Эстәлеккә күсергә

Слёзкин Николай Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Слёзкин Николай Алексеевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 22 ноябрь 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Чернский уезд[d], Тула губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 декабрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Некрасов, Александр Иванович[d]
Аспиранттар Регирер, Сергей Аркадьевич[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы

Слезкин Николай Алексеевич (22 ноябрь 1905, Ново-Никольское ауылы Чернь өйәҙе, Тула губернаһы — 16 декабрь 1991, Мәскәү) — механика өлкәһендә совет ғалимы, юғары мәктәп педагогы.

Грамотаһы

Псаломсы, мәктәптә уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. 1917 йылда әсәһен, ә 1919 йылда атаһын юғалта, шул йылдан Орел өлкәһенең Новосиль ҡалаһында балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924—1926 йылдарҙа Новосилдә эшләй, китапханасы була, канцелярия эштәре менән шөғөлләнә.

1926 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетына уҡырға инә. Бер үк ваҡытта Межалау институтына уҡырға инә, ләкин беренсе уҡыу йылында уҡ Мәскәү дәүләт университетын һайлай.

1930 йылда университетты «аэрогидромеханика» һөнәре буйынса тамамлай, 1930—1933 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының механика һәм математика институтында аспирантурала уҡый (1930—1933, тәүге аспиранттар йыйылмаһы), А. И. Некрасов етәкселеге аҫтында эшләй. 1933 йылда «Движение жидкости в конусе» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1931 йылдың 1 апреленән 1934 йылдың февраленә тиклем Мәскәү авиация институтында теоретик механика буйынса ассистент, һәм бер үк ваҡытта МДУ-ның механика-математика факультетында механика буйынса тәүҙә ассистент, ә 1933 йылдың сентябренән доцент булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдароында Слёзкиндың тауыш тиҙлегенә тиклемге ҙур тиҙлектәр аэродинамикаһын өйрәнеү буйынса фәнни хеҙмәттәре хәрби самолеттарҙың ҡанаттарын камиллаштырыуҙа ҙур роль уйнай[1]. 1935—1940 йылдарҙа Үҙәк аэрогидродинамика институтының ул йылдарҙа С. А. Чаплыгин етәкселек иткән дөйөм теоретик семинары эшендә ҡатнаша. 1937 йылдың ноябрь айында физика-математика фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «О движении тел под действием сил в вязкой жидкости» темаһына диссертация яҡлай. 1938 йылдың сентябрендә Хәрби-артиллерия академияһының (хәҙер — Бөйөк Петр исемендәге стратегик тәғәйенләнешле ракета ғәскәрҙәре хәрби академияһы) теоретик механика кафедраһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә, һәм был вазифала 19 йыл — 1957 йылдың 1 сентябренә тиклем эшләй. Был йылдарҙа бер үк ваҡытта Мәскәү университетында эшләй, әммә 1957 йылдың сентябрендә Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетында гидродинамика кафедраһының штаттағы профессоры вазифаһына конкурс буйынса үтә; 1958—1962 йылдарҙа ошо факультеттың деканы була. Мәскәү дәүләт университетының Механика институтына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була (1959).

Теоретик һәм ғәмәли механика буйынса СССР милли комитетының тәүге составына инә (1956).

Ҙур совет энциклопедияһы редакцияһы менән бер нисә йыл хеҙмәттәшлек итә, бында механика буйынса бер нисә мәҡәлә баҫтыра. СССР Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Совет милли тарих һәм тәбиғи фәндәр философияһы һәм техника берекмәһенең механика тарихы секцияһы бюроһы ағзаһы була, оҙаҡ йылдар Юғары аттестация комиссияһы эксперт комиссияһы ағзаһы һәм рәйесе була.

92 фәнни хеҙмәт баҫтырып сығара, улар араһында билдәле дәреслектәр «Динамика вязкой несжимаемой жидкости» (1955), «Лекции по молекулярной гидродинамике» (1981), «Лекции по гидромеханике» (1984), «Платформы на воздушной подушке» монографияһы (1988, Н. Р Сибгатуллин һәм Э. А. Сорокин менән берлектә). 1947 йылда уның редакцияһы аҫтында Г. Ламбтың «Гидродинамика» исемле фундаменталь монографияһының тәржемәһе нәшер ителә.

Уның үҙенсәлекле фәнни тикшеренеүҙәре гидроаэромехиниканың төрлө мәсьәләләренә арналған: гидроаэромехиниканың яҫылыҡтағы мәсьәләләре, йәбешкәк шыйыҡса хәрәкәте, газ динамикаһы, тулҡындар теорияһы, фильтрлау теорияһы, сик ҡатламы теорияһы, шыйыҡ һәм газ майлау, газ һәм шыйыҡсаларҙың кинетик теорияһы, артиллерия техникаһы мәсьәләләре. Конустарҙа һәм конустар араһында йәбешкәк шыйыҡсаның хәрәкәт итеү мәсьәләһен хәл итеү, беренсе һәм, күрәһең, берҙән-бер «Навьер—Стокс» тулы тигеҙләмәләренең рәттәрҙә, йыйылыусанлығын иҫбатлап, берҙән-бер итерацион сиселеше өлгөһө булып тора. Бер нисә хеҙмәте фән тарихы мәсьәләләренә арналған: «Научное наследие Н. Е. Жуковского» (1949), «Развитие гидромеханики в Московском университете» (1967), «Ф. Энгельс и современная механика» (1973)

1940 йылдың июленән ВКП(б) ағзаһы (Артиллерия академияһының политбүлеге тарафынан партияға ҡабул ителә).

1966 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре маҡтаулы исеменә лайыҡ була.

10 фән докторы һәм 40-ҡа яҡын фән кандидаты әҙерләй.

Дон зыяратында ҡәбере

Дон зыяратында ерләнгән[2].

Ҡатыны — Гаркави Полина Григорьевна (1912—1997)

улы — Леонид (1938—2021)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Николай Алексеевич Слёзкин (1905—1991). Материалы к биографии. Под редакцией академика РАН Г. Г. Чёрного. Издательство Московского университета. 2009. 160 c.
  • Московский университет в Великой Отечественной войне. — 4-е, переработанное и дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2020. — С. 80. — 632 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-19-011499-7.
  • Первый состав Российского национального комитета по теоретической и прикладной механике. Составители А. Н. Богданов, Г. К. Михайлов / под редакцией д-ра физ.-мат. наук Г. К. Михайлова. — Москва: «КДУ», «Университетская книга», 2018. — 70 с. ISBN 978-5-91304-805-9