәүләт | Төньяҡ Македония |
Урын | Скопье |
Рәсми сайт | skopjemarathon.com |
Скопье марафоны (макед. Скопски маратон) — Македонияның Скопье ҡалаһында йыл һайын май айында үткән марафон.
Трассаның ғәмәлдәге рекордсмендары булып ир-егеттәр араһында кениялы Кипротич Кируи (2:12:36) һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында уның милләттәше Стелла Барсосио (2:33:42) тора. Шулай уҡ еңеү һаны буйынса ла икешәр тапҡыр беренселекте алған кениялылар лидер — Кипротич Кируи (2016, 2017) һәм Сесилия Вангуи (2011, 2012).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скопье ҡалаһында беренсе марафон ярышы 1997 йылда ойошторола. 1998 йылда икенсе марафон үткәргәндән һуң финанс ауырлыҡтары арҡаһында ваҡытлыса туҡтатылып тора. Туғыҙ йылдан һуң саралар ҡабаттан тергеҙелә, әммә 2007 йылда ярыммарафон ғына үткәрелә[1].
2008 йылда ярыштар тулы форматта тергеҙелә һәм шунан алып йыл һайын өс дисциплинала — марафон, ярыммарафон һәм 5 километрға уҙғарыла[2]. Ярыштарҙы тергеҙеүгә Европа союзының махсус вәкиле Эрван Фуэре ҙур һиҙелерлек өлөш индерә.
2009 йылдан ярыштар ингән халыҡ-ара марафон һәм уҙыштар ассоциацияһына (AIMS) инә[3].
2012 йылда Скопье марафоны Лондонда үткән Олимпия уйындарына һайлап алыу өсөн квалификация ярыштары исемлегенә индерелә. Унда 36 илдән 4000 самаһы атлет ҡатнаша[4].
2015 йылда Македонияла ул ваҡыттағы премьер-министр Никола Груевский һәм уның хөкүмәтенә ҡаршы баш күтәреүҙәр һөҙөмтәһендә ярыштар үткәрелмәй[5][6].
2017 йылда марафонда 51 илдән 8500 самаһы спортсы ҡатнаша[7].
Рәсәй спортсылары араһында Алексей Трошкин һәм Татьяна Перепелкина юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә, 2012 йылда улар үҙ дистанцияларында көмөш миҙал яулай[8].
Еңеүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Еңеүсе | Ил | Ваҡыты | Еңеүсе | Ил | Ваҡыты |
---|---|---|---|---|---|---|
2018 | Эванс Бивотт | Кения | 2:14:08 | Джедида Карунгу | Кения | 2:51:24 |
2017 | Кипротич Кируи | Кения | 2:12:59 | Стелла Барсосио | Кения | 2:33:42 |
2016 | Кипротич Кируи | Кения | 2:12:36 | Глэдис Бивотт | Кения | 2:40:10 |
2014 | Эммануэль Самаль | Кения | 2:14:26 | Люси Муриги | Кения | 2:37:47 |
2013 | Уиклиф Бивотт | Кения | 2:21:56 | Кэролайн Кипруто | Кения | 2:48:39 |
2012 | Патрик Вамбугу | Кения | 2:26:41 | Сесилия Вангуи | Кения | 2:54:56 |
2011 | Диксон Терер[9] | Кения | 2:23:51 | Сесилия Вангуи | Кения | 2:50:06 |
2010 | Тамаш Тот | Венгрия | 2:28:56 | Люсия Кимани | Босния һәм Герцеговина | 2:55:56 |
2009 | Сретен Нинкович | Сербия | 2:29:07 | Мария Враич | Хорватия | 2:56:15 |
2008 | Роман Продиус | Молдова | 2:29:26 | Лидия Миклош | Черногория | 3:19:34 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Results 2007
- ↑ Скопский марафон
- ↑ Wizz Air Skopje Marathon
- ↑ 6 MAY 2012: SKOPJE MARATHON, FYR MACEDONIA 2019 йыл 30 декабрь архивланған.
- ↑ 10 MAY 2015: WIZZ AIR SKOPJE MARATHON, MACEDONIA 2019 йыл 30 декабрь архивланған.
- ↑ Skopje Marathon cancelled . Дата обращения: 28 апрель 2018. Архивировано 30 июль 2017 года. 2017 йыл 30 июль архивланған.
- ↑ РЕКОРДЕН БРОЈ НА УЧЕСНИЦИ: Среќна 13-ка за Скопскиот маратон . Дата обращения: 8 май 2018. Архивировано 8 май 2018 года.
- ↑ Список победителей и призёров марафона в Скопье . Дата обращения: 28 апрель 2018. Архивировано 30 июль 2017 года. 2017 йыл 30 июль архивланған.
- ↑ Кенијците поставија нови рекорди на патеката(недоступная ссылка)