Эстәлеккә күсергә

Скребнев Юрий Максимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Скребнев Юрий Максимович
Тыуған көнө

8 июль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Вафат көнө

20 май 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (70 йәш)

Ил

СССР СССР
Рәсәй флагы Рәсәй

Награда һәм премиялары

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985
Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992)

Скребнев Юрий Максимович (8 июль 1922 йыл20 май 1993 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең тел белгесе, инглиз филологияһы белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Филология фәндәре докторы (1973), профессор (1974. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992).

Юрий Максимович Скребнев 1922 йылдың 8 июлендә Төмән өлкәһенең Ишем ҡалаһында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. II дәрәжәлә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Тотҡонлоҡта була, азат ителгәндән һуң Германияла совет хәрби администрацияһында тәржемәсе булып хеҙмәт итә.

1950 йылда Одессала сит ил телдәр институтында инглиз теле факультетын яҡшы билдә менән тамамлай. Аҙаҡтан урта мәктәптә инглиз һәм немец телдәре уҡытыусыһы булып эшләй.

1956 йылдан алып Благовещенск, Пятигорск һәм Өфө уҡыу йорттарында эшләй. Шул уҡ йылда «Хәҙерге инглиз телендә инеш элементтарҙың стилистик функциялары» кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, ә 1971 йылда — «Һөйләшеү телмәрен тасуирлауының дөйөм лингвистик мәсьәләләре» темаһы менән докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1958 йылдан алып 1965 йылға тиклем Юрий Скребнев Башҡорт дәүләт университетында инглиз теле кафедраһын етәкләй. Факультетта герман һәм роман телдәрен өйрәнеү Юрий Скребнев исеме менән бәйле. Ул регионда ғилми активлыҡтың өлгөһө була. 1961 йылдан алып БДУ-ла даими рәүештә Волга буйы, Урал һәм Себер юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан ғилми конференциялары үтә башлай[1].

1972 йылдан алып Н. А. Добролюбов исемендәге Горький дәүләт педагогика сит ил телдәре институтында инглиз филологияһы кафедраһында профессор булып эшләй башлай, Түбәнге Новгород лингвистик мәктәбе нигеҙендә төҙөлгән аспирантура етәксеһе.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юрий Скребнев — 100-ҙән артыҡ ғилми эштәр авторы. Шуларҙың араһында иң әһәмиәтлеһе тип 1985 йылда сығарылған «Коллоквиалистикаға инеш» монографияһы һанала. Быш эш һөйләшеү синтаксисын өйрәнеүенең теоретик нигеҙҙәрен тасуирлауына бағышланған. «Һөйләшеү телмәрен лингвистик тасуирлауының теорияһы һәм практикаһы» исеме аҫтында 19 ғилми эштәр йыйынтығының мөхәррире.

М. Д. Кузнец менән соавторҙашлыҡта «Инглиз теле стилистикаһы» (1960), «Стилистика теорияһының очергы» (1975) һәм «Fundamentals of English Stylistics» (1994) хеҙмәттәре стилистика теорияһын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Юрий Максимович етәкселеге аҫтында 50 тирәһе кандидатлыҡ һәм 4 докторлыҡ диссертациялары яҡлана.

Ю. М. Скребневтың субтелдәр берлеге кеүек тел тураһында ғилеме, ул яһаған һөйләшеү үҙенсәлегенең дөйөм классификацияһының универсаллек принцибы күп ғилми тикшеренеүҙәрҙең нигеҙенә һалына.

  • Коллоквиалистикиға инеш / Сиротинина О. Б. ред. аҫтында — Һарытау: Һарытау ун-ты нәшриәте, 1985. — 210 бит.
  • Инглиз теленең стилистикаһы нигеҙҙәре: [«Инглиз теле һәм әҙәбиәте» һөнәре буйынса юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслеге]. — М. Высш. шк. 1994. — 238,[2] б.

1994 йылдан октәбрҙә йыл һайын үткән юғары уҡыу йорттары араһында үткән ғилми конференциялар «Скребнев уҡыуҙары» исемен йөрөтә.

2012 йылдың 30 октябрендә Түбәнге Новгород дәүләт лингвистик университетында юбилей байрамдары ваҡытында профессор һәм филология фәндәре докторы Юрий Скребневтың иҫтәлегенә мемориал аудиторияһы асыла.

  • Скребнев уҡыуҙары. Профессор, РФ атҡаҙанған фән эшмәкәре Ю. М. Скребневтың 90 йыллыҡ юбилейына бағышланған «Скребнев уҡыуҙары» халыҡ-ара конференцияһының материалдар йыйынтығы / И. Кабанова ред. аҫтында. Түбәнге Новгород, 2012.