Эстәлеккә күсергә

Скребцов Александр Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Скребцов Александр Михайлович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 2 декабрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (100 йәш)
Тыуған урыны Мосьпанов[d], Коротоякский уезд[d], Воронеж губернаһы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Приазовский государственный технический университет[d]
Уҡыу йорто Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены ВДНХ-ның алтын миҙалы

Скребцов Александр Михайлович (укр. Олександр Михайлович Скребцов; 2 декабрь 1924 йыл) — СССР һәм Украина ғалимы, техник фәндәр докторы, профессор.

480-дән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 8 монография, 40-тан ашыу СССР[1] һәм Украина[2] уйлап табыу авторы

Александр Михайлович Скребцов 1924 йылдың 2 декабрендә Белгород өлкәһе Новоскольский районының Зубовка (хәҙер Мосьпан утары) утарында тыуған. 1940 йылда уның ғаиләһе Мариуполь ҡалаһына күсеп килә.

1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң ғаилә туған утарына әйләнеп ҡайта. Бында Александр 1942 йылда 10 класты тамамлай, ә 1943 йылдың февраль айында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы булып китә. 1946 йылдың яҙында армиянан демобилизациялана.

1947 йылда Александр Скребцов Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтын (хәҙер «МИСиС» Милли тикшеренеү технология университеты) «Металдар физикаһы» һөнәре буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлай. Бүлеү буйынса Жданов ҡалаһына (хәҙер Мариуполь) «Азовсталь» металлургия комбинатына эшкә ебәрелә, унда 1965 йылда заводтың үҙәк лабораторияһында инженер, өлкән инженер, тикшеренеү төркөмөнөң етәксеһе булып эшләй. 1961 йылда профессор, химия фәндәре докторы А.А.. Жуховицкий етәкселеге аҫтында техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Изучение некоторых вопросов передела фосфористых чугунов с помощью радиоактивных изотопов»[3] темаһына диссертация яҡлай, ә 1973 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1965 йылдан Александр Михайлович Скребцов үҙенең яҙмышын Жданов металлургия институты (хәҙер —Азов алды дәүләт техник университеты) менән бәйләй. 1974 йылға тиклем «Металлургия процестары теорияһы» кафедраһы доценты булып эшләй. 1974 йылда профессор исеме бирелә. 1975 йылдан алып 1990 йылға тиклем осорҙа «Ҡара һәм төҫлө металдарҙы ҡойоу производствоһы», кафедраһын етәкләй, кафедрала ҡойоу производствоһы лабораторияһын ойоштора. 8 фән кандидаты әҙерләгән. 1990 йылдан 2019 йылға тиклем Александр Михайлович «Металлургия процестары теорияһы» кафедраһы профессоры, «Ҡойоу производствоһының теоретик нигеҙҙәре» һәм «Ҡойоу иретмәләренең ҡатыуы һәм үҙенсәлектәре» темалары буйынса төп лекция курстарын алып бара, магистрлыҡ диплом эштәрен һәм аспиранттар әҙерләү менән етәкселек итә. Күп йылдар дауамында кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсуслаштырылған советтың ағзаһы, «Вісник Приазовського державного технічного університету» ғилми хеҙмәттәр йыйынтығының «Металлургия» бүлеге мөхәррире булып эшләй[4]

Мариуполь ҡалаһында йәшәй, Ҡатыны Зоя Александровна һәм ҡыҙы Галина медицина хеҙмәткәрҙәре.

А.М. Скребцов 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, СССР ВДНХ алтын миҙалы һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә. СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Эшендәге яҡшы уңыштары өсөн» һәм Азов алды дәүләт техник университетының «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» билдәләренә лайыҡ була. III дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» Украина ордены кавалеры.[4][5]