Славейков Петко

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Петко Рачов Славейков
Петко Рачов Славейков
Тыуған көнө:

17 ноябрь 1828({{padleft:1828|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны:

Велико-Тырново, ул осорҙа - Ғосман империяһы

Вафат булған көнө:

1 июль 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (66 йәш)

Вафат булған урыны:

София

Гражданлығы:

Болгария Болгария

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы-прозаик, шағир

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

болғар теле

Пе́тко Ра́чов Славе́йков (17 ноябрь 1828 йыл, Велико-Тырново — 1 июль 1895 йыл, София) — болгар шағиры, публицист, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре һәм фольклорсы; улдары — күренекле сәйәсмәндәр Иван, Христо, публицист Рачо һәм шағир Пенчо Славейковтар.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рачо Казанджи ғаиләһендә тыуған. Уның әсәһе, Пенка, бала тапҡанда үлгән.

Петко Славейков бер үк ваҡытта Велико-Тырново, Дряново, Трявна һәм Преображенский монастырында белем алған. Бынан тыш, Тырново эргәһендәге монастырь китапханаһындағы китаптарҙы уҡыған. Уның белемен үҫтереүендә Паисий Хилендарскийҙың "Славян-болғар тарихы"н үҙләштереүе әһәмиәтле роль уйнаған. Свиштов ҡалаһы училищеһында (етәксеһе — Эммануил Васкидович) уҡыған ваҡытында грек теле буйынса белемен камиллаштырған, серб һәм Көнбайыш Европа әҙәбиәте әҫәрҙәрен өйрәнгән. 1843 йылдан был Тырновола преподаватель булып эшләгән. 18631867 йылдарҙа «Гайда» гәзите, һуңғараҡ — «Македония» гәзиттәре мөхәррире (18661872) булып һәм башҡа матбуғат баҫмаларында эшләй.

Болгарияны төрөк иҙеүенән азат иткәндән һуң (1878), Тырново учредительный йыйылышы (1879) ағзаһы, Халыҡ йыйылышы депутаты (1880 йылда рәйеслек иткән), Либераль партияның нигеҙ һалыусыларының һәм лидерҙарының береһе, Петко Каравелов хөкүмәте министры булған.

Болгар мәҡәлдәренең һәм әйтемдәренең тулы йыйынтығын (18891897) әҙерләп сығарған, болғар әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип иҫәпләнә. «Пёстрый букет», «Песенник» һәм «Басенник» (Бухарест, 1852), «Песни и стихотворения» (1879) шиғри йыйынтыҡтары, «Источник Белоногой» поэмаһы (1873) авторы . рус, грек, төрөк, серб-хорват телдәренән тәржемә иткән.

Петко-Славейков ауылы уның хөрмәтенә аталған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]