Смирнов Борис Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Смирнов Борис Васильевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған көнө 1881[1][2]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Владикавказ
Вафат булыу көнө 1954[1][2]
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Һөнәр төрө рәссам
Жанр пейзаж[d]
Уҡыу йорто Император художество академияһы[d]
Рәсми сайт gbsmirnov.ru/bv

Смирнов Борис Васильевич (18811954) — Рәсәй империяһы һәм совет рәссамы. Передвижниктар ширкәте, Рәссам-реалистар берекмәһе (ОХР) һәм СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт ауылы. Б. Смирнов һүрәте. 1904

Борис Васильевич Смирнов 1881 йылда Владикавказ ҡалаһында отставкалағы генерал-майор, математика уҡытыусыһы В. Ф. Смирнов ғаиләһендә тыуған. Рәсем төшөрөргә Б. В. Смирнов Киевта, Николай Иванович Мурашконың рәсем сәнғәте мәктәбендә өйрәнә башлай.

Артабан Петербургта академик Лев Евграфович Дмитриев-Кавказский студияһында уҡый. Петербург Рәсем сәнғәте Академияһында пейзаж класында профессор Киселёв Александр Александровичта белем ала. Күргәҙмәләрҙә ҡатнаша башлай.

Рәсем сәнғәте Академияһынан һуң Б. В. Смирнов туберкулез менән ауырып китеү арҡаһында көньяҡҡа китергә мәжбүр була. Башта Екатеринославта уҡыта; шунда Уҡытыусылар институты ойоштороуҙа ҡатнаша.


Студент сағында уҡ Б. В. Смирнов әҫәрҙәрен төрлө күргәҙмәләргә ҡуя башлай, Передвижниктар ширкәтенең, Мәскәүҙәге Беренсе күсмә рәсем сәнғәте һәм графика күргәҙмәләрендә ҡатнаша, балалар китаптарына һәм журналдарға күп иллюстрациялар эшләй.1929,1937,1942,1970 йылдарҙа Мәскәүҙәге төрлө иҫтәлекле күргәҙмәләрҙә күренә.

Б. В. Смирнов Рәссам-реалистар Берекмәһенең бер генә күргәҙмәһенән дә ситтә ҡалмай.

1903 йылда География йәмғиәтенең Урта Азияға экспедицияһында рәссам булараҡ ҡатнаша. «Төркөстан далаларында» тип аталған юлъяҙмалары айырым китап булып (1914 йыл).

1904—1905 йылдарҙа үҙе теләп рус-япон һуғышына китә.

Һуғыштан ҡайтҡас, Б. В. Смирнов Украинала, Павлоградта төпләнә, гимназияла рәсем уҡыта. Ошонда буласаҡ ҡатыны, балалар яҙыусыһы Е. А. Павлова менән таныша.

«Башҡорт ауылы» һүрәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1904 йылда ул төрмәгә ебәрелгәндәр этабы менән Себер яғына юллана. Рус-япон һуғышына китеп барышлай тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Юл айҡан портреттар, пейзаждар төшөрөп бара. Урал тауҙары буйлап барғанда башҡорт ауылын да күреп, һүрәткә төшөрөп ала. Мәскәүҙән алып япон ерҙәренә барып еткәнсә яҙа ул әҫәрҙәрен.

99 рәсемдән торған коллекцияһы Новосибирск дәүләт тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана. Музей уны авторҙан 1950 йылда һатып алған. 2000‑се йылдар башында «Сиктәрҙә осрашыу» проекты нигеҙендә коллекция цифрлана. Был коллекция тулы килеш Донъя цифрлы китапханаһында һаҡлана[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 (unspecified title)
  2. 2,0 2,1 (unspecified title) — 1998.
  3. Башкирская деревня[1]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Воспоминания профессора Р.Геккера и художника Ф. Мельникова
  • Каталог выставки произведений Бориса Васильевича Смирнова. Июль 1959. Москва
  • «Творческий путь художника». Статья О.Ресиной и С.Шило о посмертной выставке произведений Б. В. Смирнова
  • «Династия художников». В. Семенов. Газета «За коммунизм» (1965)
  • «В дар музею». В. Розов.
  • «Вечная жизнь в искусстве» М. Пешков

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]